«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМ УЛ АҠМУЛЛА? ТАМАШАЛА ШУЛ ҺОРАУҒА ЯУАП БАР!
+  - 


14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тураһындағы спектаклдең премьераһы көтөлә. Уның режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов. Ә билдәле драматург, сценарист, Башҡортостан Кинематографистары берлеге рәйесе, яҙыусы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева - пьеса авторы. Әңгәмәбеҙ - уның менән.

Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы, һеҙ әле Милли йәштәр театры коллективы менән бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған спектакль буйынса эшләйһегеҙ. Ул байопик буласаҡмы, әллә башҡа төрлө жанрҙы һайланығыҙмы?

- Пьесаның идеяһын театр үҙе тәҡдим итте. Мифтахетдин Аҡмулланың шәхесе Ислам, суфыйсылыҡҡа һәм шул осорҙоң аҙ өйрәнелгән ысынбарлығына тығыҙ бәйләнгән мәҙәниәтебеҙҙең һәм әҙәбиәтебеҙҙең ҙур бер ҡатламы. Ул осор башҡорттары бик белемле булған - был турала күп яҙыла, шул иҫәптән Брокгауз һәм Эфрондың 1891 йылғы Энциклопедияһындағы "Башҡорттар" мәҡәләһендә лә бар был туралағы мәғлүмәт. Беҙ ҙә ҡарт өләсәйҙәребеҙ һәм ҡарт олатайҙарыбыҙҙың иҫке төрки телен белеүенә, фарсы һәм ғәрәп телдәрендә уҡыуына шаһит. Әммә был белемгә иҫ киткес бай Көнсығыш, суфыйсылыҡ әҙәбиәте ҡатламы, иҫке төрки телендәге яҙмалар ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә беҙҙең быуын өсөн ниндәйҙер алыҫ, айырым ғалимдар өйрәнгән өлкәгә әүерелгән. Ә бит былар бер быуат ярым элек кенә булған. Аҡмулла XIX быуат аҙағында тиерлек кенә донъя ҡуйған. Ләкин уның күп шиғырҙарын һәм замандаштарының хеҙмәттәрен аңлатмалар менән уҡырға кәрәк...
Тап ошо сәбәптән был пьесаға тотонорға ҡыймайыраҡ торҙом, сөнки уғата ҙур яуаплылыҡ талап ителә бит. Әйткәндәй, режиссер Зиннур Сөләймәнов һәм драматург Шәүрә Шәкүроваға М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Әсмә"не сәхнәләштереүҙәренә рәхмәтлемен. Пьесала ваҡиғалар башҡортса бара, әммә режиссер һәм драматург автор хикәйәләүен, Ризаитдин Фәхретдиновтың үҙ тексын заманса башҡорт теленә үҙгәртеп тормаған, ә хикәйәсе-актерҙар иһә күптән түгел генә булған мәҙәниәтебеҙҙең гүзәл телен иғтибар менән тыңларға, тәү ҡарамаҡҡа таныш та тойолған, әммә инде аңлашылмаған фарсы, ғәрәп, иҫке төрки телдәрендәге һүҙҙәр йылғаһына сумырға һәм аңлай башларға мәжбүр булған. Шулай итеп, театрҙан тағы бер тапҡыр тәҡдим алғас, ваҡыт тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, был оло хеҙмәтте иңдәремә йөкмәргә тура килде...
Спектаклдәге бөтә персонаждар ҙа Аҡмулла тормошонда ысынлап булыуға ҡарамаҫтан, был байопик түгел, ә заман кешеһе - Хикәйәләүсе күҙлегенән сығып аңлатылған кеүек. Һәм "ҡисса" Аҡмулланың серле биографияһына тап килеп кенә тора, сөнки уның туралағы бик күп факттар - ул халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалған риүәйәттәр.

Образда Аҡмулланың ниндәй төп һыҙаттарын сағылдырҙығыҙ?

- Ул йәш, ярһыу, һайлаған эшенә - мәғрифәтселеккә тоғро. Кисергән трагедиянан һуң ысын мосафир суфый тормошон алып барған мулла, сөнки суфыйсылыҡ Ислам ҡанундарын философик күҙлектән аңлау һәм дәрүишлек булараҡ барлыҡҡа килгән.

Аҡмулланың тормошо совет осоронан алып яҡшы өйрәнелә, бөгөн дә уның шәхесенә иғтибар һис кәмемәй. Уның тормошон һәм эшмәкәрлеген ниндәй сығанаҡтарға таянып өйрәндегеҙ?

- Әлбиттә, мин М. Аҡмулла тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе төп ғалимдар - Әхәт Вилданов, Рәшит Шәкүр, Ғиниәт Ҡунафиндарҙың китаптарын уҡыным. Ғүмерен бөйөк шағир һәм мәғрифәтсенең тормошон өйрәнеүгә бағышлаған яҙыусы Фәнис Янышев бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне. Интернетта күҙгә эләккән мәҡәләләр, Рәшит Шәкүр һәм Ғәзим Шафиҡов мәҡәләләренән ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе алдым. Һәм, әлбиттә, Аҡмулланың шиғырҙары күпте бирә бит. Шулай уҡ спектаклдә ысынбарлыҡта йәшәгән кешеләрҙең исемдәре яңғыраясаҡ, улар бер-ике генә һүҙ әйткән хәлдә лә биографияларын етди өйрәнеү талап ителде.

Эш барышында ниндәй ҡыҙыҡлы асыштар яһанығыҙ?

- Заман тамашасыһы өсөн Аҡмулла тормошо, бигерәк тә уның йәшлек осоро - үҙе үк асыш. Шуға күрә билдәһеҙ мәғлүмәттәрҙе асыуға баҫым яһаманыҡ, был рус йәки донъя әҙәбиәте классиктарының тормош юлын бала саҡтан ниндәйҙер кимәлдә белеп үҫеүебеҙгә бәйле генә ҡыҙыҡлы тойола торғайны. Шәхсән минең өсөн был уның биографияһына уғата һаҡлыҡ, нескәлек менән ҡағылыу булды, ә шиғриәтенә килгәндә инде быны ваҡыт үҙе һайланы. Быға тиклем дә әйткәнем бар - Аҡмулланың бик күп шиғырҙарында тик айырым белгестәр генә төшөнөрлөк һүҙҙәр байтаҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һәр шиғыры әҙәбиәт ынйылары булыуын һәм уларҙы тәржемәләү, бигерәк тә төрлө телдәргә тәржемә итеү кәрәклеген иҫәпкә алып, спектаклдең шиғри өлөшө етерлек көслө килеп сыҡты.

Материал балаларға, йәштәргә тура килтереп үҙгәртелдеме, әллә йәшкә ҡарап торманығыҙмы?

- Сәхнәләштереү барыһына ла ҡыҙыҡ буласаҡ, әммә ҡуйыусы төркөмдөң маҡсаты йәш быуынға бер асыҡ һорауға яуап биреүгә ҡайтып ҡалды: "Кем ул Аҡмулла?"

Аҡмулла тураһындағы спектаклде ҡуйғанда кемдәр ҡатнашты?

- Бик үҙенсәлекле команда тупланды: ҡуйыусы рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов, миңә уның менән эшләүе бик оҡшай, ул төптән уйлап эш итә торған рәссам. Хореограф Сулпан Асҡарова, уның менән бик күп саралар һәм сәхнәләштереүҙәрҙе тормошҡа ашырғаныбыҙ бар, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торабыҙ. Тексымды уҡығанда уҡ ул минең нимә әйтергә теләүемде белә. Композитор - "Мин башҡорт телен өйрәнәм", башҡортса рэп-йырҙар авторы Вәсил Ғафаров. Уның менән эшләүе еңел, "Нәсихәттәр" һәм "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк" йырҙары ла киң танылыу яулар, тип ышанам. Режиссер Рөстәм Хәкимов һәм уның хәләл ефете, музаһы Гүзәл тураһында әйткәндә - беҙ рухташтар. Театрҙың үҙем яратҡан, шул тиклем күңелемә яҡын башҡорт труппаһы менән репетицияларҙа бергә ултырыуы үҙе бер бәхет: яратҡан эш, яратҡан ижад кешеләре, йәмғиәтебеҙгә шул тиклем кәрәк материал...

Башҡорт халҡының бөйөк ул һәм ҡыҙҙарына бағышланған спектаклдәр буйынса быға тиклем дә эшләгәнегеҙ бар: Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Миңлеғәли Шайморатов... Материал шәхесенә күрә айырым ойоштороу эштәрен талап итәме, әллә бер төрлө энциклопедик ҡараш барлыҡҡа килдеме?

- Эйе, был шағир тураһында өсөнсө спектакль. Шайморатов тураһындағы пьеса документаль булараҡ, ҡараш һәм маҡсаттары йәһәтенән икенсе төрлөрәк ине. Үҙемдең алымдарымды ҡабатлау ҡурҡынысы бар ине, йәшермәйем. Әммә Аҡмулла осрағында мине икенсе тарих ылыҡтырҙы - беҙҙең рухи аң-белем таратыусыларыбыҙ, мәҙрәсә, бөйөк арҡаҙаштары йәшеренгән серле шаршауҙы, шул осорға ҡараған ҡатламды бер аҙ асыу. Килеп сыҡтымы был, юҡмы - тамашасылар хөкөмөндә, ләкин берәйһе Аҡмулла һәйкәле эргәһенән үтеп барышлай беҙҙең спектаклде иҫенә төшөрһә һәм шиғырынан бер нисә юлын хәтерләһә, мине һәм бөтә командабыҙҙы бәхетле итәсәк.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.12.22 | Ҡаралған: 271

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru