«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ИЛЕҢДӘ СОЛТАНМЫ, ОЛТАНМЫ?
+  - 

"Киске Өфө" гәзитен күптән алдырам. Бер һүҙен дә ҡалдырмай уҡыйым, күршеләргә һөйләйем. Бәхәстәр, әңгәмәләр, диалогтар оҡшай. Бәхәстәрҙе ҡурҡмай, тартынмай бирергә кәрәк, тием. Ул уҡыусыларҙы әүҙемләштерә.

Бер саҡ гәзит биттәрендә "Сит ерҙә олтан булғансы, үҙ илендә солтан бул" тигән мәҡәл дөрөҫмө, әллә "Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илендә олтан бул" дөрөҫмө?" тигән бәхәс булып алғайны. Был мәҡәл буйынса мин дә күптән уйланам һәм үҙ фекеремде әйтәйем, тием.
Минеңсә, сит илдә йәшәгәс, әлбиттә, солтан булып йәшәргә кәрәк. Әммә сит илдәге солтанлыҡтың үҙеңдән башҡа кемгә кәрәге бар? Ә үҙ илеңдә һин кем генә булма, ни генә эшләмә - барыбер һин солтанһың. Кеше үҙ илендә ни эшләп олтан булһын? Үҙ иле - үҙ өйө бит уның.
Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар, тиҙәр. Шуға мин дә халыҡ аҡылына мөрәжәғәт итеп, үҙ фекеремде дөрөҫләмәксе булдым һәм ошондай мәҡәлдәр таптым:
Үҙ илең - алтын, кеше иле - тотҡон.
Үҙ илем - алтын бишек,
кеше иле - үтә тишек.
Үҙ илендә кем дә бей.
Үҙ илеңдә ҡарлуғас булһаң да,
кеше илендә ҡарға булырһың.
Үҙ илеңдә үҙең ҙур.
Үҙ йортонда алйот та хужа.
Һәм башҡа ошондай мәҡәлдәр минең фекеремде дөрөҫләне. Шуға ла "Сит илдә олтан булғансы, үҙ илеңдә солтан бул" тигән мәҡәлде дөрөҫ тип ҡарап, ҡайһы бер китаптарҙа яңылыш яҙылғандарын төҙәтергә кәрәк.
Был мәсьәләгә ни өсөн ҡайттым? Хәҙер бит күп кенә балалар сит илдәрҙә йәшәүҙе хуп күрә һәм уларҙың атай-әсәйҙәре лә "Балам фәлән ерҙә фәлән вазифа башҡара", тип маҡтанған була. Әлбиттә, башҡарыр. Башҡорт балаһы башлы инде ул - эшләй ҙә, эшләтә лә белә. Ә сит илдә кемгәлер хеҙмәт итеп, "олтан" булып йөрөүенән кемгә файҙа? Илгәме? Ата-әсәһенәме? Ата-әсәһенең һуңғы көндәренә тиклем балаһы менән бер һөйләшергә зар-интизар булып, хатта фани донъянан китер алда күреп ҡалыуҙан да мәхрүм булғандар аҙмы?
Беҙ мәҡәлде дөрөҫләп ҡуймаһаҡ, балаға бәләкәй сағынан уҡ яңылыш фекер һалып, яңылыш йүнәлеш бирәбеҙ. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр аҙ ғына уңышһыҙлыҡҡа юлыҡһалар ҙа, "Үҙ илемдә олтан булғансы, сит илдә солтан булам мин" тип, ҡул һелтәп сығып китеүсән була. Нисек кенә булмаһын, ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ.

Гөлимә ХАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.22 | Ҡаралған: 416

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru