«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҢГЕЛЕККӘ БЕР АҘЫМ
+  - 


Ошо көндәрҙә Сибай институты бинаһы диуарында Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Тантананан һуң 1999 йылдан Сибай институтын етәкләгән шәхес иҫтәлегенә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Замандаштары ил ағаһы кимәлендәге арҙаҡлы шәхестең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Һүҙ - уларға:

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты:
Зиннур Ғөбәйҙулла улын Башҡортостаныбыҙҙың иң фиҙаҡәр улдарының береһе тип һанайым. Ул оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһы башлығы булып эшләне, Сибай ҡалаһын ғына түгел, Урал аръяғын үҫтереүҙә лә ҙур эштәр башҡарҙы. Ә инде Сибай институтын тергеҙеүҙә, етәкселек итеүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ. Уның идеяһы буйынса Сибай институты биләмәһендә ҡуйылған халҡыбыҙҙың билдәле кешеләренә бюстар республиканың башҡа бер генә юғары уҡыу йортонда ла юҡ. Йәштәр милләтебеҙҙең тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен белергә тейеш, ти ине ул.
Шуныһы аяныслы: арабыҙҙан бик иртә китте ағайыбыҙ. Әлеге ваҡытта етәксе вазифаһында эшләгән кешеләр уның юлын, башлаған эштәрен дауам итергә тейеш, сөнки Зиннур Ғөбәйҙулла улының бик күп кешелек сифаттары үрнәк булырлыҡ - һәр нәмәне аңлап, урынына еткереп эшләй белгән аҡһаҡалға тиң ине ул. Сибай ҡалаһының яңы башлығы Азамат Мырҙағәли улы Юлдашбаев, Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитовтар менән Зиннур Ғөбәйҙулла улы хөрмәтенә ғилми-ғәмәли конференция үткәрергә тип алдан уҡ һөйләшкәйнек, бына шуны тормошҡа ашырып ҡуйҙыҡ. Шәхсән үҙем институтта Зиннур Йәрмөхәмәтов тураһында мәғлүмәттәр тупланған айырым мөйөш булдырырға тәҡдим иттем. Сибайҙа берәй яңы урамға Йәрмө-хәмәтов исемен бирергә тигән тәҡдим дә хуплау тапты. Киләсәктә һәйкәлме, бюсмы ҡуйыу тураһында ла уйларға кәрәк, сөнки ул быға бик тә лайыҡлы кеше.

Хәләф ИШМОРАТОВ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре: Мин - республиканың мәҙәниәт министры, Зиннур Ғөбәйҙулла улы Сибай ҡала хакимиәте башлығы булып эшләгән осорҙа Сибай филармонияһына дәүләт филармонияһы статусы бирҙек, республика учреждениеһы итеп финанслау мәсьәләһен Мәҙәниәт министрлығы тулыһынса үҙенең өҫтөнә алды. Сибай ҡалаһында Урал аръяғы райондарын социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү буйынса байтаҡ кәңәшмәләр үтә торғайны ул ваҡытта. Шуларҙың береһендә урта махсус музыка мәктәбе булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Шулай уҡ балалар театры асыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Аҙаҡҡы ҙур мәҙәни проект - колхоз-совхоздар тарҡалған ваҡытта Урал аръяғы балаларына Өфөгә килеү мөмкинлеге ауыр булыуын иҫәпкә алып, Өфө сәнғәт училищеһының филиалын асыу булды. Бөгөнгө көндә республиканың сәнғәт күгендә балҡыған бик күп йондоҙҙар ошо уҡыу йортонда белем алды, ҙур ижад юлына сыҡты. Зиннур Ғөбәйҙулла улы ул осорҙа магнит кеүек Урал аръяғы райондары хакимиәт башлыҡтарын бергә туплап торҙо. Сибайҙа йыйылышып, төрлө ҡарарҙар ҡабул иттеләр һәм уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса бик күп эштәр башҡарылды. 90-сы йылдар, ике меңенсе йылдар башындағы хакимиәт башлыҡтарының эшмәкәрлегенә анализ яһап ҡараһаң, Зиннур Ғөбәйҙулла улы кеүек ҙур эштәр башҡарған хакимиәт башлығы юҡ. Урал аръяғы проблемаларын яҡшы белгән кеше булараҡ, шуны әйтә алам: Сибай тарихында (башҡа хакимиәт башлыҡтары үпкәләмәһен) уның кеүек тәрән эҙ ҡалдырған, Сибайҙың ғына түгел, ғөмүмән, Урал аръяғының һәм башҡорт халҡының проблемаларын төптән аңлаған кеше тарихта әлегә булғаны юҡ. Төптән уйлап, төплө фекер йөрөткән көслө шәхес булды ул.
Һуңғы йылдарын сит тарафтарҙа үткәреүе, сит тарафта ерләнеүе минең өсөн, шәхсән, үкенес тойғолары ҡалдырҙы. Зиннур Ғөбәйҙулла улының эшмәкәрлегенә дөрөҫ баһа биреп, исемен мәңгеләштереү буйынса Урал аръяғы райондарында, Сибай ҡалаһында аныҡ эштәр башҡарылһа, бик дөрөҫ булыр ине. Ҙур шәхестең тормошо, эше, һис һүҙһеҙ, йәш быуынға, Сибай институтында уҡыған студенттарға өлгө булып торорға тейеш.

Вәкил ХАЖИН, педагогика фәндәре кандидаты: Зиннур Ғөбәйҙулла улы менән ун бер йыл бергә эшләү осоронда уның менән бер тапҡыр ҙа һүҙгә килешмәнек, ниндәй генә мәсьәлә булмаһын, уртаҡ фекергә килә инек. Ул беҙҙең һәр бер идеяны ғәмәлгә ашырыуға мөмкинлектәр тыуҙыра белде. Ул саҡта Урал аръяғы балалары Өфөләге юғары уҡыу йорттарына бик килә һалып барманы. Сибайҙағы институт шуны уйлап асылды ла инде.
Төп эште тәртип урынлаштырыуҙан башланыҡ. Мәҫәлән, күп кенә юғары уҡыу йорттарында студенттарҙың дәрескә йөрөшөн тикшермәйҙәр, ә беҙ был күрһәткесте йөҙ процентҡа еткерҙек, дәрестәргә йөрөмәү беҙҙең институт өсөн ят күренеш ине. Еңелдән булманы, әлбиттә. Сәғәт һигеҙҙә ишектәрҙе бикләй башлағайныҡ, дәрескә һуңлауҙар ҙа бөттө. Студенттар дәрес ваҡытында коридорҙа йөрөмәһендәр өсөн пейджиктар таҡтыра башланыҡ, уҡытыусыларҙан да шуны талап иттек. Тәртип бит ул иң тәүҙә яуаплылыҡ тигән һүҙ. Ниндәй белем алыу ғына түгел, киләсәктә нисек эшләй алыу ҙа студент өсөн бик мөһим. Биш йыл буйына аныҡ тәртипкә өйрәнгән кеше эшкә һәләтле булып сыға, шуғалыр ҙа беҙҙең студенттарыбыҙ аҙаҡ дәрәжәле-дәрәжәле урындарҙа эшләй башланылар.
Урал аръяғында ауыл хужалығы тармағы киң йәйелгән. Шуны иҫәпкә алып, ике йыллыҡ курстар астыҡ, әммә студенттарыбыҙҙы өсөнсө курсҡа ҡабул итергә теләүселәр булмай сыҡты. Үҙебеҙҙең ауыл хужалығы институты етәкселеге лә быға ризалашманы. Ул ризалыҡты Троицк ҡалаһындағы ветеринар медицина академияһында таптыҡ. Элек улар абитуриенттарҙы Ҡаҙағстандан йыя торған булғандар, юлдар ябылғас, студенттар етешмәй башлаған. Улар менән бәйләнешкә индек: ике йыл беҙҙә уҡыған студенттарҙы Троицкиға күсерергә килештек. Шулай итеп, ете йөҙләп студентыбыҙ ветеринар медицина академияһының дипломын алды. Зиннур Ғөбәйҙулла улы менән фекерҙәш булмаһаҡ, быларҙы эшләп булмаҫ ине. Физкультура дәрестәрен дүртенсе курсҡа тиклем уҡытыуҙы ойоштороу ҙа яңылыҡ булды. Беҙҙә һикһән процент башҡорт балалары уҡығас, башҡорт теле дәрестәрен бөтә төркөмдәргә лә индерҙек.
Ул осорҙа Мәскәүҙән тикшереүҙәр йыш булды. Мәҫәлән, мин эшләгән ун бер йылда улар өс тапҡыр тикшерҙеләр. Бәләкәй генә Сибайҙа шундай шәп уҡыу йорто булыуына һәр саҡ аптырайҙар ине. Берәүҙең әйткәне һаман хәтеремдә: "Әгәр ҙә мин Сибайға ауылдар һәм үтә тигеҙ булмаған юлдар аша килгәнемде күрмәһәм, күҙемде йомдороп ҡына килтереп төшөрһәләр, Европалағы берәй уҡыу йортона килгәнмен, тип уйлар инем... "

Шулай итеп...
Йола үтәлде, Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов иҫтәлегенә Сибай институты бинаһы диуарында мемориаль таҡтаташ асылды. Ҡалғаны ваҡыт хөкөмөндә һәм халҡыбыҙҙың (бигерәк тә сибайҙарҙың) хәтер тәрәнлегендә.

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.11.22 | Ҡаралған: 244

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru