«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЛАНЫ МАҠТА ЛА АУЫЛДА ТОР
+  - 

Бөгөн ҡала халҡына, фатирым бар, тип ирәйеп йәшәргә тура килмәй, сөнки кеше өсөн төп йәшәү шарты булып хеҙмәт иткән "баш осондағы был ҡыйыҡ" бер ҡасан булмағанса ғәййәт ҡиммәткә төшә һәм етди проблемаға әүерелә башланы. Юҡҡа ғына үҙәк матбуғат эксперттары фатир өсөн тотонолған сығымдарҙы һәм коммуналь "һалым"дарҙы кеше кеҫәһен хаяһыҙ рәүештә талау тип атамайҙыр.

Йылылыҡ өсөн түләү генә лә квитанциялағы дөйөм хисап суммаһының 40-50 процентын тәшкил итә, ти эксперттар. Өҫтәүенә, "төпһөҙ ҡоҙоҡҡа" китеп тороусы капиталь ремонт өсөн иғәнәне лә арттырып ебәреү ҡулланыусы хәлен тағы ла ауырлаштырҙы. Суҡышын ысҡындырһа - ҡойроғо, ҡойроғон ысҡындырһа, суҡышы йәбешеүсе меҫкен ҡошсоҡ хәлендә фатир милекселәре бөгөн. Ай һайын тип әйтерлек берәй "яңылыҡ" уйлап сығарып ҡына тора коммуналь хеҙмәттәр системаһы. Бизнес торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өлкәһенең аҡса һауыу өсөн сикһеҙ мөмкинлектәргә юл асыуын бик тиҙ аңғарып алды: ресурс хужалары дөйөм табаҡты хушһынмай, айырым монополистарға бүленә һалды һәм бер-береһе менән ярыша-ярыша хаҡтар арттыра башланы. Етмәһә, властар тарафынан да тәьминәтселәргә шашынырға юл ҡуйыусы положениелар, закондар һәм уларға теге йәки был төҙәтмәләр "ижад ителеп" кенә тора, күрәһең, идара итеүсе даирәләргә лә файҙаһы бар бының. Әйтәйек, һуңғы ике йыл эсендә ресурстарҙы ҡулланыу нормативтарын тыйыу юҡҡа сығарылды. Һөҙөмтәлә дөйөм йорт ҡулланыуы күрһәткестәре өсөн, мәҫәлән, хисап приборындағы тотонолған ресурс урынына норматив буйынса "түңәрәкләп" түләү һалына башланы. Ә түңәрәкләп иҫәпләүҙән ниндәй һан ғибәрәт булыры башланғыс класс балаһына ла яҡшы аңлашыла: йомро ғына һандар килеп сыға. Тәьминәтсегә был, билдәле, өҫтәмә килем килтерә. Ә бит закон буйынса 2012 йылдан алып күп ҡатлы бөтөн йорттар ҙа ҡулланылған һыу, электр энергияһы, йылылыҡ күләмен иҫәпкә алыусы хисап приборҙары менән тәьмин ителергә тейеш ине.
Ҡулланыусы өсөн тағы бер аңлайышһыҙ мәсьәлә - ул капремонт иғәнәһе. Уны мин бая "төпһөҙ ҡоҙоҡ" менән юҡҡа сағыштырманым. Шуныһы ҡыҙыҡ: иғәнә арта, ә беҙҙең йорттарға ремонт күп тигәндә подъезд ишектәрен буяп сығыуҙан ары китмәй. Быйыл бының өсөн түләү тағы ла 7-12 процентҡа артасаҡ. БР Хөкүмәтенең быйыл 23 ғинуарҙағы Ҡарары буйынса Өфөлә, мәҫәлән, күп йорттарҙың 1-6-сы ҡатына тиклем айына түләү квадрат метрынан 7,46 һум һалынһа, шунан юғарыраҡ ҡаттарҙа йәшәүселәр өсөн ни сәбәптәндер 8,10 һум ҡаралған. Юғиһә бит бынан алдараҡ "Капремонт төбәк операторы" фонды директоры П.Сафоновтың аппетиты күпкә юғары (20 процент!) күтәрелмәксе ине. Булмаҫ был, тимә, киләсәктә был иғәнә барыбер артҡандан-арта ғына барасаҡ, ти махсус күҙәтеүселәр.
Әйткәндәй, капремонт фондының махсус иҫәбендә бөгөн 200 млрд һум аҡса бар, ти мәғлүмәтле кешеләр. РФ Торлаҡ союзы рәйесе Константин Крохин һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙебеҙ йәшәгән йортҡа ремонт хаҡында беҙгә хыялланырға ла ярамай, был мәсьәләне йорт хужалары түгел, ә муниципалитет депутаттары ғына хәл итә ала икән, бынағайыш!
Күп ҡатлы йорт фатирҙарының милекселәре хоҡуғы тураһында һүҙ сыҡҡас, тағы бер сәйер яңылыҡ иҫкә төштө. Ошо йылдың 1 мартынан "Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе тураһында" законға төҙәтеүҙәр көсөнә инде. Шуға ярашлы, Росреестрҙан алынған күсермәлә теге йәки был бина, фатир йә булмаһа ер участкаһы милекселәре хаҡында мәғлүмәт биреү тыйыласаҡ икән. Был, әлбиттә, персональ мәғлүмәттәрҙе һаҡлау йәһәтенән эшләнә, ләкин эксперттар әйтеүенсә, ошо айҡанлы торлаҡ баҙарында проблемалар килеп тыуасағы шик тыуҙырмай, сөнки фатир һатып алғанда әлеге тыйыу сәбәпле, күсемһеҙ милектең юридик "таҙалығы"н тикшереү мөмкин булмаясаҡ.
Ә бит икенсел торлаҡ баҙарында һәр бер фатирҙың үҙ "тарихы" бар: унда кемдәр теркәлгән, ошоға тиклем фатир буйынса ниндәй һатыу-һатып алыу килешеүҙәре булған - ҡыҫҡаһы, һатыласаҡ фатирҙың иң тәүге милексеһен асыҡлауға тиклем бөтөн мәғлүмәттәр кәрәк булыуы бар. Юғиһә, был фатирҙы һатып алғандан һуң торлаҡтың яңы хужаһына милекселек буйынса берәй дәғүәсе килеп сыҡмаҫ, тип кем ышандыра ала? Ә бит бындай күңелһеҙ осраҡтар, айырыуса суд аша яңы дәғүәсе менән фатир өсөн тартҡылаштар тарихы хаҡында бөтәбеҙгә лә яҡшы билдәле. Шуның өсөн дә белгестәр фатир һатып алыусыларға күсемһеҙ милек хаҡында мәғлүмәттәрҙе ентекләп үҙеңә асыҡларға һәм был эште риелторға йә адвокатҡа ғына ышанып ҡалдырмаҫҡа кәңәш бирә, юғиһә, фатирҙан ҡолаҡ ҡағыуың да бар. Дөрөҫ, ҡасандыр бер осор намыҫлы һатып алыусы мәнфәғәтен яҡлау хаҡында ла һүҙ сыға биреп ҡуйғайны ла ул, ләкин был институт Рәсәйҙә үҫешә алманы, ти белгестәр... Ошоларҙы уйлаһаң, ауылға күсеп ҡайтҡы килә лә тора. Унда ла йәшәүе еңелдән түгел, ләкин , исмаһам, тапҡан-таянғаның "төпһөҙ ҡоҙоҡҡа" китеп тормаҫ ине.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.23 | Ҡаралған: 144

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru