«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҪӘН-ҺАУ ҺӘМ ЕҢЕҮ МЕНӘН ҠАЙТЫҒЫҘ!
+  - 

Өфөнөң Совет майҙанында Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө ирекле башҡорт батальонын оҙатыу тантанаһы уҙҙы. Батальон хәрби бүлексәләр ветерандары башланғысы менән ойошторолдо. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был идеяны хупланы. Батальон айырым хәрби берәмек булараҡ Рәсәй гвардияһы составына инде.

Хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы республика етәксеһе Радий Хәбировтың һәм Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал-лейтенант Руслан Султыговтың Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыуынан башланды."Махсус хәрби операция башланғандан алып меңәрләгән ир-егет хәрби бурысын үтәй, илебеҙҙе һаҡлай, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә. Уларға ярҙам кәрәк. Бөгөн тотош республика исеменән һеҙгә Тыуған илде яҡлау тураһында ҡарар ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарҙың яугирҙарына ярҙам итеп торабыҙ, һеҙҙең хаҡта ла хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Ғаиләгеҙҙе, туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы ярҙамыбыҙҙан ташламабыҙ. Һеҙгә ныҡлы вәғәҙә бирәм. Тап ошо майҙандан ата-бабаларыбыҙ фашистарға ҡаршы һуғышҡа киткән. Бөгөн һеҙ ошо хәрби батырлыҡты дауам итәһегеҙ. Минең артта - генерал Шайморатов һәйкәле. Уның "Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!" тигән девизын онотмағыҙ. Һеҙҙең хәрби бурыстарҙы үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ", - тине Радий Хәбиров батальон яугирҙарына мөрәжәғәт итеп. Республика етәксеһе хәрби подразделение командиры, подполковник Дмитрий Ф.-ҡа Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны байрағын тапшырҙы. "Батальондың шәхси составы араһында - 48 хәрби хәрәкәт ветераны, 12 яугир махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Салауат Юлаев исемендәге батальондың шәхси составы исеменән һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ, хәрби бурыстарҙы лайыҡлы һәм намыҫлы үтәрбеҙ тип ышандырам", - тине батальон командиры.
Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал-лейтенант Руслан Султыгов үҙ сығышында 81 йыл элек, 1941 йылдың декабрендә, данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһының ойошторолоуы һәм уның командиры итеп хәрби генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тәғәйенләнеүе хаҡында тағы бер тапҡыр иҫләп үтте.
Тантаналы марш менән атлап үткәс, батальон яугирҙары туғандары һәм яҡындары менән хушлашты.

"Киске Өфө" гәзите, №51, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.22 | Ҡаралған: 258

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru