«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫРЛЫҠТЫ ЙЫРҘАР ЕҢЕЛӘЙТӘ...
+  - 

"Тормош менән аралар боҙолған саҡтарҙа, көн яҡтыһы күҙгә күренмәҫ булғанда, ҡапыл иҫемә төшә: донъяла йыр бар бит әле. Тимәк, инанырға, сабыр итергә, йәшәргә кәрәк. Һуңғы ҡабым икмәгем, һуңғы йотом һыуым менән бергә һуңғы тапҡыр ишетер йырым булһа, үкенергә ҡалмаҫ, тип йыуанам".

Халыҡ шағиры Мостай Кәримгә эйәреп, әлдә йыр бар әле донъяла, тибеҙ. Йыр бар икән, тимәк, йәшәйбеҙ, сөнки ул йыуата, уйландыра, моңландыра, рухландыра, һағышты баҫа, көс-дәрт өҫтәй, ауырлыҡты еңеләйтә... Йырҙың ошо ҡөҙрәтле көсөнә бөгөн айырыуса мохтажбыҙ.
Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә. "Юлдаш" радиоһы үткәргән йыр фестивале лә тап ошо девиз аҫтында үтте. "ЮлдашХит - 2022" - радиола йыл дауамында барған хит-парадҡа йомғаҡ яһау сараһы. Тыңлаусыларыбыҙ ай һайын яңы сыҡҡан йырҙар араһынан күңелдәренә яҡын башҡарыусылар өсөн тауыш биреп, һайлап барҙы. Иң күп тауыш йыйған йырсылар "ЮлдашХит" сәхнәһенә күтәрелеп, йылдың төп йырҙарын башҡарҙы.
Бынан тыш, төрлө быуын кешеләрен берләштергән йырҙар менән әсир иткән талант эйәләре лә үҙ сығыштары менән һөйөндөрҙө. Был инде "Юлдаш-хит" концертының матур йолаһы. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеровтың улы Арыҫлан менән башҡарған "Йылғалар төнөн һөйләшә" йырын тамашасы бик йылы ҡабул итте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: атаһының йыры улынан да оҙағыраҡ йәшәй икән. Арыҫланға әле 18 йәш булһа, йырға - 32 йыл...
"ЮлдашХит" йыр фестивалендә иң юғары баһа - ул халыҡ һөйөүе һәм "Юлдаш" радиоһының халыҡ артисы" тигән исем. Быйыл был исемгә Фәриҙә Ғаззалова, Дамир Тайыпов, Иҙел Нурғәлин дәғүә итте. Тамашаға килгән тыңлаусылар улар өсөн сәхнә экранына сығарылған QR-код аша үтеп, тауыш бирҙе. Халыҡ һөйөүен Иҙел Нурғәлин яуланы. Әйткәндәй, былтыр был исемгә лайыҡ булған артистар күп тә тормай Хөкүмәт наградаларын да алды. Был йола дауам итер, тип ышанабыҙ. Йыл һайын "Юлдаш" радиоһы республика мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙе ололай, йыр сәнғәтендә тырышып эшләгән йәштәрҙе лә билдәләп үтә. Быйыл "Легенда" номинацияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфирә Фәрхетдинова тәбрикләнде. Ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә бик емешле ижад иткән, 48 йәшендә генә беҙҙең аранан китеп барған Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин "Йыл композиторы" тип билдәләнде. Ул бик күп популяр йырҙар авторы, "Ирәндек моңдары", "Байыҡ", "Башҡорт йыры" конкурстары, "Салауат йыйыны", "Йөрәк һүҙе" проекттарына көйҙәр яҙыусы. Беҙҙең республикала төшөрөләгән һәр кинола һәм сәхнәгә сыҡҡан һәр спектаклдә тиерлек уның музыкаһы яңғырай. Өфөләге "Ете ҡыҙ" фонтанының музыкаль биҙәлеше лә - уның ижад емеше.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысоваға иһә "Йыл шағиры" номинацияһы тапшырылды. "Юлдаш" радиоһында уның һүҙҙәренә ижад ителгән, барыһы ла яттан белгән "Аҡҡош күле", "Ашығамын", "Балаларға фатиха", "Беҙ йәш саҡта", "Дим буйҙары" йырҙары йыш яңғырай.
Йылдың иң яҡшы аранжировка яһаусыһы тип Раян Абдуллин, ә "Автор-башҡарыусы" номинацияһында Эдуард Хөснөтдинов билдәләнде. Әйткәндәй, фестиваль Эдуард Хөснөтдинов Миләүшә Ғәлиева менән берлектә ижад иткән "Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә" йыры менән тамамланды. Унда ошондай юлдар бар:

Кешеләргә күп тә кәрәк түгел,
Ҡояш кәрәк, икмәк, тыныслыҡ.
Һәм тағы ла моңло йырҙар кәрәк,
Ауырлыҡты еңеп сығырлыҡ.

Ауырлыҡты еңеләйткән йырҙар һәр ваҡыт яңғырап торһон.

Гүзәл ЗАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.22 | Ҡаралған: 259

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru