«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРЫМ ТУҒАН ТЕЛЛЕ
+  - 

Бөгөн мине әсәй булараҡ, башҡорт балаларының үҙ туған телен белмәүе ныҡ хафаға һала. Башҡорт исемле балалар күбәйә, быныһы ҡыуаныс, әммә уларҙың күбеһе - "телһеҙ". Мин үҙем Учалы районының Бөйҙө тигән ҡасабаһында тыуып-үҫтем. Атайым - физика, әсәйем рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләнеләр һәм беҙ өйҙә башҡорт теленең үҙ төбәгебеҙгә хас диалектында һөйләшһәк тә, мин русса фекерләй инем. Шул тиклем бала саҡтан ижадҡа тартылыу көслө булды, әммә минең ошо һәләтем асылып китә алманы. Үҙемә ышанмай ҙа инем, эргәмдә ундай уҡытыусылар ҙа булманы. Һәләтһеҙ, көсһөҙ итеп тоя инем үҙемде.
Башҡорт классиктарын да русса уҡыным: "Өс таған" түгел - "Таганок", "Илсе ҡыҙы" түгел - "Дочь посла" һ.б. Шулай ҙа мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе бар ине һәм 10-сы класта мин Рауил Бикбаевтың "Халҡыма хат" әҫәрен уҡыным. Башҡорт телендә. Фантазиям шәп эшләй, унда һүрәтләнгән батырҙар, уларҙың нисек итеп туған тел өсөн көрәшеүҙәре, уларҙың телдәрен ҡырҡыуҙары, ауыҙҙары тулы ҡан икәнен күҙ алдыма килтерәм. Ни өсөн аңлы рәүештә балаңды теленән яҙҙыраһың, тигән фекер минең күңелемә һеңеп ҡалды, үҙемде лә таныным унда һәм бер нисә ай буйына шаңҡып йөрөнөм. Ошонан һуң атайым менән әсәйемә, мин телде ныҡлап өйрәнәм, тип әйттем. Һуңлап булһа ла, туған телем асылыуын ныҡ теләй инем. Минең бәхеткә, Учалыла БДУ-ның филиалы асылып, унда башҡорт-рус филологияһы йүнәлешендә лә белем бирә башланылар. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, мин ошо факультетҡа уҡырға индем. Башҡорт-рус һүҙлеге минең ҡулдан төшмәне. Лекцияларҙан ҡайтам да, һүҙлекте ҡулға алып, уны яңынан күсереп яҙам, яңы һүҙҙәрҙе ятлай ҙа барам.
Уҡытыусы булып эшләгәндә телмәрем шымарҙы. Бер ваҡыт аңлап ҡалдым: башҡортса фекерләйем икән дәбаһа! Мәрйәм Бураҡаева "Арғымаҡ" китабында яҙғанса, туған телендә уйлай икән, баланың баш мейеһенең ике ярымшары ла эшләй. Минең бала саҡтан тышҡа бәреп сыға алмай йөрөгән күп һәләттәрем дә бит туған телгә, асылыма әйләнеп ҡайтҡандан һуң асылып китте! Башҡорт донъяһына тартылыуым шул тиклем көслө булған, хатта бала аҡылым менән, башҡорт ҡыҙҙары ҡара күҙле, ҡара ҡашлы була тигән ҡараш буйынса, күҙҙәрем ҡара булһын ине, тип хыяллана торғайным. Ә минеке - йәшелдәр...
Үҙ башымдан ошо һынауҙарҙы кисергәндән һуң балаларымды ундай яҙмышҡа дусар итеү юҡ бит инде! Ирем Динар Сафин менән алты бала үҫтерәбеҙ, Учалы ҡалаһында йәшәйбеҙ. Балалар баҡсаһында, мәктәптә русса һөйләшһәгеҙ ҙә, өйҙә мотлаҡ башҡортса аралашабыҙ, тигән талап ҡуйғанбыҙ балаларға. Йәнһүрәт ҡарағылары килгәндә төрөк, инглиз, француз, ҡаҙаҡ телендәгеләрен дә ҡуябыҙ, сөнки сит телдең һүҙҙәрен отоп өлгөрмәйҙәр, мөхит булмағас, уларҙы ҡулланып һөйләшмәгәс, хәтерҙә лә ҡалдырмайҙар. Ә русса ғына йәнһүрәт, фильм ҡараһалар, ул тел бөтөн ерҙә яңғырағас, тиҙ генә телмәргә инеп тә китә.
Башҡорт мөхитендә ниндәй бәйге була, барыһында ла ҡатнашабыҙ. Әле һуңғыларынан "Тамыр" каналы үткәргән "Атайсал. Беҙҙекеләр" республика медиапроекттар бәйгеһендә Гран-при яуланыҡ. Был телде лә үҫтерергә ярҙам итә. Ул беҙҙе яңы шөғөлгә йәлеп итте, медиаконтент эшләргә өйрәнеп, һуңғы арала ошо юҫыҡта камиллашабыҙ.
Унан һуң, өй эсендәге бөтөн нәмә лә бында башҡорт ғаиләһе йәшәй икәнен белдереп торорға тейеш, тип иҫәпләйем. Ҡорамалар, келәмдәр ҡорауым, кейемдәр тегеүем, урын тартҡылары яһауым - былар барыһы ла ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә.

Альбина ҒӘЛИЕВА,
күп балалы әсәй.
Учалы ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №8, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.23 | Ҡаралған: 190

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru