Мин интернетһыҙ заманды белмәгән һәм күрмәгән йәш кеше, йәғни мин тыуғанда кәрәҙле телефон да, интернет та киң таралғайны инде. Хатта мин стационар телефонды ла мәктәп директоры бүлмәһендә тәүге тапҡыр күрҙем. Беҙҙең быуын мәғлүмәти ҡытлыҡ кисермәне, хатта уның артығы менән беҙгә яуыуына бәләкәйҙән өйрәнеп үҫтек, тимәксемен.
Минең тиҫтерҙәрҙең мәғлүмәти сығанағы интернет булып, күптәре ҡағыҙ гәзит-журналдар тотоп ҡарамаһа ла, мин уларҙың тап киреһе. Өйөбөҙгә әле булһа тиҫтәгә яҡын ваҡытлы матбуғат килә һәм уларҙың һәр береһен ентекләп ҡарап сығам, уҡыйым. Шулай ҙа улар араһында иң күңелемә яҡыны - "Киске Өфө" гәзите.
Нимәһе менән оҡшай һуң был баҫма? Иң беренсе, уның бер юлы күп битле баҫма булыуы оҡшай. Ял көнөндә рәхәтләнеп ултырып, ҡағыҙҙы ҡыштырлатып уҡыуы - үҙе бер ғүмер. Тәүҙә гәзиттә мин "Зыялылар майҙаны" рубрикаһын уҡып сығам. Күпмелер ваҡытҡа юғалып торған был рубриканың киренән тергеҙелеүе һөйөндөрә. Шулай уҡ "Әйт, тиһәгеҙ" ҙә бик шәп рубрика, сөнки зыялылар ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ үҙенең мөһимлеге, актуаллеге һәм дөрөҫлөгө менән айырылып тора.
Тағы ла ай башында донъя күргән "Был айҙа..." рубрикаһы бик мәғлүмәтле. Бер кем дә "Ҡана ҡарайым, был айҙа ниндәй юбилей даталары билдәләнә лә ниндәй мөһим ваҡиғалар була", тип, маҡсатлы рәүештә мәғлүмәт эҙләп ултырмай. Ә был рубриканы алып барыусы барыһы хаҡында ла тулы, аныҡ һәм матур итеп яҙып сыға.
Үҙем йәш кеше булараҡ "Балалар ҡоро", "Йәштәр ҡоро" рубрикалары ла күңелемә яҡын. Йәштәштәрем, тиҫтерҙәрем ниндәй уй-хыялдар менән йәшәй, маҡсаттары ниндәй, нимәгә ынтылалар, кемгә оҡшарға тырышалар һәм башҡа ошондай мәғлүмәтте белеү ҡыҙыҡлы миңә.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Күҙәтеүҙәре"н иң тәүҙә "Киске Өфө"лә уҡый башлағайным. Хәҙер уларҙы авторҙың интернеттағы диуарында ҡараштырғылайым. Уның төрлө йәмғиәт күренештәренә аңлатма биреүе, бәләкәй генә фекерҙе лә тос һәм йөкмәткеле итеп еткереүе һоҡландыра, уйға һала.
Тотош гәзит тураһында һүҙ йөрөткәндә, ул йөкмәткеле, мәғәнәле һәм уҡымлы. Артабан да ошо юғарылыҡтан төшмәйенсә, уҡыусыларығыҙҙың яратҡан һәм хөрмәт иткән гәзите булып, оҙаҡ йылдар донъя күрергә яҙһын.
Ришат ҠОТЛОҒУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|