«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МУЗЕЙҘА - САМАУЫРЛЫ РИТАЙЫМ
+  - 

Үткән аҙнала Башҡортостандың Милли музейында йәнле, дәртле-дарманлы, рухлы осрашыу - "Самауырлы ритайым" байрамы үтте. "Музейҙа матур осрашыу" проекты сиктәрендә уҙған сараға Өфөнән генә түгел, ә республиканың төрлө төбәгендә һәм хатта сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә килде.

Ҡунаҡтарға музейҙың этнография залдары буйлап бай мәғлүмәтле, тәрән йөкмәткеле экскурсия уҙғарылды. Кисә матур йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр, хисле шиғырҙар менән үрелеп барҙы. Ҡурай, баян һәм гитара моңдары, йөрәктәрҙе наҙға һәм моңға сорнаны. Ә "Самауырлы ритайым" командаһы, ғәҙәттәгесә, тәм-томдан һығылып торған өҫтәл ҡуйып, барыһын да мәтрүшкәле сәйҙәр менән һыйланы.
Музейҙың экспонаттар фонды бик бай. Уларҙың һәр береһе тарихи сығанаҡ булараҡ ҡәҙерле һәм баһалап бөткөһөҙ. Музей залдарында ҡуйылған әйберҙәрҙән тыш, бик һирәк осраҡта ғына киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарылған экспонаттар була. "Самауырлы ритайым"ға нәҡ ошондай экспонаттар менән биҙәлгән тирмә ҡуйылып, теләге булған һәр кемдең башҡорт милли кейемендә фотоға төшөү мөмкинлеге булды. Кисә барышында тирмәнең бер минутҡа ла буш тормауы һәм халҡыбыҙҙың милли кейемендә фотоһүрәт эшләргә теләүселәрҙән сират йыйылыуы был йүнәлеште әүҙемләштерергә кәрәк икәненә ишара булды.
Кисәлә балаларҙың күп булыуы айырыуса шатландырҙы. Уларҙың милли кейемдәрҙә килеүе, һәр бер йырҙы иғтибар менән тыңлауы, бейеү көйҙәрен "әрәм" итмәйенсә, бер кемдән оялмай-тартынмайынса, башҡортса бейеүҙәре йөрәктәргә май булып яғылды. Ошондай балалар тәрбиәләгән атай-әсәйҙәргә "Афарин!" тиергә генә ҡала.
Музейға беренсе тапҡыр килеүселәр ҙә бар ине был кистә. Улар музейҙың ҙурлығына, матурлығына, экспонаттар байлығына иҫтәре китеп ҡарап йөрөнө. "Башҡортостандың үткәнен һәм бөгөнгөһөн белергә теләһәң, республиканың төп музейына килергә кәрәклеген ниңә әлегәсә белмәгәнмен?" тигән уйҙар сорналышында танышты улар залдар менән. Әлбиттә, байрам программаһының тығыҙ, мауыҡтырғыс булыуы был кистә музейҙың бөтә залдарын да ҡарап сығырға форсат бирмәне ҡунаҡтарға, шуға күрә барыһын да икенсе айҙа үтәсәк "Самауырлы ритайым"да көтөп ҡалабыҙ.

Гөлназ МАНАПОВА,
БР Милли музейы хеҙмәткәре.

"Киске Өфө" гәзите, №7, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.02.23 | Ҡаралған: 367

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru