Их, сергетыштары!
Бөрйән районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары тергеҙгән "Бөрйән сергетышы" тигән бренд тауары, этнографик монаяты республиканың мәҙәни тормошонда айырым бер урын алыуға өлгәште инде.
Эштәребеҙ даими рәүештә һәр кимәлдәге күргәҙмәләрҙе биҙәй. Был йәһәттән "Кәрәҙ" халыҡ клубы ағзалары арлы-бирле ҡорама ҡорап, сергетыш йүрмәп, бөтә ҡомартҡының бәҫен ебәреүсе уртаҡулдарға төп традицияны боҙмау, сергетышты яңыртып эшләү яғынан матур өлгө күрһәтә килә.
Былтыр йәй һабантуйҙа ҡатнашыусылар Бөрйән тирмәләренең сергетыштар менән биҙәлешендә быға ысынбарлыҡта шаһит булдылар ҙа инде. Сергетыштың бәләкәй варианттары ултырғыс, машина креслоларына түшәктәр өсөн тәғәйенләнде һәм бик популяр булып китте. Бөрйәндә ҡышҡы ат ярыштары үткәрелгән яланды тултырып сергетыштар элеү ҙә йолаға әүерелде. Шулай уҡ был байрамда аттарҙы сергетыш менән биҙәү өсөн тулы комплект-амунициялар әҙерләүселәр ҙә бар хәҙер, ул тәжриәбне лә таратаһы бар.
Район хакимиәте, мәҙәниәт идараһы ла был эшкә яуаплы һәм ентекле тотонған оҫталарҙы дәррәү ҡеүәтләп тора. Быйылдан башлап байрамды биҙәү сират буйынса ауыл биләмәләре хакимиәттәре яуаплылығына тапшырылды. Сөнки хәҙер ауылдарҙа был монаятты әҙерләү буйынса оҫталар күбәйҙе. Улай ғына түгел, шөкөр, беҙ башлаған был кәсеп райондан ситкә лә тарала башланы. Былтыр Баймаҡ районында үткән "Башҡорт аты" фестивалендә "Кәрәҙ" халыҡ клубының эштәре беренсе урын алғайны. Әле генә Әбйәлил районында ошо уҡ фестивалдең әҙерлек этабында "Айыҡ ауыл" конкурсында үҙ көсөн һынаусы Исламбай ауылы ағинәйҙәре лә ҡатнашып,"Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү үҙәге"нең дипломына һәм башҡорт атын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса "Ирәндек" мәрхәмәтлек фондының рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Бөрйән ағинәйҙәренең "Сергетыш" проекты маҡсатлы һәм оҙайлы ваҡытҡа тәғәйенләнгән. Ул хәҙер Бөрйән ағинәйҙәренең төп кәсебенә әйләнә тиерлек. Шулай уҡ беҙҙең ағинәйҙәр әлеге мәлдә районда һаҡланған сергетыш стилендәге боронғо өлгө нигеҙендәге шаршауҙарҙы тергеҙеүгә тотондо. Был эштәре менән да оҫталарыбыҙ аптыратасаҡ, һоҡландырасаҡ әле.
Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Бөрйән районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.
Беҙ - балалар менән!
Ейәнсурабыҙҙың бай тарихы, ожмахҡа тиң тәбиғәте, тарихи йолалары, ҡаһарман батырҙары, һоҡланғыс шәхестәре бар. Шуларҙы өйрәнеү, йәш быуынға еткереү, уларҙа ил, тел, тарих, ғөрөф-ғәҙәт, тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш, ихтирам тәрбиәләү - беҙҙең ағинәйҙәрҙең төп бурысы.
Йәш быуынды халҡыбыҙҙың ысын вәкилдәре итеп тәрбиәләү ысулдарының береһе - уларҙы илһөйәрлек рухына йәлеп итеү. Был тәрбиә иң тәүҙә ғаиләлә һалынырға тейеш. Шуның өсөн иң тәү сиратта беҙ ата-әсәләр менән эш алып барабыҙ. Мәҫәлән, Ейәнсура башҡорт гимназия-интернатына район ауылдарынан йыйылған уҡыусыларҙың ата-әсәләре алдында милләт, тел, милли рух тураһында әңгәмәләр үткәрәбеҙ, ғаилә байрамдары уҙғарабыҙ. Ағинәйҙәр ойошторған "Бишек йыры" конкурсында йәш әсәләрҙең әүҙем ҡатнашыуы, сығыштары ҡыуандырҙы. Тимәк, балаларыбыҙ бишек йыры сыңын ишетеп үҫә. "Өләсәйем һандығы", "Исемең матур - кемдәр ҡуйған" , "Сөмбөлә", "Наурыз" , "Фольклор байрамы", "Талҡан байрамы" кеүек сараларҙы ойошторған Иҫәнғол, Өмбәт, Үрген, Иҙәш, Аҡҡондоҙ, Самаҙы, Малиновка ауылы ағинәйҙәре, Ибрай ауылы ағинәйҙәре ойошторған "Һырғалаҡ байрамы" ла ауыл тормошон йәмләндереп, йәнләндереп ебәрҙе. Йыл һайын ойошторолған "Йәйләү" ял лагерында ла ағинәйҙәр көтөп алынған ҡунаҡ.
Илһөйәрлектең тамыры - халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә килгән йолаларында, туған телдә, йырҙарыбыҙҙа. Беҙҙең ағинәйҙәр балаларға Ейәнсура ерлегендә тыуған йырҙар, легендалар, таҡмаҡтар өйрәтә, улар менән бергә "Урал батыр" эпосын сәхнәләштерә, яттан һөйләй. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләүсе "Кәкүк сәйе", "Ҡарға туй", "Ҡар һыуына барыу" кеүек байрамдар ойоштороу, балалар менән шишмә буйҙарын, иҫтәлекле урындарҙы тәртипкә килтереү, йола байрамдары үткәреү ҙә матур тәрбиә өлгөһө булараҡ раҫланды.
Милли кейем өләсәйҙәребеҙҙең киләһе быуынға ҡалдырған аҫыл аманаты ул. Шуға ла оҫтабикәләребеҙҙең - Үрген ауылынан Гүзәл Аҡсурина, Өмбәттән Гөлфирә Хәмиҙуллина, Юнайҙан Клара Урманбетованың милли биҙәүестәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре йәш ҡыҙҙарыбыҙҙа уғата ҡыҙыҡһыныу уята. Үтәғол ауылынан кейеҙ баҫыу оҫтаһы Фәүзиә Йосопованың түбәтәйҙәренә, камзулдарына ла, тимәк, ошо кәсепкә лә ҡыҙыға ҡыҙ балалар. Шулай уҡ Ейәнсура ҡатын-ҡыҙҙарының борондан килгән килемле, килешле кәсебе - шәл бәйләүгә лә ылыҡтырабыҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы. Йыл да үткәрелеп килгән "Ейәнсура шәле" төбәк конкурстарында еңеү яулаған ағинәйҙәребеҙ янында йәш ҡыҙҙар булыуы үҙе үк өмөт уята. Милләт усағының утын күңелдәребеҙҙә яндырып, йәш быуында баҙлатып йәшәйбеҙ шулай. Киләсәгебеҙ йәш быуын менән бәйле икәнен бер ҡасан да онотмайбыҙ.
Нурия ҠУНЫСБАЕВА,
Ейәнсура районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.
Һарыҡ йөнөн һанлайҙар
Башҡорт халҡы борон-борондан күпләп һарыҡ көткән һәм уның итен генә түгел, дауа өсөн - эс майын, кейем өсөн йөнөн, тиреһен файҙаланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡты ашатҡан да, кейендергән дә малдың, бигерәк тә уның йөн-тире сеймалының ҡәҙере китте һуңғы йылдарҙа. Ә бит аҫрау өсөн дә анһат бит улар: бесән күп кәрәкмәй, элек улар ҡыш көнө тибендә йөрөп тә үҙҙәренә аҙыҡ тапҡан.
Иң тәүҙә Белорет районының Сосновка ауылы ағинәйҙәре (етәкселәре Земфира Кәримова) иҫкә төшөрҙө был малдың баһа-ҡиммәтен. Улар район ауылдары ағинәйҙәрен йыйып, "Йөн байрамы" йолаһын үткәреп, өләсәйҙәребеҙҙең күркәм кәсептәрен иҫкә төшөрҙө. Күпереп торған мамыҡтай һарыҡ йөнөнөң йәшәйеш өсөн кәрәкле, һаулыҡ өсөн файҙалы әйберҙәргә әйләнеүен тамаша ҡылыусылар иҫе китеп күҙәтте. Бер төркөм ағинәйҙәр иҙәндә өйөлөп ятҡан йөндө тетеү, эшкәртеү менән була, икенсе төркөм орсоҡ сөйөртөп тетелгән йөндө иләй, өсөнсөләре йырлай-йырлай уны сирата, аялай - эш ҡайнай. Сәхнә ситенә иһә йөндән бәйләнгән, баҫылған, тиренән тегелгән әйберҙәр теҙелгән: өҫ кейемдәре, башалтай-ойоҡбаштар, кофта-камзулдар, ҙур матур шәлдәр, кейеҙ-балаҫтар, быйма, тәпешкә, быймабаштар... Ситтәрәк Үткәл ауылынан Ришат Хәйбуллин үҙе эшләгән туҡыу станогында иләнгән һарыҡ ебенән балаҫ һуға. Хәҙерге көндә күп ғаиләләрҙең һарыҡ йөнөн эшкәртмәй сарыф итеүҙәренә әсендерә торған бер күренеш хасил була шулай...
Был йоланы башҡа ауылдар ағинәйҙәре лә күтәреп алып, һәр береһе үҙҙәрендә үткәрә хәҙер. Әлеге көндә Манышты ауылы ағинәйҙәре (етәкселәре Зилә Сәмситдинова) "Һарыҡ - бәрәкәтле мал" исемле йола әҙерләй. Йола үткәреүҙә генә түгел хикмәт, ул ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ошо боронғо кәсепте тергеҙеүгә дәртләндерә. Махсус операцияла йөрөгән улдарыбыҙға китә хәҙер һарыҡ йөнөнән бәйләнгән кейемдәр, әйберҙәр. Ағинәйҙәр уларға йөҙҙәрсә пар йылы ойоҡбаш, бирсәткә, свитерҙар бәйләп оҙатты ла инде. Өй йылыһы, әсәй-өләсәй йылыһы булып, тәндәрен дә, күңелдәрен дә йылытһын улдарыбыҙҙың, тигән теләктә улар.
Зөбәржәт СУФИЯНОВА,
Белорет районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.
Үҙ һүҙе бар
Бөгөн йәмғиәттә ағинәйҙәрҙең үҙ урыны, үҙ һүҙе бар. Беҙҙең Баймаҡ район биләмәһендәге бер сара ла уларһыҙ үтмәй, уларҙың тәрбиәүи һүҙе урамда ла, мәҙәниәт йорттарында ла, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ла - һәр урында яңғырай, һәр урында үҙенең тәрбиәүи әһәмиәтен раҫлай килә.
- Һәр заманда ла ағинәй дәрәжәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар айырым урын биләгән, ҡәүемдең усағын да, рухын да, йола-кәсептәрен дә һаҡлаған, һәм ул бөгөн дә шулай, - ти Баймаҡ районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова. - Ә хәҙер беҙҙең иңгә тағы ла бер бурыс өҫтәлде: махсус хәрби операцияға юлланған ир-егеттәребеҙҙе халҡыбыҙҙың йолаларына ярашлы оҙатыу, доғалар бағышлау һәм уларға һәр яҡлап ярҙам итеү. Бөгөн бар эшебеҙ, бар шөғөлөбөҙ ошо бурысты еренә еткереп үтәүгә йүнәлдерелгән, яугирҙарҙың ғаиләләре менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырылған. Ошондай ҡатмарлы заманда тиҙ генә ойошорға, берҙәмлек һаҡларға, ниндәйҙер кәсеп-эште атҡара һалырға беҙҙең быға саҡлы тиҫтә йыл буйы атҡарған эштәребеҙ, өйрәнгәндәребеҙ, аралашыу ғәҙәтебеҙ ярҙам итә...
Ысынлап та, бөгөн йәмғиәтебеҙҙә ошо "Ағинәй" ойошмаһы ағзалары әүҙемлектәре менән барыһынан да айырылып тора. Сөнки улар ошо ойошманы бар иткәне бирле халҡыбыҙҙың бик күп ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, кәсептәрен тергеҙҙе. Иң тәүҙә, аралашырға өйрәнде улар. Аралашыу - үҙеңдең йортоңда булдырған комфортлы биләмәңдән сығыу, үҙ уйҙарың, үҙ ваҡытың, үҙ шатлыҡ-борсолоуҙарың, хатта үҙ ризығыңды башҡалар менән дә уртаҡлашыу ул. Был матур ғәҙәтебеҙ онотола төшкәйне бит. Ә бөгөн ағинәйҙәр үҙҙәре булдырған мөхиткә - мәҙәниәт йорттарындағы, китапханаларҙағы бүлмәләренә көн дә тиерлек эшкә йөрөгәндәй йөрөй. Әйткәндәй, ауыл биләмәләре башлыҡтарының ярҙамы менән 14 ауылда ағинәйҙәрҙең үҙ "кабинеты" булдырылған. Бындай бүлмәләре булмағандарҙың да китапханаларҙа үҙ мөйөшө бар. Ағинәйҙәр бүлмәләрен этномузей менән дә сағыштырырға мөмкин. Уларҙы шулай уҡ тәрбиә биреү үҙәге тип тә атарға була. Былтыр районда "Иң яҡшы ағинәй бүлмәһе" конкурсы ла булып үтте һәм был уларҙы артабан йыһазландырыу, зауыҡ менән биҙәү, күберәк экспонаттар менән байытыу мөмкинлеге бирҙе.
"Ағинәй" республика йәмәғәт ойошмаһының бынан ун йыл элек Баймаҡта үткән ойоштороу йыйынында бик күп бурыстар менән бергә: "Был ойошма ниндәйҙер датанан датаға, байрамдан байрамға тиклем генә эшләй, йылына бер-ике тапҡыр ғына йыйылып, ниндәйҙер сара үткәрә торған кешеләрҙе түгел, ә көн һайын, һәр һулышы һайын Ағинәй булып йәшәүселәрҙе туплаған ҡор булырға тейеш", - тигән талапты һәр саҡ хәтерҙә тота был инәйҙәр, апайҙар. Улар ысынлап та был йылдарҙа ағинәйлек сифаттарына өлгәшеүҙе көҫәп, үҙтәрбиәне алға һөрҙө, совет заманында үҙләштерә яҙған сит ғәҙәттәрҙән арынырға тырышты. Улар эшләгән бар эштәр - милли кейемдәрҙе дөрөҫ итеп тергеҙеү, һанламай ташлап ҡуйған ҡорама ҡорау, кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу кеүек шөғөлдәрҙе аяҡҡа баҫтырыу, башҡорттоң милли аш-һыуҙарына ҡайтыу, халҡыбыҙҙы дауалау ысулдарын иҫкә төшөрөү - былар барыһы ла Ағинәйҙең күңелен, фиғелен, ваҡытын биләгән көнитмешкә әйләнде лә ҡуйҙы.
Баймаҡ ағинәйҙәре тотона икән, был эш ысынлап та еренә еткерелеп, хатта профессиональ кимәлдә башҡарыла. Был - кире ҡаҡҡыһыҙ факт. Мәҫәлән, район ағинәйҙәренең байтағы Сибай ҡалаһында балаҫ һуғыу буйынса ойошторолған фестивалдә ҡатнашып, өс көн барған оҫталыҡ дәрестәрендә төрлө станоктарҙа балаҫ һуғырға өйрәнеп, "Балаҫ һуғыу оҫтаһы" тигән танытмаға эйә булып, станоктар һатып алып, ауылдарында балаҫ һуғыу кәсебенә тотондо ла киттеләр. Ҡорама ҡорау кәсебен дә, милли биҙәүестәр, аяҡ кейеме - сарыҡ эшләүҙе лә шулай һәр ауылда оҫталар һәм оҫтабикәләрҙән һабаҡтар алып, юғары кимәлдә, хас та борондан ҡалған ҡомартҡыларҙың төп нөсхәһендәгеләй эшләргә өйрәнделәр. Ә бит уларға берәү ҙә "Шуны эшләгеҙ, быны эшләмәгеҙ" тип ҡушмай, ауыл, тотош йәмғиәт файҙаһына атҡарылған бихисап хеҙмәттәре өсөн берәү ҙә түләмәй - был да халҡыбыҙҙы ошо Ер йөҙөндә иҫән-имен йәшәтеү мәктәбе ҡағиҙәһе: үҙойошоу, үҙтәрбиә, үҙ һәләтлектәреңде тормошҡа ашырыу. Былар - элек-электән беҙҙең тарафтарға килеп-китеп йөрөгән сәйәхәтселәрҙе аптыратҡан, һоҡландырған сифаттар. Шул сифаттар беҙҙе йәшәтә лә инде. Шөкөр, улар ағинәйҙәр өлгөһөндә киләһе быуындарға ла тапшырылыр, тип ышанайыҡ.
Лилиә ТАКАЕВА,
Баймаҡ районы "Һаҡмар" гәзите хәбәрсеһе.
Ауыл хәстәрҙәре уртаһындабыҙ
Башҡортостан Республикаһының "Үҙ йортом" проекты буйынса төҙөлөп, бюджет өлкәһендә эшләгән белемле, ғилемле йәш ғаиләләр тупланып ғүмер иткән Өфө районы Шамонин ауылында 2018 йылдан эшләй башлағайны "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы.
Ошо ойошманың етәксеһе бурысы йөкмәтелгәс, мәҙәниәт йорто ла, физкультура-һауыҡтырыу комплексы ла, мәсете лә булмаған ауылда нисек итеп ойошоп эшләп китергә икән, тип уйға ҡалдым. Барып төртөлөр, ултырып фекер алышыр урыныбыҙ булмау ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Мәктәптең бик ҙур, матур тамаша залы, коронавирус зәхмәте килеп сығып сикләүҙәр индерелгәнсе, әлбиттә, йәш уҡытыусылар, балалар менән эшләргә уңайлы шарттар булдырҙы. Дәртләнеп, рухланып, яңынан-яңы хыялдар менән тотондоҡ был бурысыбыҙҙы үтәүгә. Дәрестәр тамамланыуға мәктәпкә йыйылабыҙ, сараларҙың, уйындарҙың сценарийҙарын төҙөйбөҙ, ҡабатлайбыҙ, йырлайбыҙ, эҙләнәбеҙ, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, байрамдарҙа ҡатнашабыҙ. Тиҙ арала ғына милли кейемдәребеҙҙе тектереп, биҙәүестәребеҙҙе эшләп алдыҡ. Балалар күп, уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә йәштәр, ә беҙҙең "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары барыһы ла ҙур тәжрибә туплаған уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре, һатыусылар, ашнаҡсылар.Коллегаларыбыҙға ярҙам булһын тип, тәрбиәүи сараларҙы йәнлерәк, халҡыбыҙ педагогикаһына нигеҙләнеп ойошторорға тырыштыҡ: тәбиғәт ҡосағында уйындар, өмәләр ойошторабыҙ, балалар ҡатнашлығында йолалар атҡарабыҙ, йәрминкәләрҙә, һабантуйҙа, өмәләрҙә, йыйындарҙа йәш ата-әсәләр менән аралашып, кәңәштәр бирәбеҙ. Улар ҙа, уҡытыусы-тәрбиәселәр ҙә республика кимәлендәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашһалар, бөтә ауыл дәррәү тауыш биреү ойошторабыҙ. Йәш әсәләрҙең "Бәхетле әсәләр" ойошмаһы менән күп сараларҙы бергәләп үткәрҙек, янғындан зыян күргәндәргә ярҙам ойошторҙоҡ.
Ауылыбыҙҙы "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаштырыу башланғысын да хуплап сыҡтыҡ һәм унда еңеп сығыу өсөн ҡулдан килгән бар сараларҙы күтәрмәләргә тырыштыҡ. Иң эре ауылдар араһында II урын яулап, 3 миллион грант алыу ауылдаштарҙы тағы ла берләштерҙе, дуҫлаштырҙы. Халыҡтан тағы ла аҡса өҫтәп йыйып, ике балалар майҙансығы төҙөп ҡуйҙылар. Халыҡты күберәк йәлеп итеү маҡсатынан ватсапта төркөмдәр булдырғанбыҙ: хәбәр һалабыҙ, фекер алышабыҙ, әрләшеп китәбеҙ, килешәбеҙ. Был төркөмдәр ауырыуҙар көсәйеп, сикләүҙәр индерелгәс, бигерәк әүҙемләште. Төҙөлөп бөтөп килгән мәсет өсөн аҡса йыйыу, өмәләргә сығыу, балаларға сана шыуыу өсөн тау таҙартыу... Бөтә был эштәр ауыл халҡы менән килешеп, хәбәрләшеп атҡарыла. Мобилизацияланғандарға гуманитар ярҙам ойошторошоу, йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләү ҙә төштө беҙҙең өлөшкә. Ауылда почта булмаһа ла, үҙебеҙгә кәрәкле гәзит-журналдарға яҙылырға ла тырышабыҙ.
Нисек кенә булмаһын, ауылдағы рухи мөхитте күҙҙән ысҡындырмаҫҡа, ниндәйҙер бушлыҡ килеп тыуа, шунда беҙҙең ярҙам кәрәк икән, ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Үҙебеҙ йәшәгән төйәккә битараф булмау - ул беҙҙең быуындың ҡанында бит инде. Мәҫәлән, 80 проценттан ашыу башҡорттар, татарҙар йәшәгән ауылда ошо көнгә тиклем мосолман зыяраты булмау күңелде өйкәп торған бер сетерекле мәсьәлә. Күҙ алдыбыҙҙа күпме мәрхүмдәрҙе алыҫ райондарға алып китергә мәжбүрҙәр. Мәхәллә менән бергә 2018 йылдан алып ауыл хакимиәтенә зыярат өсөн ер бүлеүҙе һорап, хаттар яҙабыҙ. Вәғәҙәләр әлегә һауала эленеп тора. Бына шулай, ҙур ауылдарҙың проблемалары ла ҙур. Беҙ, ағинәйҙәр ҙә, шуларҙың уртаһында.
Рәйфә ВӘЛИЕВА,
Өфө районы Шамонин ауылы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.
(Дауамы. Башы 8-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА