«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУҒАН АУЫЛЫҢДА ҮҘ ЙОРТОҢ БУЛҺЫН!
+  - 


2021 йылдың мартында республикала "Атайсал" проекты эшләй башланы. Ул тыуған ауылдарынан ситтә йәшәгән кешеләрҙе атайсалына ярҙам итеү, төрлө саралар үткәреүҙә ярҙам күрһәтеү, йәштәр күңеленә илһөйәрлек һәм бәләкәй ватанына һөйөү тойғолары һалыу һәм фекерҙәштәрҙе бер ҡорға туплау маҡсатынан булдырылғайны.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң проект нигеҙендә республика зоналары буйлап "Атайсал - яҡташлыҡ көсө" тип аталған форумдар уҙғарыла башланы. Уның бишенсеһе ошо көндәрҙә Мәләүез ҡалаһында үтте. Сарала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВ та ҡатнашты һәм үҙенең фекерҙәрен беҙгә лә еткерҙе.

"Атайсал" проекты, ғөмүмән атайсал - һеҙҙең өсөн нимә ул?

- Атайсал - ул һинең кендек ҡаның тамған ер, ә ошо атамалы проект - ул тыуған яғыңды яратыу, уға ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итеү, тәү тәпәй баҫҡан ерең менән элемтәне өҙмәү, атай-әсәйең, олатай-өләсәйҙәрең мәңгелек йорт тапҡан урынды ҡәҙерләп тороу. Проекттың шулай рәсми булдырылыуы, ул, әлбиттә, ошо әйткәндәрҙе бер системаға һалып, ошо йүнәлештә эшмәкәрлек алып барған кешеләрҙе берләштереү, йүнәлеш биреү. Мәҫәлән, мин ауылым өсөн күп нәмә эшләһәм дә, проектта теркәлеү үтмәгәйнем. Теркәлеү ни өсөн кәрәк? Яуап шундай: бәләкәй эштәрҙе үҙең дә башҡарһаң, күләмле эштәр өсөн яҡташтарыңды, ауылдаштарыңды йәлеп итә алаһың.
Ғөмүмән алғанда, атайсалыңды яратыу һәр кемдең ҡанында булырға, уның булмышында ятырға тейеш. Үҙенең тыуған яғын, тамырҙарын онотҡан кешеләрҙе аңлап етмәйем, улар, бәлки, үҙҙәрен зат-ырыуһыҙ робот кеүек тояларҙыр, ғаиләлә тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәһе алып етмәгәндәрҙер.
Ҡайһы берәүҙәр ошо проект буйынса нимәлер эшләһәң генә һинең тыуған яғыңа ярҙамың иҫәпкә алына, тип уйлап яңылыша. Минеңсә, был проекттың даирәһе күпкә киңерәк. Минең бер дуҫым бар, әлеге ваҡытта ул Свердловск өлкәһенең губернатор урынбаҫары - Азат Сәлихов. Сығышы менән Мәләүез районынан. Төрлө мәсьәлә буйынса халыҡ мөрәжәғәт иткәс, ҡайһы ваҡыт уға шылтыратһам, ул яҡташтарына ихлас ярҙам ҡулы һуҙа. "Тыуған яҡ бит - ул минең туғандарым, минең яҡташтарым", - тип тора. Уның был ғәмәлдәре лә атайсал проектына инә бит.

Кешене нимәгәлер ылыҡтырыу, артыңдан эйәртеү өсөн тәүҙә үҙең өлгө булып торорға, эш күрһәтергә тейешһең, юҡһа, улар барыһын да буш һүҙ, тип баһалай. Һеҙ үҙегеҙ атайсалығыҙ өсөн шәхсән нимәләр эшләнегеҙ?

- Мин үҙем тыуған ауылыма ҡайтып йөрөйөм. Бәләкәй генә төпкөл ауыл, 20-ләп кенә өй бар. Унда бер ваҡытта ла мәктәп тә, магазин да, ғөмүмән, бер ниндәй социаль объект та булманы һәм әле лә юҡ, перспективаһыҙ ауыл тип һанала. Һирәк кенә ҡайтып йөрөгәндә лә, емерек, буш торған өйҙәр эсте бошора ине. Шунда өс йыл элек ауылдаштарымдан кемдер: "Бына ошо емерек өйҙә һинең ҡартайыңдың атаһы йәшәгән", - тине. Мин уны белмәй инем, атайым мәрхүм дә ул турала һөйләмәне. 15-20 йыл буш торған урынды ҡарағура, ағас баҫып бөткәйне. Шунан шул емерек өйҙөң хужаһын табып, унан һатып алып, өйөн емереп, урынына яңы өй ултыртып ҡуйҙым. Былтыр ноябрҙә генә төҙөп бөттөм. Хәҙер был урын төҙөкләнеп, матурланып китте. Кемдер был эште "Атайсал" проектына кермәй, ул үҙе өсөн эшләгән, тип уйлай. Ә нишләп кермәһен, ти?
Минеңсә, тәү сиратта, һәр кеше үҙенең тыуған ауылына ҡайтып, ата-олатайҙар нигеҙендә өй һалып, туғандарының иҫке йортон ремонтлап ҡуйһа йәки емерелгән кәртәһен яңыртып тотһа - был да атайсал өсөн эшләнгән изге эш бит. Бер өйҙө матурлап, кәртәләп ҡуйһаң да ул ауылға йәм бирә, ҡот өҫтәй. Ә һин ошо ғәмәлең менән тыуып-үҫкән ереңә бурысыңды ҡайтараһың, тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәйеңә рәхмәтеңде белдерәһең. Минең ҡарамаҡҡа, атайсалға изге ғәмәлдәр шундай була. Әгәр һәр кем атайсалын йөрәгендә йөрөтөп, уны бар күңеленән яратһа, беҙҙең ауылдар етемһерәп ҡалмаҫ, уларҙа ташландыҡ йорттар булмаҫ ине.
Мәләүездә үткән форумдағы сығышымда ла әйттем: райондарға эште шунан башларға кәрәк - тәү сиратта ошо ташландыҡ, ҡаралмаған өйҙәрҙең хужаларын, ҡасандыр унда йәшәгән кешеләрҙең вариҫтарын табырға кәрәк. Уларҙы тапҡас, йә матурлап төҙөкләндереп ҡуйыуҙарын, әгәр йорт, урын уларға кәрәкмәй икән, ауыл советына урынды алыуға рөхсәт биреп, ғариза яҙыуҙарын һорарға кәрәк. Ул сағында ауыл советы ул йортто, исмаһам, үҙенең милке итеп теркәп, кәртәләп ҡуя, һуңынан йорт төҙөргә теләүсе булһа, шул урынды бирә аласаҡ. Ә былай унда ауыл советы ла ҡыҫыла алмай, сөнки шәхси милек, шул уҡ ваҡытта уны милек хужаһы ла ҡарамай, ташландыҡ итеп тота. Бындай хәл-торош ҡануниәттә лә ҡаралған: әгәр кеше үҙенең йортон (милкен) ҡарамай икән, был урынды ҡарағура баҫҡан икән, ул кешегә штраф та һалып була.
Ҡайһы бер йорттар бөтөнләй хужаһыҙ, йәғни ата-әсәләре йәшәгән, улар вафат булған, ә балалары йорт-ерҙе үҙҙәренә теркәмәгән. Һәм республикала ошондай ерҙәрҙе асыҡлау, ауыл советтары милкенә күсереү буйынса эш башланды.
Ташландыҡ йорттар ауылдың йәмен, ҡотон ебәреп кенә ултырмай, улар янғын йәһәтенән дә хәүеф тыуҙыра. Йәйгеһен балалар шул йорттарға кереп уйнап, йәрәхәтләнеү, имгәнеү ҡурҡынысы ла бар. Беҙҙең ауылда ла шундай өйҙәр бар. Мин ауыл кешеләренән ул йорттарҙың хужаларының телефондарын алдым да, һәр береһенә шылтыратып һөйләштем. "Һеҙҙең атай-әсәйегеҙҙе яҡшы хәтерләйем, улар бик егәрле кешеләр булды. Һеҙ шул йортта үҫтегеҙ. Бөгөн атай-әсәйегеҙҙең өйө - төп йортоғоҙҙоң шундай ташландыҡ хәлдә тороуы өсөн оят түгелме?"- тием. "Беҙҙең дә, балаларыбыҙҙың да коттеджы бар, ул йорт беҙгә кәрәкмәй. Беҙ нимә эшләргә тейеш?" - тип һорайҙар. Өйөгөҙҙөң урынынан баш тартып, ғариза яҙығыҙ йәки ҡайтып, тирә-яғын таҙартып, үләндәрен сабып, кәртәләп ҡуйығыҙ, тием. Шулай тип аңлатҡас, ҡайтып, эшләп ҡуйҙылар. Күпме шылтыратып һөйләштем, ҡаршы әйткән кеше булманы.
Һәр районда, ауылда шундай аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Барыһы ла тыңлар тип уйламайым, әммә яртыһы ғына ҡолаҡ һалһа ла, ауыл өсөн файҙа буласаҡ. Шулай булғанда һәр беребеҙҙең тыуған яғы, тыуған ауылы матурланасаҡ. Шулай уҡ шылтыратҡанда, ата-әсәләренең ҡәберен ни өсөн ҡарамауҙары, тәрбиәләмәүҙәре, уларҙың ташландыҡ булыуы тураһында ла һорашам - өндәшмәйҙәр. "Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ бар, уларға ниндәй өлгө күрһәтәһегеҙ. Ҡайтығыҙ, ҡарағыҙ", - тиһәм, "Беҙ ул турала бөтөнләй уйлағаныбыҙ юҡ ине", - тип яуаплайҙар.
Тағы ла бер яғы бар - ауылға йәм өҫтәлеүен күреп, минән һуң тағы бер нисә кеше өй һала башланы. Ауылдаштар менән һөйләшеп, зыяратты таҙалап, кәртәләп ҡуйҙыҡ, балалар майҙансығы эшләнек. Юлдарға матурлап асфальт һалдырҙыҡ. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл эшләргә тип уйлайбыҙ.
Ауыл ситендә бәләкәй генә матур бер шишмә була торғайны. Барып ҡараһам, мал йөрөп, емереп бөткәндәр, һаҙлыҡҡа әйләнгән. Былтыр бетон ҡулсалар алып ҡайтып, трактор алып барып, матурлап ҡаҙып, ҡулсаларҙы урынлаштырҙыҡ. Быйыл уны кәртәләп ҡуйып, берәй беседка ултыртып, шул эште тамамларға уйлайым. Минеңсә, был да кәрәкле эш.

Халыҡ ниндәйҙер идея тирәһендә берләшә, әгәр ул идея булмаһа, тырым-тырағай йөрөй. Бөгөн ошо "Атайсал" проекты халыҡты берләштереүсе идея булып торамы, әллә халыҡ яҡташтарҙы берләштергән проекттың көсөн аңлап етмәйме?

- Күҙәтеп барһағыҙ, халыҡ кесе ватаны өсөн күберәк эштәр эшләй башланы, әммә был улар элек эшләмәгән тигәнде аңлатмай. "Атайсал" - ошо барлыҡ эштәрҙе күрһәтеп барыуы менән отошло. Һәр кем ҡулынан килгәнде эшләргә тейеш. Бая әйткән дуҫым Азат үҙенең ауылдағы өйөн мәсет итеп үҙгәртеп төҙөп ҡуйҙы. Әммә барыһы ла ундай ҙур эштәр башҡара алмай, шуға ҡулынан килгәнде эшләһә лә, ҙур ярҙам ул.
10-15 йыллап инде ғаиләм менән ауылға ҡайтып, зыяратҡа барып, атай-әсәй, ҡарсәй-ҡартатайҙарҙың ҡәберен таҙалап, сәскәләр ултыртып, тәрбиәләп китәбеҙ. Был ни өсөн эшләнә: беҙ ҙә мәңге йәшәмәйәсәкбеҙ, һәм шул ваҡытта беҙҙең балаларыбыҙ ҙа беҙҙең ҡәбергә килергә тейеш, тигәндән сығып башҡарыла. Ошо йәһәттән проект яҡташтарҙы берләштерә, тыуған еренә һөйөү уята, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә бик ҙур роль уйнай.

Әле бишенсе "Атайсал - яҡташлыҡ көсө" форумы үтте. Һеҙ уларҙың нисәһендә ҡатнаштығыҙ һәм халыҡтың фекере нисек?

- Әле мин был форумдың беренсеһендә генә ҡатнаштым һәм алтынсыһына - Баймаҡта уҙғанына ла барырмын тип уйлайым. Был форумға зона буйынса тыуған яғын яратҡан кешеләр йыйыла. Улар бер-береһе менән аралашып, тәжрибәләрен өйрәнә. Шундай инициативалы кешеләрҙе бергә йыйып, эшләгән эштәре өсөн рәхмәт әйтеп, наградалар тапшырыу уларға ҡанат ҡуя. Халыҡ менән аралашҡанда, ошо сара барышында уҡ, "Бына, башыма тағы бер уй килде әле, шуны-шуны эшләргә кәрәк", тип дәртләнеүселәр бихисап булды. Баш ҡалала республиканың һәр районының яҡташтар ойошмалары бар. Йәштәрҙең яҡташтар ойошмалары айырым һәм улар ололарға ҡарағанда әүҙемерәк эшләй бөгөн. Ошо яҡташтар ойошмалары "Атайсал" проектында, форумдарында ҡатнаша һәм башҡаларҙың тәжрибәһе менән таныша, аралаша, үҙенең проекттарына нигеҙ һала, ауылдаштарына тәҡдим итә. Әгәр ниндәйҙер матур, изге эштәрҙе ойоштороусы булһа, ауыл халҡы хупларға, өмәгә сығырға әҙер тора бит ул. Беҙҙең халыҡта сәм тигән матур бер сифат бар, улар, ғәҙәттә, "Бына күршеләр шулай эшләгән, ә беҙ уларҙан кәмме ни!" тип, сәмләнеп тотона.

"Атайсал" проекты башланыуға өсөнсө йыл, хәҙер инде ул форум рәүешендә республикаға таралды, быйылғы йыл "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" девизы аҫтында үтә, әммә ҡайһы бер урындарҙа халыҡ нисек битараф булған - һаман шулай булып ҡала бирә, хатта улар шундай проект барлығын да белмәүе ихтимал...

- Беҙҙең һәр ауылда старосталар, депутаттар бар. Улар инициатива күрһәтеп, ойоштороп йөрөһә, халыҡ барыбер күтәрелә, ярҙам итә. Битарафтар ҙа бар, әммә улар аҙсылыҡ. Улар аҡса йыйырға булһа - аҡса бирмәй, өмәгә сығырға булһа - сыҡмай. Хатта зыярат таҙартырға сыҡмай, үлһәм, барыбер шунда күмәһегеҙ бит, тиеүселәр ҙә булды. Күпселек барыбер тыуған, торған ерен хәстәрләргә, матурларға тырыша.
Әле райондарҙа "Ирҙәр ҡоро" ойошторабыҙ һәм уның маҡсаттарының береһе - тыуған яғыңда шундай изге эштәрҙе ойоштороу, халыҡты туплау, күтәреү. Әгәр кешенең ауылда өйө булһа, ул ҡасан да булһа ауылға ҡайтасаҡ, был беҙҙең ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн дә файҙалы буласаҡ. Маҡтанып әйтмәйем, әгәр ауылға өй һалып ҡуймаһам, күп нәмә эшләнмәгән булыр ине. Ә инде шунда йортоң булып, ҡайтып йөрөгәс, нимәләр эшләргә кәрәклеген күрәһең һәм эшмәкәрлегеңде артабан дауам итәһең.
Ауылда үҙ йортоң булғанда ауылдаштарыңа, яҡташтарыңа тағы ла нығыраҡ яҡынаяһың, уларға һүҙең үтә, улар һине үҙ кеше, хатта үҙенең кәңәшсеһе, ярҙамсыһы, яҡлаусыһы тип ҡабул итә. Шуға ла тыуған яғынан ситтә йәшәгән, әммә кендек ҡаны тамған ерен, тамырҙарын иҫләгән, унан айырылмаған һәр кемде "Ауылыңда үҙ йортоң булһын!" тип саҡырам һәм был ошо "Атайсал" проектының бер девизы булырға тейеш, тигән фекерҙәмен.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 251

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru