«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢМӘЙЕНСӘ ТУҠТАМАЙБЫҘ - БЕҘҘЕҢ ХОЛҠОБОҘ ШУЛАЙ!
+  - 


Боронғоларҙың "Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр", тигән тапҡыр һүҙе бар. Милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләйәсәк йәш ир-егеттәр ниндәй һуң бөгөн, ниндәй уйҙар менән йәшәй, киләсәгебеҙҙе нисек итеп күрә? Ошо һорауҙарға яуап алмаҡ булып, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының иң шәп, иң аҡыллы, иң укымышлы, иң уңышлы уҡыусылары - Ғайсар Мөхәмәтйәнов, Шайморат Ҡарасов, Шамил Әхмәтшин, Дәүләт Ғәйнуллин менән әңгәмә ҡороп, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, егетлек тураһында һөйләштек.

Гимназияла һеҙҙең һәләттәрегеҙҙе үҫтерергә шарттар бармы?

Д. Ғәйнуллин:
Шарттар бар, тип ышаныслы әйтә алам. Музыка йүнәлеше яҡшы үҫешкән, Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе филиалы беҙҙә урынлашҡан. Спорт секциялары күп. Волейбол, баскетбол, ҡаяға үрмәләү, еңел атлетика барыбыҙға ла оҡшай. Директорыбыҙ Ришат Марс улы Камалов милли көрәш һәм уҡ атыу түңәрәктәре асырға вәғәҙә итте, быларын беҙ айырыуса көтәбеҙ. Ш. Ҡарасов: Түңәрәктәрҙән тыш, гимназия уҡытыусыларының тырышлығы һәм талапсанлығы беҙҙе үҫтерә. Бәләкәй саҡта үҙең өсөн нимә яҡшы, нимә насар икәнен бигүк аңлап та етмәйһең. Уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе төрлө бәйгеләргә, олимпиадаларға йәлеп итергә тырыша - ошолар барыһы ла беҙҙе төрлө яҡлап аса. Уҡытыусыларыбыҙҙың эштәрҙе ваҡытында, аҙағына тиклем еткереүҙе талап итеүе мине тик яҡшы яҡҡа ғына үҙгәртә, дисциплина барлыҡҡа килә, киләсәктә лә был сифаттарым миңә ярҙам итәсәк, тип уйлайым.
Ғ. Мөхәмәтйәнов: "Гимназистар ҡоролтайы" советы, мәҫәлән, гимназияның уҡыуҙан тыш әүҙемлеге өсөн яуаплы. Был советта эшләү һәр кемебеҙгә яуаплы булырға, аралашырға өйрәнергә, социаль яҡтан үҫешергә ярҙам итә, лидерлыҡ сифаттарын аса. Ғөмүмән, гимназияла яҡшы кеше, киләсәктә халҡыбыҙҙы үҫтереүгә үҙ көсөн индерәсәк шәхестәр тәрбиәләнә. Күңелдәребеҙгә рух тойғоһо ла бында һалына.

Буйың менән маҡтанма, аҡылың, эшең менән маҡтан, ти халыҡ. Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙең уңыштарығыҙ менән аҙыраҡ маҡтанып алығыҙ әле. Башҡа тиңдәштәрегеҙ ҙә уҡып, һеҙҙән өлгө алһын...

Ғ. Мөхәмәтйәнов:
Егет кеше уҡыуҙа ла алдынғы булырға, спортта ла һынатмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләйем. Яҡшы уҡыйым, гимназияның "Гимназистар ҡоролтайы" советы президентымын. 11 йыл каратэ менән шөғөлләндем, Башҡортостан чемпионы исемен дә яулағанмын, әммә был спорт төрөн ҡалдырырға тура килде. Шашка буйынса шулай уҡ республика чемпионымын, Илгизә һеңлем иһә шашка буйынса Европа чемпионы. Баскетбол, волейбол миңә оҡшаған спорт төрҙәре. Музыка мәктәбенең баян класын ҡыҙыл дипломға тамамланым, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашам, 2022 йылда "Тамсылар" башҡорт йырын башҡарыусылар ҡала фестивалендә Гран-при яуланым. Шиғыр һөйләргә яратам, быйыл "Йөрәк һүҙе"ндә ҡатнашырға ниәтләп торам.
Ш. Ҡарасов: Мин дә мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашам, төрлө кимәлдәге конкурс, олимпиадаларҙа сығыш яһайым. Шулай уҡ баскетбол, волейбол, шашка спортын үҙ итәм. 2019 йылда Мәскәү халыҡ-ара мәғариф салонында гимназиябыҙға презентацияны мин үткәрҙем. Былтыр "Мостай уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһында Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен рэп итеп уҡып, 1-се урын алдым. Гимназияның "Кендектәр" КВН командаһы капитанымын. Былтыр "Большая перемена" Бөтөн Рәсәй бәйгеһендә финалға үттем, "Больше, чем путешествие" проекты буйынса Саранск, Санкт-Петербург ҡалаһына сәйәхәт ҡылдым.
Ш. Әхмәтшин: Мин бында иң бәләкәйе, 7-се класта ғына уҡыйым, шиғыр һөйләргә яратам. Милли көрәш буйынса ярыштарҙа ҡатнашам, республика кимәлендә сығыш яһағаным булды, әле урындар яуларға таҫыллыҡ туплайым.
Д. Ғәйнуллин: Мин күп нәмә эшләй беләм. Төрлө спорт менән шөғөлләндем, тарихи һәм урта быуат көрәше, фехтование, грек-рим көрәше, милли көрәш. Ҡурай, гитара, ирен гармунында уйнай беләм. Тарих фәне миңә ныҡ ҡыҙыҡ, төрки телле халыҡтарҙың тарихын да ҡыҙыҡһынып өйрәнәм. Былтыр "Башҡорттар 1812 йылғы Ватан һуғышында" Бөтөн Рәсәй олимпиадаһында 1-се урын яуланым. Быйыл "Тархан" Бөтөн Рәсәй конкурсында 1-се этапты үттем, ошо арала икенсе этапҡа барам.

Байрам темаһына әйләнеп ҡайтҡанда, 23 февраль - ул барлыҡ ир-егеттәрҙең байрамымы, әллә хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте булғандарҙыҡымы?

Д. Ғәйнуллин:
Минеңсә, 23 февраль - үҙ ғүмерен хәрбиә хеҙмәткә бағышлағандарҙың байрамы. Сөнки улар үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, тыуған илде һаҡлайҙар. Әлеге мәлдә илдә барған ваҡиғалар менән был байрам бөтөнләй икенсе төҫ алды. Хәҙер күпселек ирҙәр ил һағында, шуға ла беҙ бында өйҙә йәки хатта сит илдә ултырғандарҙы был байрам менән ҡотлаһаҡ, уларға оҡшамаҫ ине.
Ә ир-егеттәр көнө, әйҙә, башҡа берәй көндә билдәләнһен. Әйткәндәй, бындай көн дә кәрәктер ул. Минең өсөн ир-егет - ул һәр ваҡыт үҙенең һүҙе, эше өсөн яуаплылыҡ тотҡан, уларҙың ниндәй һөҙөмтәгә килтереүен аңлаған кеше. Уның мотлаҡ амбициялары булһын. Маҡсат ҡуйһын, уға өлгәшһен, сөнки ир-егет үҙенең генә түгел, ғаиләһенең, йәмғиәттең яҡшы йәшәүе өсөн яуаплы. Малайҙарҙы ла атай тәрбиәләһен, улы атаһына ҡарап, киләсәктә ниндәй ир булырын һәм нимә эшләргә тейешлеген күреп үҫергә тейеш. Әле бына үҙен ҡулға ала алмаған, ихтыяр көсө булмаған ебек ирҙәр күп, былар атай тәрбиәһе булмауҙан килә, тип уйлайым. Бысаҡ та үткерләй алмаған ир буламы инде... Ш. Әхмәтшин: Мин дә ир кеше көслө, ҡыйыу булырға тейеш тип уйлайым. Иң мөһиме, ул һәр ситуациянан сығыу юлын таба белһен. Әммә ғаиләлә атайҙың да, әсәйҙең дә роле бер. Бына атайыма эйәреп, фермаһында уға ярҙам итеп, уға ҡарап эшләргә өйрәнһәм, өйҙә һеңлем менән икебеҙҙең бүлмәләрҙе лә йыйыштырып ҡуйыуҙан тартынмайым, таҙалыҡ яратам.

Элек әрмелә хеҙмәт итмәгәндәргә ғәжәпләнеп, кәмһетеберәк ҡарай торғайнылар, хәҙер әрмегә барғандарға шулай ҡарайҙар. Һеҙ әрмелә хеҙмәт итергә әҙерһегеҙме?

Д. Ғәйнуллин:
Ирмен тигән һәр кеше хеҙмәт итергә тейеш. Әрме - ул дисциплина, бөтөнләй икенсе тормош һәм унда алған һөнәрҙәрҙең киләсәктә кәрәге теймәһә лә, әрме биргән һабаҡтарҙы башҡа бер ҡайҙа ла алып булмай, тип иҫәпләйем. Ғ. Мөхәмәтйәнов: Ир-егеттең холҡон нығытыуҙа әрменең роле ҙур тип уйлайым һәм әрмелә хеҙмәт итергә теләр инем. Әммә минең өсөн бер йыл ваҡыт ныҡ йәл. Минең төп маҡсатым - донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, шуға ла йыл буйына әллә күпме нәмәләр эшләп булыр ине, тип уйланам.
Ш. Ҡарасов: Әле яңынан ике йыллыҡ әрме хеҙмәте тураһында һүҙ ҡуҙғата башланылар бит. Миңә үҙемде бөтөнләй икенсе шарттарҙа һынап ҡарау, яңы яҡтан асыу ҡыҙыҡ булыр ине. Әрме рухын үҙем тойғом килә, шуға, бик теләп барыр инем. Ғөмүмән, әрме хеҙмәтенә ҡараш шулай уҡ ғаиләнән килә, ҡайһы берәүҙәр был хеҙмәттән бөтөнләй баш тарта, ундайҙар тураһында шаяртыу ҡатыш, әсәһе ебәрмәгән, тип әйтергә була. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә, киреһенсә, хеҙмәт итеү мотлаҡ, тигән ҡараш йәшәй, ул ысынлап та егетлек күрһәткесе.
Д. Ғәйнуллин: Бер йыл ғына хеҙмәт иткәс, хәҙер һағынышып та өлгөрмәйҙәр, күрәһең, ҡайҙалыр барып ҡайтҡан һымаҡ ҡына. Элек берәй һалдат ҡайтһа, ниндәй байрам була торғайны. Әрменең абруйы ҡайта бара былай, ошоноһо мине ныҡ шатландыра. Ә бына борон башҡорттар 25-шәр йыллап әрме хеҙмәтендә йөрөгән.

Ысынлап та, башҡорттар яугир халыҡ, үҙегеҙ һиҙмәһәгеҙ ҙә, ҡан хәтере тигән нәмә бар, һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙән, теләктәрегеҙҙән, әйтәйек, уҡ атыу түңәрәге асылыуын көтөүегеҙҙән мин быны тойоп ултырам. Тағы ла нимәләр һеҙҙе рухлыраҡ итә?

Д. Ғәйнуллин:
Бөгөн, ысынлап та, уйын рәүешендә булһа ла, ошо уҡ атыу кеүек шөғөлдәрҙең тергеҙелеүе беҙҙе асылыбыҙға ҡайтара, тип уйлайым. Башҡорт ир-егетенең характерын "Ылаҡ" уйыны ҡалай аса - ул сәмле, таһыллы, көслө, ҡурҡыу белмәҫ, ат менән бер йәнгә әйләнеп, маҡсатына өлгәшә.
Ғ. Мөхәмәтйәнов: Башҡорттар яугир ғына түгел, хисле лә милләт, тәбиғәт балаһы. Бына мин баянда уйнай беләм. Тик был йәһәттән фекерем шундай: әгәр ҙә музыкант өйҙә бикләнеп кенә уйнап ултырһа, унан ниндәй ҡыуаныс булһын инде. Шуға ла баянды урамда уйнау дөрөҫөрәк, тип иҫәпләйем һәм мин гел генә уны гимназиябыҙ янындағы паркта уйнайым. Һәм кешеләр башҡорт сәнғәте менән танышһын тип, мотлаҡ башҡорт көйҙәрен уйнайым, Башҡорт сәхрәлә йырлап ятҡан тип кенә уйлау хата бит ул, беҙҙең профессиональ композиторҙарыбыҙ, профессиональ балериналарыбыҙ, профессиональ артистарыбыҙ булған, беҙ белемле, мәғрифәтле, мәҙәниәтле халыҡ. Һәр хәлдә, иң юғары мәҙәниәт тип баһаланған сәнғәт төрҙәре башҡорт өсөн ят булмаған.
Ш. Әхмәтшин: Мин атайымдың олатайымдың ниндәй көслө, уҡымышлы булыуы, ниндәй ауыр замандарҙа ла бирешмәүе, киреһенсә, башҡаларға ярҙам итеүе тураһында һөйләүенән рухланам. Берәй байрамда милли көрәштә еңеп, үҙемә бүләк ителгән тәм-томдо башҡаларға таратһам да шатланам, олатайым минең менән ғорурлана алыр ине, тип уйлайым. Әйткәндәй, милли көрәш - ул бит башҡорттоң холҡона тап килеп кенә торған спорт төрө. Мин дзю-до менән шөғөлләнәм, унда аяҡтан тартып йығып та еңергә була. Милли көрәштә ҡулың, көсөң, аҡылың менән генә еңәһең. Ул - ҡатмарлыраҡ, әммә асығыраҡ, ғәҙелерәк.
Д. Ғәйнуллин: Шамил менән килешәм, көрәш беҙҙең халыҡтың булмышын асып бирә лә ҡуя. Унда башҡорттоң еңмәйенсә туҡтамай торған холҡо сағыла. Кем беренсе булып сигенә, артҡа бер аҙым яһай, кем ҡурҡа, шул еңелә.

Шулай итеп...
Аңлағанһығыҙҙыр, был балалар күпте һәм, иң мөһиме, үҙҙәре өсөн нимә кәрәклеген белә. Бөгөндән маҡсат ҡуйып, бәләкәй аҙымдар менән булһа ла ошо хыялдарына яҡынайырға тырышып ятҡан мәлдәре менән дә бәхетле улар. Ир затынан булғас, әрмеһенә лә барып ҡайтырҙар, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә лә тура килер үҙҙәренә - киләсәк улар ҡулында. Шағирә Гөлнара Хәлфетдинова әйтмешләй, намыҫтары аҡтан булһын да, ата-баба рухын тотоп, малай, егет, атай һәм олатай булғанда ла эйәрҙә ҡалһындар.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.02.23 | Ҡаралған: 327

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru