Ошо көндәрҙә баш ҡаланың белем усаҡтарынан иң шаян һәм тапҡыр уҡыусылар сираттағы "Шаяниум" конкурсының финал уйынында ҡатнашты. Егерме беренсе тапҡыр үткәрелгән ярыш һөҙөмтәләре буйынса Өфөнөң Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейының "Тағы ла "2" командаһы (һүрәттә) еңеү яуланы.
Быйылғы "Шаяниум"дың район этабында 44 команда сығыш яһап, шуларҙың 23-ө ҡала кимәленә сыҡҡан һәм ни бары 14-е генә финал уйындарына барып еткән. Был иң шаяндар араһында уҡытыу башҡортса алып барылған 6 команда уйындың финалында призлы урындар өсөн көс һынашты ла инде. Балалар үҙ сығыштарын Рәсәйҙә "Уҡытыусы һәм остаз йылы", ә Башҡортостанда "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" йылына бағышларға тейеш булған һәм "Илле - илендә, ерле - ерендә" тигән дөйөм теманы күҙ уңында тотоп әҙерләнгән.
Финал уйыны "Сәләмләү" тигән бер һынауҙан ғына торҙо һәм бөтә командалар ҙа үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, бер нисә көләмәс һөйләп, юморлы хәл-ваҡиғаны сәхнәләштереп күрһәтте. Улар араһында былтыр, "Шаяниум"дың юбилей йылында, төп еңеүсе булған М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының "Кендектәр", күп йылдар уңышлы ғына сығыш яһап килгән М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейының "Һупайлы дәрүиштәре", Р. Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһының "Етегән+1" командалары бар ине. "5-се синыф уҡыусылары һәм 7-се кластан Искәндәр Рафиҡов ингән яңы состав менән беренсе тапҡыр ҡатнашабыҙ "Шаяниум"да. Баштараҡ сәхнәгә ҡурҡыбыраҡ күтәрелгәйнек, финалға еткәнсе өйрәнеп киттек. Беҙ шаяртыуҙарҙы үҙебеҙ әҙерләнек, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыбыҙ Рита Батырова ярҙам итте. Бында матур итеп башҡортса сығыш яһау, кубок яулау һәм, әлбиттә, гимназиябыҙҙың данын арттырырға теләп ҡатнашабыҙ", - тип, тәьҫораттары менән дә бүлеште уйындан бушаған арала "Етегән+1" шаяндары.
Әйткәндәй, күп командаларҙың составтары яңырғаны күҙгә ташланды, ә бәғзеләренең башҡорт телен белеү кимәле бер аҙ түбәнәйеүе лә һиҙелде. Ҡыҙғанысҡа күрә, элекке бәйгеләр менән сағыштырғанда, балалар нишләптер саф башҡорт әҙәби телендә көләмәстәр һөйләмәй башлаған. Бәлки, өлкәндәрҙән дә үрнәк алаларҙыр: һәр ике һүҙҙе башҡортса-русса ҡатнаштырып, "ярты-йорто" телмәр тотоусылар һирәк күренеш түгел бит хәҙер. Йәки конкурстың элекке талаптары йомшара төшкәндер, тип фараз ҡылырға ҡала. Шулай ҙа командалар араһында матур башҡорт телмәре, башҡорт юморына хас шаяртыуҙары менән Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатының "Рәссамдар" командаһы хәтерҙә ҡалды. Бигерәк тә уларҙың донъялағы һуңғы ваҡиғаларға бәйле илебеҙҙә эшен дауам иткән брендтарҙың тышҡы йөҙө үҙгәреүенә иғтибар итеп, үҙ варианттарын тәҡдим итеүҙәре мәҙәк булды.
"Етегән+1"ҙәр ҙә "Рәссамдар"ҙан ҡалышманы. Мәҫәлән, уларҙың, "Хәҙер "Авдон" ҡошсолоҡ фермаһы тауыҡтары, үҙебеҙҙә ҡала, ситкә китмәй, тип, йомортҡаны күберәк һала башлаған икән", - тигән, ә Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһынан "ХХ централ" командаһының ҡыҙ-егеттәр темаһы буйынса шаярыуҙары хәтерҙә ҡалды.
Бәйге булғас, ҡатнашыусыларҙан тыш, унда еңеүсе булараҡ билдәләнеүселәр ҙә, бүләктәр ҙә була. Шулай итеп, Ғ. Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейының Гран-при яулаған "Тағы ла "2" шаяндарына 10 меңлек сертификат һәм Өфөләге аквапаркка билеттар тапшырылды. Балалар бишенсе йыл ҡатнашып, ниһайәт, уйындың төп призына эйә булыуҙарына шул тиклем ныҡ ҡыуандылар. Етмәһә, был командалағы бер бөртөк кенә ҡыҙ - Юлиә Ғарифуллина "Иң шәп ҡыҙ роле" номинацияһында билдәләнде. Ә бына беренсе урын яулаған "Рәссамдар" командаһында "Иң шәп егет роле"н башҡарыусы табылды - ул Айҙар Зәйнуллин. Бынан тыш, икенсе урынға "Етегән+1" командаһы, өсөнсөгә "Кендектәр" сыҡты.
"Шаяниум" конкурсының финал уйынында иң шәп сығыштар күрһәткән рус мәктәптәре командалары ла бүләкләнде. Улар араһында беренсе урынды 45-се мәктәптең "15 минуттан" командаһы яуланы, икенсе урынды - 86-сы гимназияның "Алға" һәм 4-се мәктәптең "Затоноград" командалары, өсөнсөнө - 21-се лицейҙың "Берҙәм 21-ҙәр", 25-се Белем биреү үҙәгенең "Беҙ - 25-тәр" командалары бүлеште. Улар араһында иң үҙенсәлекле шаяртыу уйлап тапҡан 160-сы мәктәптең "Амантай бәпестәре" командаһы ла бүләкләнде: уҡыусылар беҙгә "Башҡорт хужабикәһе" исеме аҫтында билдәле блогер Миләүшәнең бала сағын күрһәтте.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Балалар - ғаилә көҙгөһө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсы беҙгә быны йылдан-йыл иҫбат итеп килә: балаларҙың сығыштарын ҡарап, беҙ башҡорт ғаиләләрендәге туған телдең урыны, ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре, донъяға ҡараш һәм башҡа бик күп нәмәләр тураһында яҡынса һығымта яһай алабыҙ. Быға тиклем һәр ваҡыт юғары кимәлдә үткән юмор бәйгеһенең бәҫе киләсәктә лә төшмәһен ине, тип теләге килә.
Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА