«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОСТАЗЛЫҠ МӘКТӘБЕ ҺӘР БЕЛЕМ УСАҒЫНДА БУЛҺЫН
+  - 


Өфө башҡорттары ҡоролтайы "Киске Өфө" гәзите, Өфө тарихы музейы менән берлектә Рәсәйҙә иғлан ителгән "Педагог һәм остаз" йылына арналған сараларҙы түңәрәк ҡор менән башлап ебәрҙе. Унда баш ҡала мәғарифы өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләүсе тәжрибәле спикерҙар - Өфө күп профилле профессиональ колледжы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Сынтимер Биктимер улы Баязитов, Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, көнсығыш телдәр һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Бүләк улы Санъяров "Кем ул остаз? Остаз булыу еңелме? Оло йәштәге һәр кем остаз тип атала аламы?" тигән һорауҙарға яуап эҙләп, баш ҡаланың башҡорт гимназиялары, лицейҙары уҡытыусылары, уҡыусылары, студенттары менән фекер алышты.

Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты баш ҡаланың белем усаҡтары менән һәр саҡ бәйләнештә һәм мәғариф системаһындағы проблемалар, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләрен иғтибар үҙәгендә тота. Бөгөн, балаларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп, ниндәй ҡиммәттәргә нигеҙләнеп, ниндәй өлгөлә тәрбиәләргә тейешбеҙ, тигән бәхәстәр заманында остаздар мәктәбе, өлкән быуын педагогтарының ярҙамы, тәжрибәһе бигерәк тә мөһим икәнлегенә күптән инанылған. "Беҙҙе уратып алған донъя үҙе остазлыҡҡа ҡоролған. Ҡарағыҙ әле, бесәйҙәр булһынмы, бүреләрме, нисек итеп балаларын өйрәтә. Кешеләр ҙә шулай, үҙе белгәнде өйрәтеп ҡалдырырға тырыша. Аллаһы Тәғәләнән шундай миссия бирелгән: үҙе олораҡ булып, оҙағыраҡ йәшәүселәр үҙенең тормош тәжрибәһен йәш быуынға тапшырырға тейеш. Был системаға һалынған күренеш, бөтөн булмышыбыҙ, йәшәү рәүешебеҙ шуға ҡоролған. Быйылғы йылды ил етәкселеге Педагог һәм остаз йылы тип иғлан итеүенә шуға ғәжәпләнмәнем дә", - тине Фәнзил Бүләк улы Санъяров та үҙенең сығышында.
Тәжрибәле педагог ҡына түгел, 20 йыл Өфө ҡала хакимиәтендә эшләгән дәүерендә булдырылып, әлеге көндә лә баш ҡала балаларын туған телгә ылыҡтырыусы "Һаумы, һаумы, әкиәт", "Шаяниум" кеүек сараларҙы, хәҙер инде бар донъяны урап сыҡҡан, киң танылыу яулаған "Мираҫ" фольклор йыр һәм бейеү ансамблен ойоштороп, үҙен остаз кимәленә күтәргән Сынтимер Баязитов та ошо тупланған тәжрибәнең һаҡланып ҡалырға тейешлегенә баҫым яһаны. "Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән күп эштәр башҡарылды был йылдарҙа. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әсбаптар ҙа яҙҙы, конкурстарҙа ҡатнашып, урындар ҙа яуланы. Ошолар артабан бер быуындан икенсе быуынға күсеп, традициялар дауам ителһә, был бай тәжрибә бөгөн дә күп рухи башланғыстарға нигеҙ һалып, этәргес көс булыр", - тигән ышаныс белдерҙе Сынтимер Биктимер улы. Ул Бөтөн донъя башҡорттары башҡарма комитетының мәғариф, фән һәм башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия кураторы булараҡ, быйылғы Педагог һәм остаз йылына арнап, Өфө урамдарындағы баннерҙарҙы үҙ һөнәрендә ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларҙың фотоһүрәттәре биҙәйәсәген дә белдерҙе. Был ла йылға айырыуса биҙәк һәм тантана өҫтәйәсәк.
Әйткәндәй, ҡорҙа спикерҙарҙан башҡа ла оҙаҡ йылдар баш ҡаланың мәғариф өлкәһендә эшләгән кешеләр - М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының элекке директоры Гөлназ Әхмәҙиева, М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы директоры Шәмсулла Хәбибрахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Мәрфуға Мостафина кеүек кешеләр ҙә бар ине. Улар ҙа күптәргә үҙ тәжрибәләрен, йөрәк йылыһын биргән, ошо уҡытыусы һөнәренә йәлеп иткән остаздар. Ошо урында 158-се Башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы Фәйрүзә Үтәбаеваның сығышын да килтереп китәйек: "Мин юғары уҡыу йортон тамамлап, 122-се Башҡорт гимназияһына башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшкә урынлашҡанда "Юлдаш" радиоһы асылып ҡына тора һәм унда хеҙмәткәрҙәр йыялар ине. Был гимназияла берәй ай уҡытырмын да, радиоға эшкә китермен, тигән ниәттә инем. Әммә шулай уҡ башҡорт теленән уҡытҡан Венера Ғәлимова кеүек остаздар йоғонтоһонда белем усағының рухлы мөхитенә башкөллө инеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Эйе, уҡыу йорто йәш кешегә диплом бирә, һөнәр бирмәй, һөнәргә ана шул остаздар өйрәтә икәнен үҙ тәжрибәмдән беләм..."
Осрашыуҙа яңғыраған сығыштар, әлбиттә, Өфө фән һәм технологиялар университетынан килгән студенттарҙы ла битараф ҡалдырманы. Уларҙың да кемдәрелер үҙҙәрен ошо уҡытыусы һөнәренә арнаясаҡ бит. Шуға ла бер студенттың: "Замана уҡытыусыһы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?"- тип һорауы тәбиғи яңғыраны. Гөлфирә Риф ҡыҙы уға шулай яуапланы:
- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тураһында һүҙ барһа, ул барыһынан да бер башҡа юғарырыҡ торорға тейеш, сөнки йәмғиәттә беҙгә иғтибар бик көслө. Шуға ла тап ошо предмет уҡытыусыһы замандан артта ҡалмаҫҡа, заман технологияларын белергә, донъяуи мәсьәләләргә үҙ ҡарашын булдырырға, хатта кейгән кейеме менән дә башҡаларға үрнәк булырға тейеш ул.
Тағы бер студент сарала ҡатнашыусы остаздарҙан: "Бына һеҙ ҙә башҡорт халҡын бик тыйнаҡ тинегеҙ. Ләкин, ҡарағыҙ, бөгөн беҙгә ситтәр килеп үҙ эшен аса, эш биреүсе булып китә, ә үҙебеҙҙекеләр эш артынан Себер һымаҡ тарафтарға сығып китә. Беҙ һаман тыйнаҡ булырға тейешбеҙме?"- тип тә һораны:
-"Роснефть" газ һәм нефть гигантының башҡарма директоры Сечиндың филолог икәнен беләһегеҙме? - тип һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы Фәнзил Санъяров. - Бына һеҙ ҙә филологтар, ләкин теләһәгеҙ һеҙ ҙә банк директоры була алаһығыҙ, тимәк. Тик бының өсөн бер генә диплом етмәй, һеҙгә уҡырға ла уҡырға, эштән ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Әйҙә, баҫалҡы түгел, үткер булығыҙ. Беҙ һеҙҙе белемле, маҡсатлы, ышаныслы алға барыусы булырға саҡырабыҙ".

Шулай итеп...
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре йәштәр өсөн һәр ваҡыт остаз булып ҡала икәнен дә раҫланы был сара. Уларҙың йәштәрҙең аңын формалаштырыу, йүнәлеш биреүҙәге роле ғәйәт ҙур. Шуға ла был түңәрәк ҡорҙағы фекер алышыуҙар артабан һәр уҡыу йортонда дауам итер, һәр башҡорт гимназияһы, лицейында үҙҙәренең Остаздар мәктәбе ойошторолор, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Ләйсән ДАЯНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.23 | Ҡаралған: 206

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru