«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

V БЫУАТТАН БАШЛАНА...
+  - 

Үткән йыл аҙағында Өфө Фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетында "Башҡорт яҙма әҙәбиәте" антологияһының исем туйы булды. Сарала Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт педагогия университеты уҡытыусылары, Өфө университетының ғалимдары ҡатнашты.

Антология ике томдан тора. Беренсе томға V-XVIII быуаттарға ҡараған төрки-башҡорт яҙма ҡомартҡылары ингән. Орхон-Йәнәсәй ташъяҙмаларындағы текстар, төрки шағирҙары Йософ Баласағунлының "Ҡотаҙғу белек", Әхмәт Йүгнәкиҙең "Һибәт әл-хакаик" әҫәрҙәре, Ҡорҡот ата китабы, Ҡол Ғәлиҙең "Йософ ҡиссаһы", Сәиф Сараи, Ҡотоб һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре хәҙерге башҡорт телендә бирелә.
Икенсе томға XVI-XVIII быуаттарҙа ижад ителгән тарихи-функциональ текстарҙан, сәйәхәтнамәләрҙән, Батырша хатынан, Тажетдин Ялсығолов әҫәрҙәренән өҙөктәр, Мәүлә Ҡолой, Утыҙ Имәни, Салауат Юлаев шиғырҙары индерелгән. Антология Өфө Фән һәм технологиялар университетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы уҡытыусы-ғалимдары профессор М.Х. Иҙелбаев, филология фәндәре кандидаты З.Ғ. Мырҙағолова тарафынан төҙөлгән. Мирас Хәмзә улы билдәләүенсә, кафедра ғалимдары тарафынан төрлө дәреслектәр күп яҙылһа ла, антология үҙ эсенә алған дәүерҙе сағылдырған китап ҡына оҙағыраҡ яҙылған. "Бөтөн студенттарҙың да боронғо төрки телендә һаҡланып ҡалған текстарҙы уҡырға мөмкинлеге юҡ. Шуға ла беҙҙең уларҙы башҡорт теленә тәржемә итеү теләге күптән бар ине. Башҡорттарҙың тамырҙары менән V быуаттың мәҙәни-әҙәби традицияларына барып тоташҡан бай әҙәбиәте бөтәһенә лә таныш булырға тейеш. Ә ҡомартҡыларҙы үҙ телеңдә уҡыу бигерәк тә әһәмиәтле", - ти Мирас Иҙелбаев.

"Киске Өфө" гәзите, №3, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.23 | Ҡаралған: 489

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru