«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРҠЫУЫН ЕҢГӘН БАТЫР БУЛЫР
+  - 

Һуңғы осорҙа донъяла барған ваҡиғалар фонында бер туҡтауһыҙ ҡурҡып, "Нимә эшләргә?", "Артабан нимә буласаҡ?" тигән һорауҙар менән үҙен яфалап, хәүефләнеп йәшәүселәр күбәйҙе. Әгәр ҙә ошондай уйҙар тоҙағына эләгә барыуығыҙҙы тойһағыҙ, нимә эшләргә? Хәүеф тойғоһоноң сәләмәтлек өсөн ниндәй кире эҙемтәләре бар? Ошолар тураһында психолог Гүзәл ТӨХВӘТУЛЛИНА кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ.

Тәүҙә шуны аңлағыҙ: беҙ хәрби хәрәкәттәр, эпидемиялар, сәйәсәт, санкция мәсьәләләренә ҡағылышлы ҡарарҙарҙы үҙгәртә алмайбыҙ. Мәҫәлән, валюта курсына йәки юғары кимәлдәрҙә ҡабул ителгән үҙгәрештәргә йоғонто яһай алмайбыҙ ҙа инде, шуға ла быны ысынбарлыҡ итеп ҡабул итегеҙ һәм артыҡ көйәләнмәҫкә тырышығыҙ.
Икенсенән, төрлө яҡлап килгән мәғлүмәт йәмғиәттә бындай хәүеф тойғоһон арттырыуҙа ҙур роль уйнай. Һәр кем интернетта ултыра, яңылыҡтар уҡый, телевизор ҡарай. Әгәр ҙә һеҙҙә ҡурҡыу тыуҙырған һорау буйынса мәғлүмәтте бер туҡтауһыҙ ҡарарға күнекһәгеҙ, тимәк, хәүеф тойғоһон бер туҡтауһыҙ "ашатып" тораһығыҙ һәм уның тиҙ арала "үҫеп" китеүенә аптырарға ла түгел. Мәғлүмәтле булыу - ситуацияны ҡулда тотоу, тигәнде аңлатмай, былай тип аҡланырға тырышмағыҙ ҙа. Әгәр ҙә ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, ул турала ғаилә ағзаларынан, күршеләрҙән, урамда мотлаҡ ишетәсәкһегеҙ. Унан һуң, интернетта ла, телевизорҙа ла бөтөн мәғлүмәт тә дөрөҫ тигән ышаныс юҡ.
Хәүеф тойғоһо, ғәҙәттә, "әгәр ҙә шулай булһа..." тигән уйҙарҙан барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә иремде, туғанымды алып китһәләр? Әгәр ҙә был ҡурҡыныс беҙҙең ҡалаға-ауылға килеп етһә? Ошондайыраҡ уйҙар кисергән кешенең яурындары, күкрәге, ҡабырғалары ҡыҫыла, йөрәге тулай башлай. Бына ошо саҡта ҡурҡыу тыуҙырған ваҡиғаны аҙағына тиклем уйлап бөтөрөп ҡуйығыҙ. Шулай-шулай була ҡалһа, нимә эшләйәсәкмен, тигән һорауға яуап тапһағыҙ, был ҡурҡыу башҡа ҡабатланмаясаҡ та, сөнки уның урынһыҙ икәнен аңлаясаҡһығыҙ. Әммә бындай кешеләр, нимә уйлайһың, шул тормошҡа аша тип тағы ла ҡурҡа һәм артабан ошо башынан китмәй торған уйҙары дөрөҫлөккә сығып ҡуймаймы тип, яңылыҡтар эҙләргә тотона. Бик булмаһа, уйҙарҙы яҙып ҡуйырға кәрәк. Иртәгә, иртәгәнән һуң асып уҡырһығыҙ ҙа, ҡурҡыуығыҙҙың тормошҡа ашмауын аңларһығыҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Үлемдән, сирҙән, һуғыштан ҡурҡаһығыҙмы, балағыҙ өсөн борсолаһығыҙмы - хәүеф тойғоһо төрлө булһа ла, аң өсөн ул бер үк, бер үк механизм буйынса үҫешә. Шуға ла уны нисек тә булдырмаҫҡа кәрәк. Ошо ваҡиғаға тиклем нисек йәшәгәнһегеҙ, шулай йәшәргә тырышығыҙ. Балаларығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ. Күптән тотона алмай йөрөгән эштәр менән булышығыҙ. Ыңғай хистәр кисерергә, ҡыуанырға оялмағыҙ - был бик тәбиғи хәл. Һыу эсегеҙ, файҙалы ризыҡтар ашағыҙ, йоҡлағыҙ һәм хәүеф тойғоларын еңерһегеҙ.

Ләйсән ВӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.02.23 | Ҡаралған: 259

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru