«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӘРТЛЕЛӘР ДӘРТЛӘНДЕРӘ
+  - 

Мәләүез районы Смаҡ (Тамъян) ауылы халҡы өсөн былтырғы йыл ваҡиғаларға бай булды. Данлы башҡорт ырыуы Тамъян һәм күренекле шәхесебеҙ Смаҡ Ҡасаев исемдәрен йөрөткән ауылыбыҙ райондың иң билдәле төбәге. Ауыл матур тәбиғәте, данлы тарихы, күренекле шәхестәре менән генә түгел, ә уңған, талантлы һәм әүҙем халҡы менән танылған.

Райондағы ҙур тантаналарҙың күбеһе ошо ауылда үтте. Август айында бик ҙур әҙерлек менән ойошторолған "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы йыйылған халыҡты ла, саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ла хайран итте. Ауыл халҡын дөйөм эшкә әүҙемләштереү, уларҙы халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләүгә әйҙәү маҡсаты менән районда тик ошо ауылда ғына "Ауылдың почетлы гражданы", "Ауылым патриоты", "Ауылым ғорурлығы", ә татыу йәшәгән, үҙ йорт-ҡураларын ғына түгел, урамдарын да өмәләр яһап төҙөкләндергән урам халҡы өсөн "Ауылдың өлгөлө урамы" тигән маҡтаулы номинациялар булдырылды. Байрам йыл аҙағында Мәләүез районының "Сатурн" телерадиокомпанияһы ойошторған "Йылдың иң-иң ауыл байрамдары" исемле район конкурсында 1 урынға лайыҡ булды.
Ауыл мәҙәниәт йорто һәр саҡ гөрләп тора. Унда эшләп килгән "Нөгөш ынйылары" өлгөлө балалар һәм "Мәләүез ынйылары" башҡорт халыҡ фольклор төркөмдәре (етәксеһе БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Г.И. Хисаметдинова) район-ҡала кимәлендә генә түгел, республикала уҙған фольклор фестивалдәрендә күп еңеүҙәр яуланы. Мәҙәниәт йортонда онотолған халыҡ кәсептәрен - балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәнеү әйберҙәрен тергеҙеү, ошо һөнәрҙәрҙе йәш быуынға өйрәтеү өсөн түңәрәктәр эшләй. "Сулпылар" балалар бейеү коллективы (етәксеһе Н.С.Сукбаева) былтырғы Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте йылына арналған фестивалдә еңеү яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың "Хазина" вокал, "Йәнгүзәл" бейеү төркөмдәре лә бик уңышлы эшләп килә. 2022 йылдың октябрь айында район кимәлендәге Башҡорт мәҙәниәте байрамының, ноябрь айында район башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған I Тамъян ырыуы вәкилдәре йыйынының да Смаҡ мәҙәниәт йортонда уҙыуы юҡҡа түгелдер.
Йәш быуынды тәрбиәләүҙә ауылдың "Әминә" ағинәйҙәр ойошмаһы бик ҙур эш башҡара. Ауылдың "Сәғирә" мәсетендә балаларҙы һәм ололарҙы уҡытыу, дини байрамдар үткәреү, милли йолаларҙы тергеҙеү, төрлө хәйриә акцияларын ойоштороу, байрамдар үткәреү - улар һәр эште башлап йөрөүселәр. Үҙҙәре лә ауыл халҡы алдында йыш сығыш яһай, йырлап-бейеүгә бик маһирҙар. Мәләүез ҡалаһында уҙған "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсында ҡатнашыусылар алдында "Сабый бишеген ҡотлау" тигән боронғо йоланы күрһәттеләр. Район-ҡала ағинәйҙәре ойошмаһының семинары ла Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда уҙҙы.
2023 йылда "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашырға ҡарар итеү ҙә ауылыбыҙҙың уңған, талантлы, әүҙем халҡын, ауылдың данлы тарихын, күренекле шәхестәрен, башҡарған эштәребеҙҙең һөҙөмтәләрен, дөйөм әйткәндә, Смаҡ ауылы халҡының бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, алға ынтылып, дәртләнеп йәшәүен күрһәтеү ине. Конкурстың район күләмендә уҙған I турында еңеү яулау ҙа, һис шикһеҙ, үрҙә һанап үтелгән эштәребеҙҙең һөҙөмтәһе.

Гөлсөм ХИСАМЕТДИНОВА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.23 | Ҡаралған: 431

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru