- Олатай! Мин ҡыуаныслы хәбәр алып килдем! Майҡыбей үҙенең яугирҙары менән йәйләүгә яҡынлашып килә! Һеҙгә уларҙы ҡаршы алыу хәстәрен күрергә ҡушты!
- Шулаймы? Ярай улым, яҡшы хәбәрең өсөн ауыҙыңа бал да май! Йәмәғәт! Беҙгә бер юлы ике шатлыҡ йылмайҙы бит әле. Улым Майҡыбейҙең балаһы тыуҙы!
Оҙаҡламай ат тояҡтары дөбөрҙәүе ишетелә. Тирмәләр янында, бала тыуыуына ҡыуанып, күңелле мәшәҡәттәр менән йүгерешкән бисә-сәсә, яугирҙарҙың ҡайтыуын көтөп торған ир-ат тынып ҡала. Майҡыбей, йыраҡтан атын саптырып килеп, улар алдына килеп туҡтай...
Ғафури районы Оло Үтәш ауылында ошондай тарихи күренеште сәхнәләштереү менән башланып киткән сара ул көндө бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. "Айыҡ ауыл - 2023" республика конкурсында ҡатнашып, ауыл халҡы башҡорттоң борондарҙан килгән әхлаҡи нигеҙҙәренә, йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғролоғон раҫланы.
Һуңғы йылды ғына алғанда ла, әллә күпме изге эштәр башҡарылған был ауылда. Шәжәрә байрамы үткән, Йәшлек паркында балалар майҙансығы асылған, юлдар төҙөкләндерелгән. Конкурс сиктәрендә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, айыҡ тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар, кисәләр, йәштәр, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы менән әңгәмәләр, "Мәргән уҡсы" ярышы, "Берҙәм ғаилә" консультация үҙәге, "Балыҡ тотоу" ярышы уҙғарылған. Был байрамда иһә ошо сараларға бер ни тиклем йомғаҡ яһалды: район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Фаил Зәйнетдинов төрлө бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы.
Сәхнә түренә алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән баш ҡала ҡунаҡтары саҡырылды. Ханты-Манси автономиялы округы Югра башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, "Торатау" Ишембай яҡташтар төбәк ойошмаһы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов, республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, шағир, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғ.Сәләм премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хисмәтулла Юлдашев, шағирә, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Тамара Юлдашева ошо гүзәл башланғысты, ауыл эшсәндәренең киләсәккә ҡарап йәшәүен хуплап сығыштар яһаны.
- Ошолайтып ауылдарыбыҙҙы күтәреп, юлдар һалып, балалар өсөн тәрбиәүи саралар уҙғарып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарҙы иҫкә алып, гөрләтеп тормошто алға ебәрергә тырышып йәшәһәк, ауылдарыбыҙ ҙа йәшәр, төҙөкләнер, тип ышанам, - тине Рәүҙәт Абдулхаҡ улы.
Халыҡта рухи күтәренкелек, башлаған юлынан тайпылдырмаҫ ышаныс, йәшәү дәрте барлығын күрһәтте был матур сара.
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА