«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫУАШ БУЛҺАҢ –БАҪЫРҘАР
+  - 

Беҙгә, журналистарға, йыш ҡына гәзит уҡыусыларыбыҙға төрлө ярҙам күрһәтергә тура килә. Юрист та булабыҙ ҡайһы ваҡыт, психолог та. Ҡайһы берәүҙәре ниндәй ҙә булһа мәсьәләне хәл итеүҙе үтенә, икенселәре һеҙгә ҡыҙыҡлы тема булыр, тип, үҙе тарыған ғәжәп ваҡиға, әкәмәт хәл тураһында бәйән итеп, шул уҡ ваҡытта проблема күтәрә, ҡайғы-хәсрәте менән уртаҡлаша. Өсөнсөләр редакцияға күңелен бушатырға килә. Билдәле инде, күптәр ғәҙеллек, дөрөҫлөк эҙләп мөрәжәғәт итә. Улар йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәһенә ҡағыла. Кемдер ғаилә, күрше, хеҙмәттәштәре мөнәсәбәттәрендә хәҡиҡәт эҙләй, икенселәр власть эшмәкәрлеге, ҡабул ителгән закондарҙың кешелек ҡанундарына тура килмәүе менән риза түгел. Телефондан да шылтыраталар, хат менән дә мөрәжәғәт итәләр.

Яңыраҡ 20 йәшлек ҡыҙы менән бер ҡатын килеп инде. Ҡыҙы ҡайҙа ғына эшләһә лә, эш биреүсенең аҡсаһын биреп бөтөрмәүенә, ҡайһы берҙә бөтөнләй эш хаҡын түләмәй ҡайтарып ебәреүҙәренә зарланды әсәй. Һөнәре - бухгалтер, әммә стажы, эш тәжрибәһе булмағас, ҡыҙын бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар икән. Бер йылда алты эш урынын алмаштырырға өлгөргән: бер нисә урында официант булып эшләгән, баҙарҙа, магазинда аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һатыуға ла сыҡҡан. Ҡыҙының бер урында оҙаҡ тотҡарланмауын, эштән эшкә йөрөүен эшҡыуарҙарҙың ғәҙелһеҙлегенә килешә алмауы менән аңлатты ҡатын. Алдаҡсылар, оятһыҙҙар, тупаҫтар, әҙәпһеҙҙәр заманы, тип, бөгөнгө көндө, аҙмы-күпме эшләп киткән эшҡыуарҙарҙы әрләп бөткәнсе, ҡыҙы бер нәмә лә өндәшмәне. Һуңғы тапҡыр ни эшләп эштән китеүе тураһында һорап, ҡыҙға өндәшәм. Уныһы ыҡ-мыҡ иткәнсе, тағы әсәһе һүҙ алды:
- Ҡыҙым ни тиклем тырышып эшләһә лә, магазин етәксеһе уның менән бергә урынлашҡан ялҡау, эшкинмәгән икенсе ҡыҙҙы маҡтап, бөтәһенә өлгө итеп ҡуя, ә минекенең тырышлығын бөтөнләй күрмәй, киреһенсә, етешһеҙлеген табып, ваҡ-төйәккә бәйләнә. Бөтәһенә лә түҙер ҙә ине, бер үк эште эшләп, аҡсаһында ҙур айырма булғас, ризалашманы шул.
Күренеп тора, ҡыҙыҡай бик ҡыйыуһыҙ, әсәһенең күҙенә генә ҡарап тора. Килештермәһәм дә:
- Күпме түләнеләр һуң? - тип ҡыҙҙан һораным.
- Урынлашҡан ваҡытта айына 13 мең һумдан да кәм булмаясаҡ тигәйне, йәнә һатылған тауарҙан 5 процент түләйем, тип вәғәҙә иткәйне. Ай аҙағында вәғәҙә иткәненең яртыһын ғына бирҙе, - ти ҡыҙ.
- Эш хаҡын ни өсөн кәметеүен етәксеңдән һораныңмы һуң? - тим.
- Ул миңә барыһын да яҙып бирҙе, - тине лә, конверт һымаҡ бәләкәй генә сумкаһынан ҡағыҙ киҫәген сығарҙы. Унда сәбәпһеҙ һуңлап килгәне, эш урынын бысраҡ тотҡаны, дөрөҫ иҫәпләмәгәне өсөн эш хаҡы кәметелеүе хаҡында яҙылғайны. Өҫтәүенә, һатҡан әйберенең проценты ла бик аҙ сыҡҡан...
Ҡыҙҙың ҡалтыранған нескә тауышын ишеткәс, ҡапыл кешенең күңел донъяһын яҡшы белгән билдәле яҙыусы Антон Чеховтың "Размазня" исемле хикәйәһе иҫкә төштө. Унда бер байҙың гувернанткаһына ике айлыҡ эш хаҡын 80 һум вәғәҙә итеүе, бирер ваҡыт еткәс, алдап-йолдап уны 11 һумға тиклем кәметеүе тураһында бәйән ителә. Ябай ғына эпизод аша автор ике кешенең - байҙың һәм гувернантканың - психологик образдарын асып һала. Үрҙә атап кителгән ҡыҙыҡай һәм эш биреүсе осрағындағы кеүек, хужа гувернанткаһының эш хаҡын ни өсөн ҡыҫҡартҡанын яҙып барҙым тип, һәр береһен уҡытыусы ҡыҙға тәфсирләп аңлата. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙың бөтәһе менән дә өнһөҙ килешеүе төп геройҙы сығырынан сығара. Аҙаҡтан ул был ҡылығын гувернанткаға эш биреүселәргә ҡарата ҡыйыуыраҡ булырға, асығауыҙ, бешмәгән булмаҫҡа һабаҡ биреү маҡсатында эшләүен әйтә. Түбәнһетеүҙәргә риза булып, өндәшмәй ҡалған өсөн һине алдарға, кәмһетергә тырышалар, уҫалыраҡ бул, үҙеңә тейешлене талап итергә өйрән, тип кәңәш бирә.
Күреүегеҙсә, яҙыусы күтәргән проблема бөгөнгө йәмғиәттә лә бар. Антон Павлович ул ваҡытта крепостнойлыҡ хоҡуғы бөтөрөлөү сәбәпле юғалып ҡалған, аҙ ғына эш хаҡына ла күнеп эшләргә мәжбүр булған Рәсәй халҡын бер ҡыҙ миҫалында күрһәтһә, редакцияға ярҙам һорап килгән ҡыҙ - бөгөнгө Рәсәйҙең ҡыҫҡартыу һәм ҡулайлаштырыу еле ҡорбаны. Әгәр ҙә бөтә предприятиелар ҙа элеккесә эшләһә, штат берәмектәре һаҡланһа, был йәш замандашыбыҙ ҙа үҙе һайлаған һөнәре буйынса урын табыр, стажы ла, тәжрибәһе лә булыр ине, моғайын. Әлбиттә, был ҡыҙҙың, Антон Чехов әйтмешләй, бешмәгәнлеге, асыҡ ауыҙлығы ла юҡ түгел. Бер нисә тапҡыр һуңлап килеүен, эш урынын бысраҡ тотоуын иҫәпкә алһаң, яуаплылыҡ та самалылыр, тип уйларға урын бар. Икенсе яҡтан, әсәһенең күҙ ҡарашынан ҡурҡып торған был бала эш биреүсегә ышанысһыҙ ҙа булып тойолоуы ихтимал. Шуғалыр ҙа, бәлки, унан төрлө юлдар менән тиҙ генә ҡотолоу яғын ҡарайҙарҙыр.
Ҡыҙ, бәлки, ул хәтлем төшөп ҡалғандан да түгелдер. Тәрбиәле, әҙәпле кеше, ғәҙәттә, тупаҫ һәм ҡаты күңеллеләрҙән айырмалы, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә бит. Әммә, Чеховтың "Размазня"һындағы төп герой әйтмешләй, был донъяла бер нисек тә ебегәнлек күрһәтергә ярамай, көслө булғанда ғына йәшәүе еңел. Бөгөнгө заманда иһә көслө булыу өсөн төрлө яҡлы белемдән тыш, йәштәргә тағы ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек, эшһөйөүсәнлек һәм бешмәгән булып күренмәҫ өсөн ҡайһы берҙә уҫаллыҡ та кәрәк. Боронғолар юҡҡа ғына, йыуаш булһаң - баҫырҙар, тип әйтмәгәндер бит.

Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.22 | Ҡаралған: 198

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru