«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨМӘЛӘР БАШЛАНДЫ
+  - 

Ҡыш бауыры оҙон булһа ла, яҙ барыбер үҙенекен итә, тирә-яҡта ҡарҙар иреп, донъялар асылып ҡала. Яҙ бар тәбиғәттең уяныу мәле булыуы менән бер рәттән, мин уны таҙалыҡ һәм тәртип булдырыусы миҙгел, тип тә билдәләр инем. Март аҙағында - апрель башында, ғәҙәттә, традицион өмәләр башлана. Өфөлә лә үткән аҙнала яҙғы экологик таҙартыу миҙгеле башланды.

Әйтергә кәрәк, баш ҡалала хеҙмәт яратҡан халыҡ йәшәй. Быны үткән аҙнала йома, шәмбе көндәрендә уҙған экологик өмәгә сыҡҡан кеше һанының күплегенә ҡарата ла әйтергә була. Ҡала ойошма һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре берҙәм генә ҡар ташланы, урам һеперҙе, сүп-сар йыйҙы. Билдәле булыуынса, 31 март үткән санитар өмәлә 34 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 750 берәмек эш техникаһы йәлеп ителгән. Сүп-сарҙан 15,6 мең квадрат метр юл һәм парк, сквер биләмәләрендә 4 мең квадрат метр ер таҙартылған. Бер көн эсендә 2,7 мең кубометр сүп-сар сығарылған.
Шулай уҡ йорт ихаталарын һәр саҡ таҙалыҡта тотоусы урам һепереүселәрҙең эшен дә билдәләп китергә кәрәктер. Беҙҙең ихатаны таҙалыҡта тотҡан урам һепереүсе ер ҡарҙан әрселә башлау менән сүп-сарҙан, япраҡтарҙан таҙартыу эшенә тотондо. Күмәк эштән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтың да ситтә ҡалмайынса, ҡала халҡына хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүен билдәләп үтмәйенсә булмай. Ғөмүмән, был йәш, ләкин эшлекле егетте төрлө яҡлап билдәләп үткем килә: сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауы, ҡала проблемаларынан ситләшмәйенсә, уларҙың уртаһында ҡайнауы, төрлө идеялар менән яныуы, асыҡ булыуы оҡшай. Мәҫәлән, Ратмир Мәүлиев беҙҙең ғаиләнең генә түгел, ә ҡала халҡының һәм Өфө ҡунаҡтарының да яратҡан урыны - Ағиҙел яры буйында масштаблы эштәр башланасағы тураһында хәбәр итте. "Юность" бассейны янында эшләй башлаясаҡ аттракциондар паркы, теннис һәм баскетбол майҙансыҡтары, һис шикһеҙ, барыһының да күңеленә хуш киләсәк.
Үҙең йәшәгән ерҙе таҙа тотоу һәр кем өсөн алтын ҡағиҙә кеүек тә, ләкин әҙ генә ҡар ирей башлау менән ҡыш сыҡҡансы ҡаланы ни тиклем бысраҡҡа күмеүебеҙ хайран итә. Ул төрлө шешә, тәмәке ҡаптары, эттәр ҡалдырған "өйөмдәр", ә балкондар аҫтында йыйылған тәмәке төпсөктәре һәм башҡа сүп-сар - иҫ-аҡылдар китә.
Был аҙнанан башлап ғәҙәти "санитар йомалар" аҙна һайын уҙасаҡ. Тимәк, баш ҡалабыҙ тағы ла матурайып, сүп-сарҙан таҙарынып, ағастар япраҡ яра башлаһа, йәшеллеккә күмелеп ҡаласаҡ. Шулай ҙа, тәү сиратта, тәртипте һәр кем үҙенән башлап, тирә-яҡты таҙа тотоуҙа үҙ өлөшөн индерә ала.

Заһир ИСТАМҒӘЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 172

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru