«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠЫТАЙ ДИУАРЫ КРЕМЛЬ ДИУАРЫНА ЯҠЫНАЙҘЫ
+  - 

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпиндың Мәскәүгә визитын шулай тип баһаланы. "Ҡытай диуарынан Кремль диуарына тиклем - меңдәрсә километр, әммә Пекин менән Мәскәү араһындағы сәйәси дистанция ныҡ ҡыҫҡарҙы", - тип яҙҙы ул үҙенең социаль селтәрҙәге аккаунтында.

Вазифаһына һайланғандан һуң Ҡытай лидерының был сит илгә беренсе визиты. "Бындай тиҙ арала яҡынайыуға Америка "ҡамсыһы"ның ысулы этәреүе бәхәсһеҙ, - ти Андрей Назаров. - Вашингтон баҫым, янау һәм ультиматумдар сәйәсәтен һайлап, Ҡытайҙы 180 градусҡа борҙо, ҠХР-ға сауҙа һуғышы иғлан итеп, үҙ бизнесына юл япты. Байден хакимиәте Ҡытай сәнәғәтенә, экспортына санкциялар иғлан итеүен дауам итә, ҡытайҙарға электроника, чиптар һәм шундай технологиялар өсөн ҡорамалдар һатыуға тыйыу индерә.
АҠШ беҙҙең илгә ҡарата ла тап шундай схема буйынса эш итә. Һөҙөмтәлә иҡтисади һәм тәбиғи ресурстарға бай ике ҡеүәтле держава (Рәсәй менән Ҡытай) берләште һәм Аҡ йорттоң асыулы сығыштарына иғтибар ҙа итмәйенсә, үҙ мөнәсәбәттәрен ҡора. Беҙ ошо киң ҡоласлы партнерлыҡ проектының бер өлөшө булыуыбыҙға шатбыҙ. Республика Ҡытай менән 1999 йылдан алып әүҙем эш алып бара. Ул ваҡытта беҙ Ляонин провинцияһы менән сауҙа-иҡтисад һәм фәнни-техник хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгәйнек. 20 йыл эсендә бәйләнештәрҙе тағы ла киңәйттек: бөгөн Башҡортостан ҠХР-ҙың биш эре провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итә. 2021 йылда үҙ-ара тауар әйләнеше 985,7 миллион долларға етеп, 2020 йыл менән сағыштырғанда 5 процентҡа күберәк булды. Былтыр Ҡытай Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә беренсе урын алды. Сауҙа әйләнеше күләме 1,2 миллиард долларға тиклем күтәрелде. Экспорт - 871, импорт 361 миллион доллар тәшкил итте.
2022 йылдың 16 декабренән алып Ҡытай Халыҡ Республикаһында Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиле эшләй. Ул Ҡытайҙа башҡорт бизнесын үҫтереүгә, шул иҫәптән эшлекле бәйләнештәр булдырырға, урындағы ҡануниәтте һаҡларға, тауар һатыу баҙарын һәм каналдарын табырға ярҙам итә. Быйыл унда рәсми делегация менән барыу мөмкинлеген ҡарайбыҙ. Ҡытай эшҡыуарҙары үҙ капиталына Башҡортостандың туғыҙ предприятиеһын индерҙе. Делегациялар үҙ эш йүнәлештәре буйынса тәжрибә уртаҡлашты. Беҙ, мәҫәлән, экология, сауҙа, эшҡыуарлыҡ, төҙөлөш, медицина, фән, спорт һәм журналистика буйынса бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә өлгәштек. Әлеге ваҡытта Башҡортостан вуздарында ҠХР-ҙың 98 гражданы белем ала, республика вуздары Ҡытайҙың тиҫтәләгән абруйлы уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә, уларҙа беҙҙең студенттар стажировка үтә. Си Цзиньпиндың Мәскәүгә визиты Рәсәй-Ҡытай мөнәсәбәттәренә яңы һулыш өҫтәренә ышанам, ә ике лидерҙың һөйләшеүҙәрен бөтөн донъя күҙәтә".

"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.23 | Ҡаралған: 417

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru