«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МОҢЛОЛАРҘЫ ЙЫЙҘЫ ТОРАТАУ
+  - 

Былтыр көҙөн генә Ишембай ҡалаһында шаулап-гөрләп "Торатау мираҫы" асыҡ төбәк-ара фольклор фестивале уҙғайны. Был юлы Торатау үҙ биләмәһенә моңлоларҙы йыйҙы: 8 апрелдә "Торатау моңо" башҡорт хор коллективтары һәм вокал ансамблдәренең IV Асыҡ республика фестиваль-конкурсында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне Ишембай ҡалаһы.

Конкурсты үткәреү төбәге итеп Ишембай ере осраҡлы һайланмаған, әлбиттә. Үҙенсәлекле сараның инициаторы - Ишембай районының Почетлы гражданы, республикала билдәле хормейстер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт илсеһе Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова. Ошо көндәрҙә оло юбилейын - 85 йәшен билдәләүсе мәҙәниәт илсеһе тыуған ауылы Маҡарҙа йәшәй, унда Ишембай сәнғәт мәктәбенең филиалын асып ебәреп, бына 25 йыл инде ауылдаштарын, райондаштарын моң менән һуғара.
Конкурсҡа республикабыҙҙың Дәүләкән, Миәкә, Архангел, Ишембай, Благовар, Федоровка, Балаҡатай, Туймазы, Илеш, Бәләбәй, Көйөргәҙе райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Учалы, Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан 500-гә яҡын ҡатнашыусы йыйылған. Барлығы 32 төркөм, шуларҙың һигеҙе - хор коллективтары. Конкурс шарттары буйынса, коллективтар ике йыр башҡарырға тейеш: береһе - башҡорт халыҡ йыры, икенсеһе - башҡорт композиторы ижад иткән йыр, йырҙарҙың береһе мотлаҡ рәүештә музыкаль инструменттар оҙатыуынан тыш башҡарылырға тейешлеге лә - конкурстың төп талаптарының береһе.
Быйылғы фестиваль-конкурс Башкортостан Республикаһы буйынса бренд сараларын субсидиялау сиктәрендә уҙғарылыуы менән дә әһәмиәтле. Конкурстың ни тиклем мәртәбәле икәнлеген күҙ алдына килтереү өсөн жюри составына күҙ һалыу ҙа етә: Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры, Таһир Сәйфуллин исемендәге Башҡортостан дәүләт академия хор капеллаһы дирижеры һәм художество етәксеһе, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Алһыу Хәсбиуллина; Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы, композитор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нур Дауытов; Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Светлана Слагузова һәм, әлбиттә, Мәрйәм Солтанова. Фестивалдең координаторы - Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Наталья Кондакова
Мәҙәниәт министры урынбаҫары, "Торатау моңо" фестиваленең тәүге ойоштороусыһы Илнур Илдар улы Мөхйәнов конкурста ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, фестивалдең йылдан-йыл баһаһы артыуын, географияһы киңәйеүен билдәләне. Нур Дауытов сараның башҡорт хор сәнғәтен үҫтереүҙәге әһәмиәтен, конкурстың кимәлен, айырыуса хор коллективтарының башҡарыу оҫталығын бик юғары баһаланы, бындай сараларҙың композиторҙарға хор өсөн яңы әҫәрҙәр яҙырға һорау тыуҙырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Конкурс даими сараға әйләнә икән, тимәк, башҡорт хорҙары өсөн репертуарҙың киңәйеүе талап ителәсәк.
Башҡорт хор коллективтары һәм вокал ансамблдәренең традицияларын һаҡлау, үҫтереү һәм таратыу, уларҙың репертуарҙарын байытыу, үҙешмәкәр хор коллективтары өсөн бер-береһе менән ижади аралашыу өсөн мөмкинлек тыуҙырыу, талантлы коллективтарҙы асыҡлау маҡсаты менән ойошторолған фестиваль-конкурс үҙен тулыһынса аҡланы. Жюри ағзаларына урындар билдәләү, ысынлап та, еңелдән булманы. Конкурс шарттарына ярашлы, йәш үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алып, "Хор коллективтары", "Вокал ансамблдәр", "Профессиональ хор коллективтары һәм вокал ансамблдәре" номинациялары буйынса 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжәләге дипломанттар һәм лауреаттар билдәләнде. Гран-Приҙы Бәләбәй ҡалаһының "Ләйсән" башҡорт йыры халыҡ ансамбле яуланы (етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова).
Конкурс-фестиваль, ғәҙәттәгесә, еңеүселәрҙең Гала-концерты менән тамамланды. Еңеүселәр Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр, аҡсалата премиялар алып ҡыуанды. Гала-концерттың финалында Ишембай районы йыйылма хоры башҡарыуында яңғыраған "Тыныслыҡ" йырына тотош зал баҫып ҡул сапты: йыр-моңдарыбыҙ аша күңелебеҙгә һеңгән илһөйәрлек сағылышы ла булды "Торатау моңо". Юғары кимәлдә ойошторлған сара өсөн Мәҙәниәт министрлығына, Республика халыҡ ижады үҙәгенә, Ишембай районы хакимиәтенә, бигерәк тә мәҙәниәт бүлеге белгестәренә рәхмәт әйтеү генә аҙҙыр. Ишембай Моң Мәккәһенә әйләнде ул көндө. Иң тетрәндергәне - Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда фестивалдең барлыҡ ҡатнашыусыларының, шул иҫәптән Ишембай ҡалаһындағы Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының тик егеттәрҙән генә торған башҡорт хорының барыбыҙға ла яҡшы таныш "Шайморатов генерал" йырын башҡарыуы булғандыр. Ҡатнашыусыларға ҡушылып, тотош майҙан йырлағандай тойолдо! Тәндәр семберҙәне, күҙҙәргә йәш төйөлдө!
Тамашасыларҙы ниндәй тойғолар солғап алғанын яҙырға һүҙҙәр етмәҫ кеүек: был тамашаны үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Шуныһы хаҡ: "Торатау моңо" башҡорт хор коллективтары һәм вокал ансамблдәренең фестиваль-конкурсы - Ишембай районының йөҙөн билдәләүсе төп сараларҙың береһе икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.23 | Ҡаралған: 217

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru