«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙОМШАҠ, ТЫНЫС, ЙОРТАУАЙ!
+  - 


Тотороҡһоҙ, ни уйлағанын да белеп булмаған, тыштан тыныс күренһә лә, теләһә ниндәй минутта ҡорбанына ташланырға әҙер торған Юлбарыҫ, нисек кенә ажарланып, аҙау тешен күрһәтергә маташмаһын, шөкөр, уның китер мәле лә етте. Төрлөһө булды. Рәсәйҙе үҙҙәре теләгән рәүешкә бороп, үҙ шарттарын ҡуймаҡсы, ресурстарыбыҙ һәм илебеҙ яҙмышын ҡулға төшөрмәксе коллектив Көнбайышҡа ил ҡеүәтен ҡаршы ҡуйыу, Ватаныбыҙҙың үҙаллылығы һәм азатлығы хаҡына илһөйәрлек, ватанға тоғролоҡ традицияларын раҫлау өсөн кәрәк булған Махсус хәрби операция менән өлөшләтә мобилизацияны ла, ошо юлда йәндәрен фиҙа ҡылған арыҫландай улдарыбыҙ ҡайғыһын да кисерергә тура килде Юлбарыҫ йылында.

Шул уҡ ваҡытта ғәҙеллек яҡлы Рәсәй көслө символ эйәһе Юлбарыҫ ҡурсалауында булды, ти астрологтар. Хоҙай Тәғәлә насип иткән ризыҡ-ниғмәттәр, уңыш һәм муллыҡ осоро ла булды бит 2022 йыл. Шунан нимә әйтәһең был йылға? Уның ҡарауы, ажарлы йыл хужаһына алмашҡа йомшаҡ, тыныс, бәхәс һәм конфликттарҙы ене һөймәгән, хәстәрлекле, йортауай ғаилә һаҡсыһы булараҡ танылған Ҡуян килә! Йомшаҡҡай булыуына ҡарамаҫтан, кәрәк саҡта, айырыуса, әгәр биләмәһенә һәм хоҡуҡтарына хәүеф янаһа, йортон һәм ғаиләһен яҡлап, ҡыйыу "һуғыш суҡмары"на әүерелеүе лә ихтимал, ләкин нимә генә тимә, Ҡуян барыбер емереүсе түгел, ә ижад итеүсе, оя ҡороусы сифатына тоғро булып ҡала һәм һуғышсан Юлбарыҫ һалған яраларҙы ялап, имләп, именлеккә юл һалыр, тип өмөт итәйектәр. Ә шулай ҙа аҡыллы Ҡуян менән уртаҡ тел табыу, уның ҡурсалауында булыу өсөн әҙәм балаһынан ниндәй сифаттар талап ителә һәм был йылда көнсығыш йондоҙнамә билдәләрен ниҙәр көтә?

СЫСҠАН (1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008, 2020): 2023 йылда уның иғтибар үҙәгендә йорто һәм ғаиләһе булыр. Тылды нығытыу сысҡанға үҙен ышаныслы тоторға, уңыш һәм ихтирам яуларға ярҙам итәсәк. Был йыл йорт, фатир һатып алыу, ремонт, төҙөлөш һәм уңайлыҡтар булдырыу эштәре менән үтәсәк. Үҙгәреп торған бөгөнгө донъяла өй һәм ғаилә һеҙҙең тотороҡлолоҡто һаҡлар, үҫешегеҙҙе тәьмин итеүсе терәк булыр. Көсөгөҙҙө йорт яны баҡсағыҙҙа, шәхси участка ерегеҙҙә эшләүгә туплағыҙ. Ошо йылда нәҫел тарихығыҙҙы өйрәнеүгә күңел һалып, быуындар бәйләнешен нығытығыҙ, ата-әсәгеҙҙе, туғандарығыҙҙы - бөтөн ғаиләгеҙҙе бергә ойоштороп, хәстәрләүсе үҙәккә әйләнерһегеҙ.

ҮГЕҘ (1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009, 2021): Был билдәне ваҡиғаларға бай йыл көтә: ҡыҙыҡлы, файҙалы кешеләр менән осрашырһығыҙ, ниндәйҙер ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнарһығыҙ. Был йылды белем йә өҫтәмә мәғлүмәттәр, күнекмәләр алыуға арнағыҙ: семинарҙарға, тренингтарға йөрөгөҙ - киләсәктә бының кәрәге тейеүе ихтимал. Күберәк уҡығыҙ һәм мәғлүмәт сығанаҡтарының асылына төшөнөргә тырышығыҙ. Киләсәктә, бәлки, яҙыу һәм әҙәби өлкәлә үҙегеҙҙе һынап ҡарарға теләрһегеҙ, йә булмаһа, мәғлүмәт ресурсығыҙҙы булдырып, күптәнге хыялығыҙға, шулай уҡ уңышҡа өлгәшерһегеҙ һәм ихтирам ҡаҙанырһығыҙ. Машинала, поезда сәйәхәтегеҙ онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырыр.

ЮЛБАРЫҪ (1938, 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010, 2022): Тыуып килгән йыл һеҙгә аҡса эшләргә мөмкинлек бирә, уны файҙаланырға тырышығыҙ. Ҡулығыҙға аҡса төшһә, уны сарыф итергә ашыҡмағыҙ, киреһенсә, килем-сығымдарығыҙҙы иҫәпләп, мөмкин тиклем аҡса туплап ҡалырға ынтылығыҙ һәм кәрәкмәгән нәмәләр һатып алыуҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең бурыс - үҙегеҙҙең финанс хәүефһеҙлегегеҙҙе тәьмин итеү. Был бөгөнгө ҡатмарлы заманда үҙегеҙҙе ышаныслы тойорға ярҙам итер. Бурысҡа алыу, кредиттар менән булышмағыҙ, үҙ хәлегеҙгә таянығыҙ, шул саҡ күберәк аҡса эшләрһегеҙ һәм кәрәкле нәмәләрегеҙҙе һатып алырһығыҙ. Үҙ эшегеҙҙе асырһығыҙ йә булмаһа, өҫтәмә килем сығанағы булырҙай яҡшы эшкә урынлашырһығыҙ.

ҠУЯН (1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011): Был һеҙҙең өсөн ифрат та мөһим йыл булмаҡсы. Әле һеҙ бөтә нәмә: уңыштарығыҙ һәм ҡаҙаныштарығыҙ өсөн дә, хата һәм яңылышлыҡтарығыҙ өсөн дә үҙегеҙ яуап бирәһегеҙ. Шуға күрә зарланмағыҙ һәм яуаплылыҡты башҡаларға япһармағыҙ. Идара итеү дилбегәһен үҙ ҡулдарығыҙға алығыҙ һәм маҡсатығыҙға табан атлағыҙ. Әгәр һеҙҙең күптән уйлап та бойомға ашыра алмайынса йөрөгән пландарығыҙ булһа, ең һыҙғанып әле тотонорға форсат тыуа. Үҙ аҡылығыҙ, үҙ фекерегеҙгә тоғро булып ҡалығыҙ, шул осраҡта башҡалар һүҙенә лә ҡолаҡ һалығыҙ, тик барыбер йөрәгегеҙ ҡушҡанса эшләгеҙ.

АЖДАҺА (1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012): Килеп еткән был йылда "күләгәгә" китеп тороғоҙ, әллә ни күҙгә салынып бармауығыҙ хәйерлерәк булыр. Үҙ тормошоғоҙҙо күҙҙән үткәрегеҙ, иғтибар үҙәгендә булмаҫҡа тырышығыҙ. Аулаҡ ҡалып уйланығыҙ, тәбиғәттә булығыҙ, рухи күнекмәләр үҙләштерегеҙ - был һеҙгә көс-ҡеүәт кенә өҫтәр. Эске донъяғыҙға бирелегеҙ, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйланығыҙ, ғибәҙәт ҡылығыҙ, медитация менән шөғөлләнегеҙ, изге китаптар уҡығыҙ һәм үҙегеҙҙе борсоған хәүефле уйҙарығыҙҙан арынырға тырышығыҙ: йыл тыныс буласаҡ һәм һәүетемсә үтәсәк. Һеҙҙең дә күңел донъяғыҙ нурланыр, үҙегеҙҙә көс-ҡеүәт өҫтәлеүен тойорһоғоҙ.

ЙЫЛАН (1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013): Һеҙҙе ғәҙәттән тыш ҡыҙыҡлы, күңелле осор көтә, күнеккән тормош тәртибегеҙ ҡапыл баштан -аяҡ үҙгәрер һымаҡ, тик ҡурҡмағыҙ: үҙгәрештәр фәҡәт яҡшыға ғына буласаҡ, тәүҙәрәк быға ышаныуы ҡыйыныраҡ тойолһа ла. Ҡуян йылында ниндәй генә тетрәнеүҙәр булған хәлдә лә, улар һеҙгә артабанғы үҫеш кимәленә сығырға булышлыҡ итер. Был осор һеҙҙең ҡулдан килмәгән эш булмаясаҡ: яҙмыш һеҙгә хыялығыҙға яҡынларға мөмкинлек бирә, ә янығыҙҙа һәр саҡ ысын дуҫтарығыҙ иңен тойорһоғоҙ. Фекерҙәштәр табырһығыҙ, улар һеҙгә яңы проекттарығыҙҙы атҡарырға ярҙам итер. Хәйриә эше, ихтыяжы булғандарға ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнеү ҙә файҙалы булыр.

ЙЫЛҠЫ (1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014): Йыл һеҙҙең карьерағыҙ һәм һөнәри үҫешегеҙ өсөн хәл иткес буласаҡ, ти йондоҙҙар. Иң мөһиме - үҙегеҙгә ышанығыҙ, шул ваҡытта "наполеондарса" ниәттәрегеҙ ҙә бойомға ашыр һәм тырышлығығыҙ үҙ баһаһын алыр. Бәлки, бик яҡшы һәм аҡсалы эш тәҡдим итерҙәр: баш тарта күрмәгеҙ - ҡулығыҙҙан киләсәк! Хеҙмәт вазифаһы буйынса үҫергә көс табасаҡһығыҙ, хатта ки юғары урын биләү ихтималы бар. Үҙ бизнесығыҙҙы асыу өсөн дә уңайлы ваҡыт етә. Абруйығыҙ күтәрелер һәм был һеҙгә файҙа ғына килтерер.

ҠУЙ (1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015): Ҡуян йылы алдығыҙҙа сикһеҙ мөмкинлектәр асыр, унда хаҡлы рәүештә үҙ урынығыҙҙы табырһығыҙ. Рухи үҫеш кимәлегеҙ яңы уңыштар килтерер. Өҫтәмә белем алығыҙ, ғилми хеҙмәт яҙырға форсат тыуа, сит ил хеҙмәттәштәрегеҙ менән осрашып, фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Йыл алыҫ сәйәхәттәр өсөн дә бик уңай, һеҙ был турала электән хыяллана инегеҙ - файҙаланып ҡалығыҙ: был тормошоғоҙҙо үҙгәртеп ебәреүе лә ихтимал.

МАЙМЫЛ (1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016): Ҡуян йылында һеҙгә бойоғорға тура килмәҫ. Ваҡыт-ваҡыты менән үҙегеҙҙе сикке һыҙатта кеүек тойһағыҙ ҙа, был һеҙгә үҙ-үҙегеҙгә ышаныс ҡына өҫтәр, рухығыҙ нығыныуын тойорһоғоҙ. Тормош алдығыҙға ҡатмарлы ғына мәсьәләләр ҡуйыуға ҡарамаҫтан, күңел ныҡлығы тап ошондай хәлдәрҙе артылғанда килер. Тормошоғоҙҙа күп нәмәне үҙгәртергә тура килер - бөтәһен дә үҙегеҙҙең яҡшыға көйләнешегеҙ хәл итер.

ӘТӘС (1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017): Был йылдағы иң мөһим бурысығыҙ - аралашыу мөхитегеҙҙе киңәйтегеҙ, фекерҙәштәр табығыҙ һәм шул уҡ ваҡытта дөйөм эш: бизнес асырға итәһегеҙме, әллә ғаилә ҡорорға уйлайһығыҙмы - дөйөм эш өсөн яуаплылыҡ алырға ҡурҡмағыҙ. Йәмәғәт урындарына, кеше араһына йышыраҡ сығығыҙ: буласаҡ тормош юлдашығыҙҙы йә булмаһа, эш буйынса партнерығыҙҙы шунда осратырһығыҙ кеүек. Диңгеҙ янында көн торошо яҡшырғанды көтөп ултырмағыҙ, үҙегеҙ башлап аҙым яһағыҙ: эҙләгәнегеҙҙе табырһығыҙ. Юрист һөнәрлеләр эштәрендә уңышҡа өлгәшер.

ЭТ (1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018): Ҡуян йылында көндәлек эштәргә күмелеп, ҙур тырышлыҡ һалырға, яҡындарығыҙҙы хәстәрләргә кәрәк булыр. Мәшәҡәттәрҙән ҡурҡып ҡалмағыҙ, бөгөндән үк ваҡытығыҙ һәм мөмкинлектәрегеҙҙе барлап, теүәлләп ҡуйығыҙ. Һөнәри вазифаларығыҙҙы башҡарыу иһә тағы ла күберәк көс талап итәсәк. Яуаплы эш йөкмәтеүҙәре ихтимал, ышанығыҙ: һеҙ булдырасаҡһығыҙ! Шул уҡ ваҡытта һаулығығыҙҙы ҡайғыртырға ла онотоп китмәгеҙ: организмығыҙҙы сыныҡтырығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, медицина тикшеренеүҙәре үтеп тороғоҙ.

СУСҠА (1947,1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019): Был йылда үҙ күңелегеҙҙе күреп йәшәрһегеҙ. Бер аҙ ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, үҙегеҙ өсөн дә, яратҡан шөғөлөгөҙ йә ижад менән булырға ла ваҡыт табырһығыҙ. Был һеҙгә яҡшы кәйеф өҫтәр. Романтик мажаралар ҙа булып алыр тормошоғоҙҙа, бынан да баш тартмағыҙ. Үҙ исемегеҙҙе, абруйығыҙҙы нығытыу буйынса эшләгеҙ. Үҙегеҙҙе яратығыҙ һәм хәстәрләгеҙ: яңы кейем һатып алаһығыҙмы, матурлыҡ салондарына, массаж, фитнес залдарына йөрөйһөгөҙмө - ваҡыт табырға тура килер. Яҡындарығыҙҙы ла хәстәрләгеҙ, айырыуса балаларығыҙға иғтибар бүлегеҙ. Улар менән аралашыуҙан күңелегеҙ үҫер, көс-ҡеүәт өҫтәлер.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.22 | Ҡаралған: 235

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru