«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИНЕ МӘҢГЕ ОНОТМАБЫҘ!
+  - 


Рәшит ШӘКҮР, Башҡортостандың халыҡ шағиры, йәмәғәт эшмәкәре: Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов етәкселек иткән йылдар - беҙҙең республика һәм халҡыбыҙ тарихында айырым бер дәүер булып тора. Ул Башҡортостан тарихында бик ҡәҙерле дәүер булып ҡаласаҡ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкләгән осорҙа быға тиклем бөтөнләй булмаған ҙур үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Беҙ ҙур тырышлыҡ менән Башҡортостан Фәндәр академияһын булдырҙыҡ. Бөгөн иһә ошо академияның һөҙөмтәле эшләүен, ҙур уңыштарға өлгәшеүен күрәбеҙ. Ғүмер буйы киностудия тураһында хыялланып йәшәнек. Һәм, ниһайәт, суверенитет яулағандан һуң киностудиябыҙҙы ойошторорға мөмкинлек барлыҡҡа килде. 1997 йылда Рәсәйҙә беренселәрҙән булып "Башҡортостан" энциклопедияһын баҫтырып сығарҙыҡ. Ул башта урыҫ телендә, икенсе йылына башҡортса донъя күрҙе. Беҙҙең энциклопедия эшмәкәрлеге ошо дәүерҙән башланды.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән осорҙа быға тиклем булмаған өр-яңы гәзит-журналдар сығарыуға өлгәштек. Бөгөнгө көндәге башҡорт-татар телендә сыҡҡан баҫмалар барыһы ла Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән дәүерҙең, суверенитет яулауыбыҙҙың емештәре. Шуның өсөн дә Башҡортостан халҡы ғүмер-ғүмергә Мортаза Ғөбәйҙулла улы тураһындағы хәтирәләрен йөрәк түрендә һаҡлаясаҡ.

Рафаэль БАЙДӘҮЛӘТОВ, 1999-2008 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры: Миңә оҙаҡ йылдар Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән эшләргә тура килде. Республиканы 1993 йылда, иң ауыр ваҡытта етәкләп, ул уны алдынғылыҡҡа сығарҙы. Ул ысынлап та халыҡтың мәнфәғәте өсөн эштәр башҡарҙы. Башҡортостанды Рәсәйҙең алдынғы төбәге тип танынылар, күп кенә сит илдәрҙә белделәр. Уны федераль власть белде һәм хөрмәт итте, ул билдәле сәйәсмән булды.
Ул үҙенсәлекле һәм шул тиклем тырыш кеше ине! Һәр ваҡыт кешеләрҙең тормошон нисек тә яҡшыртыу тураһында уйланы. Берәй районға бармаған аҙнаһы булманы, республиканың барлыҡ мөйөштәрен йөрөп сыҡты. Унда нимәләр эшләргә кәрәклеген асыҡлап, күрһәтмәләр бирҙе. Беҙ тиҙ генә эшкә тотона инек, сөнки беләбеҙ: ул бер нәмәне лә онотмай һәм һорай.
Ул команда туплай белде. Беҙҙең коллектив бик эшсән ине һәм бик күп эшләне. Республика ҡалаларында ғына түгел, төпкөл ауылдарҙа торлаҡ һәм юлдар төҙөлдө, газ үткәрелде. Ул бөтә процесты контролдә тотто, уның теүәл үтәлешен талап итте. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ауыл халҡына айырым иғтибар бирҙе. Ул ауыл предприятиеларын һаҡлап ҡалды. Ельциндың совхоздарҙы бөтөрөү тураһындағы бойороғона ҡарамаҫтан, үҙенең указын сығарҙы - предприятиелар юридик берәмек булараҡ үҙгәрһен, әммә ҡалһын. Ауылды бер ҡасан да онотмаҫҡа, ярҙам итергә, тип әйтә килде. Шуға күрә газ үткәреү тулы ҡеүәттә барҙы, ул саҡта уҡ газ үткәреүҙе 86 процентҡа тиклем еткерҙек һәм илдә беренсе урынға сыҡты. Автомобиль юлдарының оҙонлоғо буйынса алдынғы урынға сыҡтыҡ. Тағы бик күп нәмәне һанап китергә мөмкин. Шуға күрә ул халҡыбыҙҙың лайыҡлы улы булып иҫтә ҡалыр, уның ҡаҙаныштарын бер кем дә онотмаҫ.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ: Мортаза Рәхимовтың 70 йәшлек юбилейына яҙған мәҡәләмде "Атайыма оҡшағанһығыҙ" тип атағайным. Ысынлап та, кемдәр генә Мортаза Ғөбәйҙулла улын үҙенең атаһына оҡшатманы икән!
Әгәр ҙә йортта атай кеше үҙ урынында булһа, үҙенең вазифаһын намыҫ менән үтәһә, балаларына тигеҙ ҡараһа, ул йортҡа ҡот-бәрәкәт ҡуна. Ундай йорт менән башҡалар иҫәпләшә, ихтирам, хөрмәт менән ҡарай, уға тиңләшергә тырыша.
Минең атайым да ана шундай кеше ине. Уның ғәжәйеп бер сифаты булды. Атайым ниәт иткән эшенә, күп тә уйлап тормайынса, шунда уҡ тотондо. Икеләнеү тигән тойғо уға хас түгел ине. Хәбәр һатырға уның ваҡыты бөтөнләй булманы. Башҡалар хыял йөрөтөп, оҙайлы пландар ҡороп бөткәнсе, атайым ул эште башҡарып та ҡуя торғайны...
Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов та тап шундай кеше булды. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғандан алып, ҡыл да ҡыбырлата белмәгән бушбоғаҙ сәйәсмәндәр ике тиҫтәгә яҡын ваҡыт көнөн-төнөн: "Киләсәктә Рәсәй нисек булырға тейеш?" - тип сүбәк сәйнәгәндә, Президентыбыҙ Рәхимов киләсәктәге Рәсәйҙең идеаль модулен төҙөп тә ҡуйҙы. Һәр хәлдә, прогрессив ҡарашлы сәйәсмәндәр беҙҙең республиканы тап шулай итеп күрҙе. Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанды шул саҡта "бер тамсыла сағылған Рәсәй"гә тиңләне...
Баҡыйлыҡҡа күсеүҙе халыҡта "төп йортҡа ҡайтыу" тип тә атау бар. Илебеҙ, республикабыҙ үҫешенең иң киҫкен, иң һынылышлы, иң ауыр мәлендә тормошобоҙ карабын сайҡалтмайса алып барған, иң ауырын үҙ иңендә күтәргән ил ағаһы Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов "төп йортҡа" ҡайтты. Инде лә тынғыһыҙ йәне тыныслыҡ тапһын! Амин!

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ: Әҙәм балалары фани донъяға килә, үҙҙәренә ярашлы урындарын алып, ғүмер кисерә. Барыһы лә ҡәҙимгесә, тормош ҡанундары шулай. Әммә барса замандарҙа ла, башҡаларҙан айырылып тороп, замандаштарын алға әйҙәүсе, уларҙың йәшәйеш юлдарын билдәләүсе юлбашсылар була. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ла ошондай аҫыл заттарҙан булды.
Ә бит ул ҡасандыр бер ҡәҙимге башҡорт ауылында тыуып үҫкән егеттәрҙең береһе. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы Ғөбәйҙулла һуғыш ҡырында, ә уның ғаиләһе ауылда, ер өйҙә көн күрә. 1946 йылда ғына тыуған яғына иҫән-һау ҡайтҡан яугир, ғаиләһенең ниндәй хәлгә төшкәнен күреп, ултырып илай. Әммә тормош дауам итә, барса халыҡ яҡты киләсәк хаҡына ал-ял белмәй эшләүен дауам итә.
Йәш егет Мортаза ла, белемле, уҡымышлы кешеләрҙең ил өсөн үтә лә кәрәкле булыуын яҡшы аңлап, нефтсе һөнәрен һайлай. Ул ябай операторҙан СССР-ҙағы иң ҙур нефть эшкәртеү заводы директоры вазифаһына тиклемге оло хеҙмәт юлын үтә. СССР тарҡалған осорҙа тап шундай башҡорт уҙаманының Башҡортостан кеүек ҡеүәтле республиканы етәкләп, уны ҡоротҡос реформалар ҡыйралышынан имен-аман алып сыға алыуы - үҙе бер мөғжизә кеүек хәҙер. Мортаза Рәхимов үҙ республикаһында ғына түгел, бөтөн Рәсәй кимәлендә оло абруй ҡаҙанды.
Етәксе генә булманы Мортаза ағайыбыҙ, ул асыҡ күңелле, ярҙамсыл, һәр бер ябай ауыл кешеһенә - механизатормы ул, һауынсымы, уҡытыусы йәиһә табипмы - иғтибарлы булды, уларҙың йөрәгенә үтеп инерҙәй һүҙҙәр таба белде. Етәкселек итеүенең һәр көнөндә тиерлек ауылдарҙы хәстәрләне ул. Шуның өсөн дә ауыл халҡы уны ихлас ҡабул итә, үҙ башҡорто итеп ярата ине. Иманыбыҙ камил, М.Ғ. Рәхимов илебеҙ тарихында ла, халҡыбыҙҙың мәңгелек хәтерендә лә лайыҡлы урын алды. Нисек кенә үкенесле булмаһын, Мортаза бабайыбыҙҙың баҡый донъяларға күсеүе Башҡортостаныбыҙҙың һуңғы өс тиҫтә йыл арауығындағы өр-яңы тарихының тамам булыуын аңлата. Әммә тормош дауам итә - Мортаза Ғөбәйҙулла улы киләсәккә оло өмөттәр һәм ышаныс менән йәшәне, беҙ ҙә ошо хәҡиҡәтте уның васыяты итеп ҡабул итәйек.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Киске Өфө" гәзите редакцияһы коллективы Мортаза Ғөбәйҙулла улын атаһылай, ағаһылай күргән, бөйөк шәхес итеп баһалаған бар кешеләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Донъя бер мосафирханалыр, инсан да рухтар ғәләменән, әсә ҡарынынан, балалыҡтан, йәшлектән, ҡартлыҡтан, ҡәбер ғәләменән әхирәткә күсеп киткән бер юлсылыр. Ауыр тупрағы еңел булһын мәрхүмдең.


"Киске Өфө" гәзите, №1, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.23 | Ҡаралған: 297

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru