«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБЫЛДЫҠ
+  - 


Мозафар гел шулай иртә, таң тишегенән, офоҡ ситенә таң ойотҡоһо ҡуныр-ҡунмаҫтан тора. Бөгөн дә ғәҙәтенсә һиҫкәнеп уянды ла бер килке түшәгендә әйләнгеләп ятты, шунан иҫке курткаһын яурындарына һалып, аяҡтарына таушалып бөткән шипатайҙарын кейеп, балконға сығып, кисә ятырҙан алда тартып, тәҙрә ҡашағаһында ҡалдырған тәмәке төпсөгөн ҡабып, яңынан тоҡандырҙы, тәрән итеп һурҙы. Ағыулы төтөн тын буйын хәтәр әсетеп ебәрҙе. Һул ҡулы менән түшен ҡармап, быуылып йүтәлләне. Шунан ҡарашын уң ҡулда офоҡта тимгелләнеп күренгән тау һыртына ҡарай йүнәлтте. Киртләстәр әлегә беленеп һыҙатланмаған, тимәк, таң атыу түгел, һыҙылмаған да әле.
Күп ҡатлы дөйөм ятаҡ иҫәпләнгән йорттоң өсөнсө ҡатында йәшәп ята ул, дөрөҫөрәге, тереклек итә. Ҡыҫынҡы ғына, түшәм-стеналарын туҙан баҫҡан, иҙәненә күп йылдар буяҡ яғылмаған, бушаған таҡталары баҫҡан һайын ауыр шығырҙаған бер бүлмәлә. Серей башлаған екле тәҙрә рамы сатнаған быялаларынан ҡояш нурҙарын һаран үткәрһә лә шыпа ла ғына йылы тотмай. Уйымға ҡыш көндәре одеял эленә, йәй башынан көҙгәсә тәҙрә гәзит менән ҡаплана, уныһы инде бара-тора ялҡында көйҙөрөлгәндәй һап-һары төҫкә инә. Аш урыны ла юҡ бында, йыуыныу урыны ла, бәҙрәф оҙон коридорҙың теге осонда, уның ҡарауы, бына ошо тар балконы бар, ваҡыт-ваҡыт сығып, бар тирә-йүнде тамаша ҡылырлыҡ, көпһөҙ, саба еле, яуым-төшөмө үтәләй һуҡҡан балкон йораты. Ул әйбер һаҡлау урыны ла иҫәпләнә, мәгәр һаҡлар нимәһе юҡ, кәрәкмәгән ҡыйғыпыр бер яҡ ситтә өйөлөп ята шунда. Йәнәш ҡалҡҡан ике йорт араһына тимер ҡалайҙарҙан ҡыйыҡлы өкәлтәк рәүешен әтмәләп, эсенә оло пластик һауыттар ҡуйып, сүп-сар һалыу урыны эшләп ҡуйғандар. Һалҡындарҙа һиҙелмәй, әммә йәйге селлә осоронда ошо урын тирә-йүнгә тын алғыһыҙ ауыр еҫ тарата. Әле шул яҡтан нәҙек кенә итеп сыйнаған тауыш сағылды ҡолағына. Берәйһе эт көсөгөн, йә бесәй балаһын сығарып ырғытҡандыр. "Әҙәм балаһы ҡанһыҙға, миһырбанһыҙға әүерелде, емереү, ташлау, сығарып ырғытыу ғына түгел, йән ҡыйыу ғәҙәти, күнегелгән күренеш хәҙер..."
Мозафар төпсөктө ирендәрен бешерә башлағансы һурҙы ла түбәнгә быраҡтырҙы. Шунан, инеп, кире түшәгендә һуйҙайҙы. Бына шулай яңғыҙы йәшәп ятҡан көнө. Ҡатыны бар ине. Зәбирә исемле, мәктәптә уны ололап Зәбирә Кәбировна, тип йөрөттөләр. Башланғыс кластарҙа эшләне ғүмере буйы, "Мәғариф алдынғыһы" тигән билдәһе лә бар ине. Ә ул инде хеҙмәт юлының башынан алып аҙағынаса машина рулен борғоланы, бар белгән шөғөлө шул. Башта, йәшерәк саҡта комбинатта "Белаз"да йөрөнө, һуңынан ҡарыуы ҡайта төшкәс, коммуналь хужалыҡҡа, ваҡ-төйәк йөк ташыусы, туҙыуы еткән, көн һайын тиерлек ваҡ ремонт талап иткән автомобилгә күсте, ары - пенсия. Минималканан саҡ ҡына юғарыраҡ пенсия тәғәйенләнде, уға ла, ҡатынына ла. Йәшерәк саҡта матур, йәмле, татыу йәшәнеләр. Аҡсалы саҡта ҡала үҙәгенән дүрт бүлмәле фатир, заманына күрә күрмәлекле иҫәпләнгән йорт ҡаралтылары һатып алдылар, тик балалары ғына булманы. Ғәйеп кемеһендә булғандыр, мәгәр асыҡламанылар ҙа, кәрәк тә тапманылар. Шунан көтмәгәндә ҡатыны ҡаты сирләп китте, иреп кесерәйгән майшәм рәүешле күҙ алдында һүнә, кибә башланы. Башта ҡала дауаханаһына һалдылар, шунан рәт сығара алмай, апаруҡ мәшәҡәтләнделәр ҙә, ауырыуҙың хәле яҡшырмағас, баш ҡаланың үҙенә оҙаттылар. Баҙар шарттарында бар донъя менән аҡса хакимлыҡ итә бит, шул ҡөҙрәтле бол кәрәк мәлдә кәрәк кешенең усына һалынмаһа, бармаҡ ҡыбырлатыусы ла табылмаҫ. Ошоғаса төйнәгән аҡсалары ҡат-ҡат тикшерелеүгә, осһоҙ-ҡырыйһыҙ түләүле анализдар тапшырыуға, шунан дауалар һатып алыуға китте, тик һиҙелеп алға китеш кенә тойомланманы. Аптырағас, дүрт бүлмәлене өсәүгә алмаштырҙылар, өсәү бер аҙҙан икәүгә ҡалды. Унан килгән аҡсалар ҙа төпһөҙ ҡоҙоҡҡа төшкән ише файҙаһыҙға юғалдылар.
Зәбирә ике ҡала араһын оҙаҡ таҡырланы, һуңғы осорҙа хәле үтә ҡырҡыуланғас, ҡабаттан онкодиспансерға оҙаттылар. Киткәндең өсөнсө көнөнә артынан юлланды. Ҡатынын бәләкәй генә, бер карауат һыймалы палатаға һалып ҡуйғандар. Тәҙрә янында кер йыуыу машинаһына тартым аппаратура, стенаға шнурҙары сеймәлеп һалынған ҡулайлама беркеткәндәр. Дарыуҙарҙың ҡырҡыу еҫе, хлорка танау тишектәрен ярып алып бара. Зәбирәнең йөҙө һары, юҡ, аҡһыл аллюминий төҫөнә ингән. Йәнһеҙ шул йөҙҙә ҡара ҡаштар, сал ҡунған сәстәр, ҡан ҡасҡан ирендәр бермә-бер айырым асыҡ күренә. Мозафар тотоп килгән күстәнәсен тумбочка ҡырына ҡуйҙы ла палаталағы берҙән-бер ултырғысты тартып, ҡатынының эргәһенә ултырҙы. Өнһөҙ-һүҙһеҙ бер килке суҡайыштылар. Ул да һорау билдәһеләй бөгөлөп төшкән, әйтер һүҙҙәре онотолған. Яғымлы итеп өндәшә лә, йыуата ла алмай. Ошо хәлдә нимә тип кенә йыуатаһың инде? Зәбирә һонолоп, уның ҡулын үҙенә тартты, тилмереп күҙҙәренә ҡараны:
- Нисек кенә йәшәп ятаһың әле, Мозафарым? - Һәр ваҡыттағыса наҙлы итеп өндәште.
- Арыу. Бер көйө генә.
- Арыулығын һиҙеп, тойоп ятам, мин эргәңдә ултырмаһам, ашамайһың да, эсмәйһең дә бит һин, ана ҡайһылай мөҙөрөп киткәнһең.
- Тамаҡҡа аш үтмәй шул.
- Мин сирләгәнгә ашай алмайым, ә һин бит сағыштырмаса сәләмәт, шулай булғас көсләңкерәп булһа ла ҡабыштырырға кәрәк. Ирҙәр бит ашау көсө менән йөрөй.
- Тырышырмын. Үҙең һуң?
- Иртәгә операция. Йөрәгең шәптән түгел, тинеләр, әммә тәүәккәлләп ҡарарға хәл итте дауалаусы профессор. Нисек кенә булһа ла ризалаштым мин дә, тырмалашып, ҡырталашып ҡарайым әле, бәлки... Әле сығышлай шул врачымды күреп, операцияға ризалығыңды белдереп, юридик документҡа ҡул ҡуй, башҡаса сара юҡ...
- Әллә тим, берәй әбейгә күренеп ҡарайһыңмы? Бәлки, ярҙамы тейер. Баймаҡ районы Йылым ауылында ауырыуҙы өшкөрөп аяҡҡа баҫтырыусы бер ҡарт тураһында ишетеп ҡалғайным.
- Ауырыһаң, имсе күбәйә, тиҙәр.
- Аптыраған көндән әйтеүем, тағы, низнай...
Ҡайтманы, ҡатынын бысаҡ аҫтында яңғыҙын ҡалдырғыһы килмәне, "Ағиҙел" ҡунаҡханаһында ҡунырға ҡалды. Иртәгеһен операция өҫтәлендә үлеп ҡалды Зәбирәһе. Барлы-юҡлы аҡсаһына транспорт яллап алып ҡайтыу, ерләү мәшәҡәттәре ҡурҡыныс төш һымаҡ хәтерендә ҡалған. Уның өсөн бар донъя төҫһөҙләнеп, булмышы шаңғырап бушап ҡалғандай итте. Өсөн, етеһен, ҡырҡын ҡала ашханаһына йыйып уҡытты. Йыназаға башлыса Зәбирәнең туғандары, мәктәптәге элекке хеҙмәттәштәре, күрше-күлән килде. Уның яғынан ниндәй генә ағай-эне булһын инде, ул бит детдом балаһы. Зәбирәнең яҡындары яйын тап килтереп, ярҙам итеп торорға, ташламаҫҡа вәғәҙәләгән булдылар. Ҡайҙа инде, ярҙам итеү түгел, шылтыратып хәлде белергә лә оноттолар аҙаҡ.
Ятһа ла, торһа ла, сығып йөрөһә лә бер үҙе, күҙгә элеүсе, уға иғтибар итеүсе юҡ, хас та кәрәге бөткән, туҙған, эшлектән сыҡҡан әйбер. Халҡы урамдарына һыймаған ҡалала япа-яңғыҙың ҡалыу бигерәк ҡурҡыныс икән, абынғанда таяныс, сирләгәндә хәлеңә инерҙәй кешеңдең яныңда булмауы оло фажиғә икәнлеген ҡатынын юғалтҡас ҡына бар тәрәнлегендә төшөндө. Тормошоноң йәме, ашының тәме китте. Эсештергеләй башланы: башта тамағыма аш үтһен тип, ары ҡотһоҙ көн тиҙерәк үтһен тип, һуңғараҡ ауыр уйҙар сигенһен, онотолһон тип. Ҡайғыһы хәсрәт сылбырына ялғанды шулай. Бар алған пенсияһы квартплата түләүгә, наҡыҫ аҙыҡ-түлек һатып алыуға китә, ә ҡалғаны инде... араҡыға, хәмергә. Екһендергес көнө лә сәй эсеүҙән түгел, башын төҙәтеү уйынан һыра һемереүҙән башлана. Янында ҡойто кейенгән әшнәләр пәйҙә булды. Улар сер һөйләшеп эс бүҫкәртеүҙең, кәңәш-төңәш итеүҙең ни икәнен дә белмәйҙәр, бар тырышлыҡтары темеҫкенеп араҡы эҙләү ҙә, тапҡанын сәкәштереп йотоу. Хәбәр һөйләшмәй генә, өҙөк-йыртыҡ өндәшеп, ымлашып тиерлек аралашалар ҙа, йөктәре тулһа, кемеһе ҡайҙа етте, шунда иҫереп тәгәрәй. Иртәгеһен ошо йәмһеҙ табын тағы ҡабатлана, тағы...
Бер көн ошо мәнһеҙ, мәғәнәһеҙ ҡорҙа арыу ғына кейенгән, быҙау муйынсаһына оҡшаш галстук таҡҡан йәш ир күренде: һөйләшеүгә лә теле телгә йоҡмай, үҙен зыялы ҡиәфәттә тота, мөғәмәләһе лә ипле. Ни сәбәптәндер был шылғаяҡ ир баштан уҡ уға һырпаланды, төпсөр хәбәре менән эс-бауырға инеп бара:
- Һеҙҙең Мозафар исемле икәнегеҙҙе ишетеп ултырам. Таныш булайыҡ, мине Дауыт, тиҙәр, Дауыт Хәйруллович.
- Дауытһың да икән, ти, дальше што, я с тобой свиней не пас!
Яңы танышы көлкөһө килмәһә лә быжыр йөҙөн арҡырыға йәйелдереп, бер-береһенә тоташып үҫкән ҡаштарын туғарландырып көлөп ебәрҙе:
- Вы абсолютно правы. Шулай ҙа танышыу, близкое знакомство необходимо, бер килеп ярҙамымдың тейеп ҡуйыуы ла бар.
- Ярҙам, тиһеңме? Баш сатнаған мәлдәрҙә эсергә булашһаң, шул еткән.
- Нишләп эсергә генә ти, закондарҙы белеү, таныу йәһәтенән дә белемле кешенең эргәлә йөрөүе иногда помогает. Юрист дипломым бар, шулай ҙа алыпһатар һөнәрен һайланым, предприниматель значит, аяҡ кейемдәре менән һатыу итәм, ҡалала ике магазиным да бар.
- Юғары белемле спекулянт, әләйгәс?
- Шулайыраҡ. Сауҙа өлкәһенә эшләүе еңелдән түгел, бөгөн уңышҡа юлыҡһаң, иртәгеһенә инде яныуың бар, причем дотла.
- Ниңә ул хаҡта тубытаһың әле, кемгә һәм нимәгә кәрәк һинең баш ауырыуың? Суфый түгелһеңдер ҙә, эс!
Мозафар алдындағы буҙ шыйыҡса ҡойолған стаканды алды ла сәкәштереп тә маташмай, ауыҙына түңкәрҙе, ғәҙәт иткәнсә, йотоп та мәшәҡәтләнмәне. Дауыт уға эйәреп эсмәне, ҡулындағы һауытын сытырая биреберәк ситкә ҡуйҙы ла хәбәрен дауам итте:
- Абзый, твое жилище, арыу ғына бит, ә? - Хәйләкәр ҡарашы менән фатир эсен теүәлләп, ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡараны. - Иркен, яҡты, артыҡ юғарыла ла түгел, икенсе ҡат. Ә минеке һигеҙенселә бер бүлмәле генә фатир. Өс бала, бисә, өҫтәүенә әсәйем. Нисә йыл шул ҡыҫынҡылыҡта йонсола инде...
- Коммерсантмын, тиһең дә баһа, нишләп улай хәйерселеккә төштөң?
- Әйтәм бит, бер нисек тә аҡса еткереп булмай. Булған аҡсаһы ла әйләнештә йөрөй, яңы тауар һатып алыуға китә, торговля эта - мельничная камень которая без зерна крутится впустую, в холостую!
- Улайһа, ташла сауҙаны, ауылға күсеп бар, ер һөр, сәс, ур, тамағың да туйып ҡалыр, башҡаларға ла өлөш сығыр.
- Һеҙ нимә, мин бит ҡалала тыуғанмын, үҫкәнмен, ер эшен бөтөнләй белмәйем.
- Ә һин бар, самалап ҡара, өйрәнерһең, айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр.
- Был йәшкә еткәс, жизнь уже не изменишь, судьбу не перезагрузишь.
- Бына быныһы хаҡ, тормош тигәнең - ормош.
- Тағы беҙҙең яҡта засуха нисәнсе йыл, иген түгел, бесән дә үҫмәй. Ә пенсияны күпме алаһығыҙ әле һеҙ?
- Үҙемә етерлек!
- Үҙеңә етерлек булғас, квартплата түләүҙән артмайҙыр, ә?
- Унда һинең эшең булмаһын, йәме, мырҙа! - Ул ярайһы уҡ тупаҫ яуапланы ла ҡырлы стаканға ҡайтанан үрелде. - Алдыңдағы менән бул, кеше хәсрәтенә тығылма һис ҡасан, много будешь знать быстро состаришься!
- Ғәфү, берүк ғәфү, абзый, мин ни әңгәмә араһында ғына, һүҙ булмағанда һүҙ булһын тигәндәй...
Бер нисә көндән әшнәләре менән бүлмәһендә йәнә табын ҡорҙо Мозафар. Ни сәбәптәндер, теге ир генә күренмәне, хәйер, ул эскеселәр ҡорон өнәмәй, һиҙемләүенсә, үҙенең йомоштарын йомошлап ҡына күренгеләп китеүе. Тәгәрәгәнсе эстеләр. Иртәгеһен күҙҙәрен асҡанда бүлмә бушап ҡалғайны, урталыҡтағы өҫтәлдә икмәк ҡатылары сәселеп ята, буш шешәләр һерәйгән, иҙән тулы төпсөк. Арыраҡ мөйөштә Горбачевтың үҙгәртеп ҡороу осорондағы телевизорҙың шәүләһе төҫмөрләнә. Экраны бәләкәй булһа ла төҫлө күрһәткән әйбер ҡиммәтле, затлы иҫәпләнде шул йылдарҙа. Ул ошо көндән һинең өсөн мәғлүмәт, яңылыҡтар тәҙрәһе ябылды, тип әйтергә теләгәндәй, Зәбирәһен ерләгән көн тишек-тошоғонан һаҫыҡ төтөн борхотоп, эшлектән сыҡҡайны, ремонтлатып аҙапланманы, һаман шул килеш тора урынында. Төймәле кеҫә телефоны ла бар барлыҡҡа, әммә уға аҡса һалып, аралашҡан өсөн түләп бармағанлыҡтан, әллә ҡасан тымды. Үҙең ҡуллана алмаһаң да сит шылтыратыуҙар килә тиҙәр ҙә, уның был донъяла барлығын хәтерләгән кеше ҡайҙа!

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.23 | Ҡаралған: 378

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru