«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРЫҪ ТЕЛЕН СИТ ТЕЛДӘР ҺҮҘҘӘРЕНӘН ТАҘАРТЫРҒА!
+  - 


Февраль айында күптәр өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды: 16-нда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы "Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле тураһында" Федераль закон"ға үҙгәрештәр индерҙе. Алты көн үтеүгә Федерация Советы уны ҡарап, ризалығын белдерҙе, шунан ил Президенты уны раҫлап та ҡуйҙы.

Яңы законда һүҙ илдең дәүләт телен сит тел һүҙҙәренән таҙартыу тураһында бара, уны тормошҡа ашырыу юлдары күрһәтелә. Был хаҡта бәхәс 2005 йылда федераль дәүләт теле тураһында закон ҡабул иткәндән алып бара. Һәр бер яңылыҡ кеүек, уны яҡлаусылар ҙа, ҡаршылар ҙа бихисап. Власта ултырғандар, депутаттар, сауҙа тармағындағылар бигерәк тә ҡаршы сыға, сөнки закон, тәү сиратта, уларға ҡағыла: телендә, алтаҡталарҙа, атамаларҙа кәрәкмәгән һүҙҙәрҙән үҙҙәренә ҡотолорға кәрәк буласаҡ бит. Рәсәйҙең элекке Хөкүмәт етәксеһе Виктор Черномырдиндың бер фразаһы хәтергә һеңеп ҡалған: "Бер нәмә лә әйтмәйем, сөнки йәнә тағы бер нәмә әйтеп ҡуярмын". Йәки икенсе миҫал. Хәтерләйһегеҙҙер, билдәле "Джентельмены удачи" фильмында төрмә һүҙҙәрен ябай телгә әйләндергәс, хөкөм ителеүселәр быны бик ҡыҙыҡ күреп ҡабул итте. Шуның һымаҡ, әйләнгән һайын сит ил һүҙҙәрен ҡулланыусылар ҙа үҙҙәренә икенсе төрлө ҡараясаҡ. Бөгөн бит улар лөғәттәрендәге шул һүҙҙәр менән үҙҙәрен әллә "текә" күрһәтергә тырыша, әллә үҙ наҙанлыҡтарын йәшерә…
Мин был мәсьәләгә бынан утыҙ-ҡырҡ йыл элек иғтибар иттем. Эштә төшкө аш ваҡытында "Совет Башҡортостаны" гәзитен уҡып ултырһам, бер мәрйә: "Ни эшләп социализм, капитализм, революция тип яҙаһығыҙ, телегеҙҙә үҙ һүҙҙәрегеҙ юҡмы ни?" - тине. Быларҙың интернациональ һүҙҙәр икәнен аңлаттым да, уйға ҡалдым: ханым, бер яҡтан, дөрөҫ әйтә кеүек, ләкин улар урыҫ һүҙҙәре лә түгел бит әле, шулай булғас ул һүҙҙәрҙең башҡортса варианты беҙгә кәрәкме? Үҙебеҙҙең атай-бабайҙарҙан ҡалғандарын дөрөҫ ҡулланғанда ла көндәлек тормошобоҙҙа етә бит. Юҡ, оло ағайға оҡшарға тырышып, "маймылланғандар" ҙа етерлек арабыҙҙа. Магазин алтаҡталарын ғына алайыҡ. Сауҙа нөктәләренең исемдәре сит телдә яҙылһа, йәнәһе, улар шул тиклем "текә", минең ауылдаштар әйтмешләй, Алланың ҡашҡа тәкәләре кеүек тоялар ахырыһы үҙҙәрен. Үҙем шәхсән урындағы атамалы магазинға инәм, башҡалар ҙа шулай итә тигән уйҙамын.
"Урыҫ теленең таҙалығы тураһында һин башҡорттоң ни эше бар?" тип әйтеүселәр табылыр. Урыҫ теле илебеҙҙең дәүләт теле, уның аша ҙур мәғлүмәт алабыҙ, ә йәштәребеҙ көндән-көн сит телдәргә нығыраҡ ылыға бара. Аяғына ла баҫмаған бала-саға ҡулынан телефон төшмәй, хәҙер йәнһүрәттәрҙә лә ҡолаҡҡа яҡмаған һүҙҙәр күп осрай. Яңы законды тормошҡа ашырыу кинопродукция етештереүселәргә лә ҡағыла, тимәк, йәнһүрәт төшөргәндә, сит илдән һатып алынғандарын урыҫ, башҡорт теленә тәржемә иткәндә был закон талаптарын үтәргә тейеш улар ҙа. "Йығылып китеп артына ултырҙы", тигәнде инглизсәләп "бишенсе нөктәһе"нә ултырталар бит юҡһа.
Ҡабул ителгән закон театр, мәҙәниәт-ағартыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә лә туранан-тура ҡағылалыр. Ҡайҙандыр килеп сыҡҡан Элвин Грейҙар, исемен латин хәрефтәре менән яҙырға яратҡан Zаinetdin кеүектәр телебеҙҙе бер ҙә матурламай, уны йәмһеҙләүҙе кемдер, ҡасандыр туҡтатырға тейештер. Уларҙың береһе лә, бер ҡасан да Фидан Ғафаров уңышын ҡабатлай алмаясаҡ. Фидан ағай бер ваҡытта ла исемен сит һүҙҙәр, сит хәрефтәр менән яҙҙыртманы, интервьюны ла башҡорт телендә генә бирҙе. Ә хәҙерге йәш мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Америка индеецтары кеүек ҡушаматтар менән сәхнәгә сыға. Әллә улар Бөйөк йылан, Етеҙ боландарҙан өлгө аламы? Ә тел таҙалығы һағында торорға тейешле Мәҙәниәт министрлығы ҡайҙа ҡарай? Яңы закон уларҙы ла эшләргә ҡушасаҡ, теләмәһәләр, министрҙан талап итергә кәрәк буласаҡ, ил башлығы ҡул ҡуйған закон бар бит. Шуныһы шатлыҡлы, әлдә яртылаш башҡорт Morgenshtern (сит ил агенты) ваҡытында сит илгә сығып тайҙы. Закон ҡабул ителеү менән интернетта күптәр уға ҡарата үҙенең кире фекерен белдерҙе, тимәк, был өлкәлә лә айыҡ аҡыллы кешеләр бар икән.
Мине иң аптыратҡаны - сауҙа һәм ҡулланыу тауарҙары өлкәһендәге мәғлүмәт. Рекламаны кем нисек теләй, шулай бирә. Әйтәйек, "Бөтә тауарға ташлама 30 процент", тип яҙалар. Ябай ғына итеп әйтһәң, бөтә тауарға ла хаҡ 30 процентҡа төшә бит. Быныһы башҡортса була, ә магазинға инһәң, өҫтә инглиз телендә ниндәйҙер һүҙҙәр яҙып эленгән. "Нәмәне аңлата ул?" тип һораһаң "Хаҡ төшөрөлә", тип әйтелгән бит, тиҙәр. "Ниңә урыҫса ғына яҙмайһығыҙ?" тип һораһаң, "Былай модала бит", тиҙәр. Модағыҙҙы күрһәтерлек күптән көтөлгән закон ҡабул ителде, иптәш сауҙагәрҙәр, хәҙер нисек йырлар икәнһегеҙ? Шопингтарҙы, брендтарҙы, дилерҙарҙы, имидждарҙы, кэшбектарҙы, прайстарҙы ни эшләтерҙәр ҙә, секонд-хендтарға кире "Комиссион тауарҙар" тигән яҙыу ҡуйырҙармы икән?
Һүҙҙәрҙе башҡортсаға тәржемә иткәндә телселәр генә түгел, ә төрлө тармаҡ белгестәре лә ҡатнашырға тейеш, сөнки тәүгеләре техник һәм башҡа терминдарҙың мәғәнәһенә төшөнөп етмәй. Мәҫәлән, мәктәптәрҙәге класс һүҙен алайыҡ. Урыҫса эшселәр синыфы, буржуаз синыф бар, улар ҙа класс тип атала. Мәктәптәге 1-се һәм унан өлкән кластар синыф булмай, сөнки улар белем һәм йәш буйынса айырыла.
Әйткәндәй, журналистар ҙа телдәр сафлығы өсөн яуап бирергә тейеш. Башҡортостан Журналистар союзы үткәргән семинарҙарҙа йыш ҡатнашырға тура килде, ул йыш ҡына кофе-брейк менән башлана ине. "Ниңә кофе-брейкта сәй менән һыйлайһығыҙ, ә кофе ҡайҙа?" тигәнгә, ойоштороусыларҙың береһе: "Ул шулай атала бит",- тип яуапланы. Ә ябай ғына үҙебеҙсә "Ҡыҫҡа тәнәфес" тиһәң, аңлашылмаймы, йәки башҡортсалап "Сәйгә тәнәфес" тиһәң? Парикмахер һүҙе "Башҡортостан" гәзите тырышлығы менән бөҙрәханаға әйләнеп бара ине, хәҙер яйлап ҡына бьюти-салондар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла башланы. Телебеҙҙәге йәтеш башҡорт, урыҫ һүҙҙәре сит, бигерәк тә дуҫ булмаған илдәр телдәре тарафынан сығарылып ташланып бөтмәһен өсөн ҡабул ителде лә атап үтелгән закон. Ә ниндәй һүҙҙәр икәнен беҙ 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем беләсәкбеҙ, шул осорға уларҙың исемлеге булдырыласаҡ.

Сәйфулла ӘМИРОВ.
Мәләүез ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №9, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.23 | Ҡаралған: 220

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru