«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШТӘРЕБЕҘ БАШҠОРТСА ШАЯРТЫРҒА ӨЙРӘНӘ
+  - 

Ҡыштың һуңғы көнө - 28 февраль ҡояшы, үҙ буранына сәсәй-сәсәй, тоноҡ, ҡараңғы офоғона тәгәрәй ине. Сәғәткә ҡарағас, аһ итем! Өлгөрмәйем! Башҡорт асыҡ КВН лигаһының Ҙур фестивале башланырға ярты ғына сәғәт ҡалған! Такси саҡыртырғамы, автобусҡа ултырырғамы? Маршрут таксиһы - иң шәбе! Туҡталышҡа барып еттем дә, тоҡос автобустарҙың береһенә инеп тә ҡунаҡланым...

Барып еттем дә, ҡабаланып тамаша залына йүгерҙем. Урындар бар икән әле. Ләкин һанаулы. Береһенә һеңәм. Бына халыҡ ҡул сабырға тотондо. Юҡҡа түгел, сәхнәнең уң мөйөшөндә трибуна артында дүрт күҙле Линар Хәлилов пәйҙә булды. Фанфаралар яңғыраны, ҡулдар нығыраҡ сәпәкәй итте. Линар Хәлилов, теле-телгә йоҡмай, ҙур фестиваль асылыуын иғлан итте һәм командаларҙы сәхнә уртаһына саҡырҙы. Бына улар: "Йыуаса", "Быйма", "Тегенән-бынан", "Барыбер", "Әфлисун", "Особый башҡорттар", "Теге өсәү", "Ыстағәфирулла", "ҠарАҡ" һәм "Сәй эсәйек" - йәмғеһе ун команда. Бына беренсе команда ағзалары сәхнә тултырып йүгерешә, үҙҙәре менән таныштыра, кәмит күрһәтә лә башланы. Уларҙы, күп тә үтмәй, икенсе, өсөнсө ҡатнашыусылар алмаштырҙы. Бөтәһе лә үҙенсә ҡыҙыҡлы сығыштар күрһәтте. Күҙҙән йәш сыҡҡансы көлдөрҙө КВН-сылар!
Бер мәл иң-иңдәрҙе билдәләр мәл етте. Баһалаусылар мәрәй һанаған арала, һүҙ тамаша ҡылыусыларға бирелде. Берәү командаларға һорау бирә, ә ҡалғандар тиҙ арала тапҡыр яуап ҡайтара. Яуап ҡайтарыусылары бер, ә бына тамаша залынан атылып сығып, алып барыусы эргәһенә баҫып, уның менән бер-ике һүҙ, ым-ишара менән даулашып, хатта Дүрткүҙҙең микрофонына дәғүәләшеп, күкрәк киреп барыһын да айыҡ, сәмле, юморлы итеп сәләмләүсе билдәһеҙ егеттең ҡыйыулығы барыһын да шаҡ ҡатырҙы...
Һәм тағы. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың саф башҡортса мәҙәк күрһәтеүе оҡшаны. Тимәк, алдағы йылдарҙа ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашыусы йәштәрҙең тел, телмәр кәмселектәрен тәнҡитләүҙәргә ҡолаҡ һалынған, тигән һығымта яһалды. Сара һуңында ҡатнашыусыларға, тамашасыларға һәм ойоштороусыларға мөрәжәғәт итеп, тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙарын һорағанда ла барыһы ла ошо күренеште ыңғай яҡтан билдәләне һәм хуплауҙарын белдерҙе.
Ә фестиваль һөҙөмтәләре түбәндәгесә: "Фестиваль асышы"н Өфөнән "Барыбер" командаһы алды. "Иң яҡшы егет роле" номинацияһы "Тегенән-бынан"дың бөрйән һөйләшендә шаяртыусы капитаны Айгиз Хәсәновҡа тапшырылды. Ҡыҙҙар араһында ошондай уҡ номинацияны Нефтекаманың "Особый башҡорттар" командаһынан Илмира Әлетдинова яуланы. Өсөнсө урынды видеола Өфө урамдарын - Лос Сантосҡа, Илһам Ишкининды Биг Смоукка әйләндергән "Әфлисун" командаһы, бынау буран тип тормай килеп етеп, баш ҡала халҡын сибайҙарса көлдөрөүгә ирешкән "Йыуаса"лар менән бүлеште. Сибайҙан килгән тағы бер команда - "Ыстағәфирулла" менән Өфөләге "Тегенән-бынан" командалары икенсе баҫҡысты алһа, Өфө Фән һәм технологиялар университетының "ҠарАҡ"тары барыһын да үҙҙәренә ҡаратты һәм еңеүсе тип билдәләнде!

Илгиз ИШБУЛАТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.23 | Ҡаралған: 178

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru