Тиҙҙән бөтә ил буйлап моңло ҡыңғырау сыңлап, сығарылыш уҡыусыларын оло тормош юлына баҫтырыу мәле лә етәсәк. Тулҡынландырғыс та, бер аҙ моңһоу ҙа осор булыуға ҡарамаҫтан, ул белем усаҡтары коллективы өсөн тынғыһыҙ мәл: имтихандар, тантанаға әҙерләнеү, киләһе уҡыу йылына яңы уҡыусылар ҡабул итеү. Бөгөн гәзит уҡыусыларҙы алдынғы уҡыу йорттарының береһе булған Республика инженер лицей-интернаты менән таныштырыу маҡсатында инновацион эшмәкәрлек буйынса директор урынбаҫары Айнур ӘМИРХАНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
2023 йыл Рәсәйҙә Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Ул уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙе, башҡарған эшенең әһәмиәтен аңлатыу һәм баһалауҙы маҡсат итеп ҡуя. Һеҙҙең белем усағында ниндәй уҡытыусылар эшләй?
- Рәсәй Президенты Владимир Путиндың уҡытыусының бөйөк ролен, мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, йылды тап ошолай атауы бөгөнгө тормошта бик урынлы, тип уйлайым, сөнки мәктәп, уҡытыусы һәр балаға ҙур тормош юлына аяҡ баҫырға, күңеле ятҡан һөнәргә, вазифаға, дәрәжәгә эйә булырға юллама биреүсе, илһөйәрлек тәрбиәләүсе булып тора. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та уҡытыусыларҙың хеҙмәтен юғары баһалай. "Педагогтар беҙҙең балаларыбыҙҙы ысын кеше, тыуған илебеҙҙең патриоттары итеп тәрбиәләй, тәрән фекер аша ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә. Уҡытыусыларҙың хеҙмәте еңел түгел, әммә бик изге, мөһим хеҙмәт ул", - ти ул.
Лицейыбыҙ алдынғы ҡарашлы, көслө, тәжрибәле, әүҙем, бик талантлы педагогтар коллективы менән ғорурлана ала. Улар илһамланып эшләй, эҙләнә, тәжрибәләре менән бүлешә, "Сириус" белем биреү үҙәгендә белемдәрен арттыра, дәреслектәр, мәҡәләләр яҙа, яңы университет тупһаһын аша үткән йәш коллегаларын үҫтереүгә күп көс һала, уҡыусыларға заман талаптарына ярашлы белем һәм тәрбиә бирә һәм шул уҡ ваҡытта балалар менән Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән олимпиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Республика инженер лицей-интернаты уҡытыусыларының эш һөҙөмтәһен Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһын һәм премияһын алыусы һәләтле балалар һанының йылдан-йыл артыуы ла раҫлай. Һуңғы өс йылда уҡыуҙа, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән олимпиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнашҡан, ижади, спорт бәйгеләрендә еңеү яулаған 31 уҡыусы стипендиат исеменә, ә 93 уҡыусы Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһына лайыҡ булды. Быйыл балаларҙың интеллектуаль һәләтен үҫтереү маҡсатында булдырылған Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһын химия, информатика, физика, математика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, география, экология фәндәренән Халыҡ-ара, төбәк-ара, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа еңеүсе һәм призерҙар булған 11 уҡыусы (10-сы синыфтан Нуртдинов Артур, Микрюков Глеб, Шәмсетдинов Радомир, Моталов Ильяс, Харисов Вадим, Сөләймәнов Карам, Минһажев Артем, Зиновьев Александр, Даминов Камил, Абдисова Камилла, 11-се синыфтан Сәйфуллин Искәндәр) алды, һәм лицеистарҙың үҫешенә күп көс һалған уҡытыусылар бүләкләнде.
Ысынлап та, бөгөн Республика инженер лицей-интернатының даны республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә билдәле. Ошо атап үткән ҡаҙаныштар үҙе үк белем сифатын да асыҡ күрһәтеп тора...
- Республика инженер лицей-интернаты белем сифаты буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 500 уҡыу йорто исемлегенә инә, ә химия, физика фәндәре буйынса илдең иң яҡшы 100 мәктәбенең береһе һанала. Рейтинг төҙөгәндә Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса уртаса мәрәй, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында һәм төрлө конкурстарҙа яулаған һөҙөмтәләр, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына инеү күрһәткестәре иҫәпкә алына. Шулай уҡ быйыл "Сириус" белем биреү үҙәге һәм Мәскәү ҡалаһының математик белем биреү үҙәге Olimpiada.ru порталы менән берлектә математика һәм тәбиғи фәндәр өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән иң яҡшы 200 мәктәп исемлеген төҙөнө. Ошо рейтинг буйынса Республика инженер лицей-интернаты Рәсәй Федерацияһының 59 төбәге мәктәптәре араһында иң яҡшы 200 белем усағы араһында лайыҡлы урын алып тора. Лицей 2021-2022 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан төҙөлгән Топ-10 рейтингында инновациялы алымда эшләгән иң яҡшы уҡыу йорто тип билдәләнде.
Һеҙҙең уҡыусылар ил кимәлендә ҙур уңыштар яулай. Бер нисәһе менән таныштырып китәйек, булмаһа...
- Эйе, уҡыусыларыбыҙҙың әле атап үткән фәндәр буйынса ҡаҙаныштары ҙур. Мәҫәлән, Вадим Харисов химия фәненән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ил кимәлендә еңеү яулап, Рәсәй йыйылма командаһына инде һәм әлеге ваҡытта Халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашырға әҙерләнә. Шулай уҡ ул химия буйынса М.В. Ломоносов, "Йәш таланттар", Газпром, Ҡаҙан федераль университеты, Мәскәү олимпиадалары еңеүсеһе лә. Математика, информатика өлкәләрендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Камил Даминов RMI һәм ИНФО Халыҡ-ара олимпиадаларында бронза миҙал яуланы, Когнитив технологиялар олимпиадаһы еңеүсеһе тип танылды, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында информатика буйынса еңеүсе, математика буйынса призер тип билдәләнде. Мәҡсүтов Фаил химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры булды, ә 9-сы синыф уҡыусыһы Эмиль Ғәлинуров был сараның йомғаҡлау этабына барып етте. Мәғлүм булыуынса, еңеүселәр Башҡортостан Башлығы премияһына лайыҡ булыуҙан тыш, профиль буйынса илдең теләһә ҡайһы юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ инә ала. Бынан тыш, вузда уҡығанда Рәсәй Президенты грантын алыуға дәғүә итеү мөмкинлектәре бар. Өфө дәүләт нефть-техник университетына уҡырға инһәләр, беренсе курста уларға айына 100 мең һум стипендия түләнә.
Һеҙҙең лицей республикала билдәле булған Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы ағзаһы ғына түгел, уның нигеҙен тәшкил итә, тиергә мөмкин. Ошо хәрәкәт тураһында ла һөйләп китегеҙ әле.
- Химия буйынса уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләүҙә остаз булып үҙе әле генә шундай уҡ Бөтә Рәсәй олимпиадаларында йәки федераль исемлектә булған олимпиадаларҙа ҡатнашҡан, призер булған, еңеү яулаған вуз студенттары тора. Улар уҡыусылар менән тиҙ уртаҡ тел таба, үҙҙәренең шәхси тәжрибәһе менән бүлешә. "Олимпиадала ҡатнашыусынан - остазға" юлы - остаз булыуҙың бер варианты. Республика инженер лицей-интернаты базаһында ойошторолған Өфө дәүләт нефть-техник университеты предуниверсарийында (ошо уҡыу йортона инеүгә әҙерлек урыны) ошо уҡыу йортоноң олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары булған 22 студентынан торған Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы (АНОД) эшләй. Ошо 22 студенттың 19-ы - РИЛИ тамамлаусылар.
АНОД сиктәрендә студенттар һәм уҡытыусылар уҡыусылар өсөн химия фәне буйынса йәкшәмбе мәктәптәрендә уҡыта, бушлай дәрестәр, лаборатор практикумдар үткәрә, республикала Бөтә Рәсәй олимпиадалары майҙансығы, уҡыу-күнекмә йыйындары, йәйге мәктәптәр ойоштора. АНОД уҡыусыларының бер өлөшө ӨДНТУ-ға уҡырға инә һәм артабан үҙҙәре остаз булып китә. АНОД арҡаһында республиканың химия командаһының уҡыусылар араһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй олимпиадаһында һөҙөмтәләре өс тапҡырға күтәрелде. Беҙ балаларҙы уҡыу программаһынан тыш шөғөлләнергә мәжбүр итмәйбеҙ. Улар үҙҙәре көҙгө һәм ҡышҡы каникулдарҙа лицейҙа ҡалып, йәкшәмбе мәктәбенә йөрөй.
Олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеү яулаған уҡыусыларҙың мөмкинлектәре тураһында әйтеп киттем инде, тағы шуны ла өҫтәр инем: Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығының исемлегенә ингән предметтар буйынса олипиадаларҙа ҡатнашып, призер булыусылар ӨДНТУ-ға уҡырға инһә, уларға беренсе курста ай һайын төп стипендияға өҫтәмә рәүештә 60 мең һум стипендия түләнә.
Һеҙҙең өсөн остаз кем ул?
- Остаз - ул йүнәлеш биреүсе, һине ниндәйҙер һөҙөмтәгә тиклем алып барыусы һәм ҡиммәттәрҙе тапшырыусы. АНОД студенттары өсөн ҡиммәттәр йүнәлеше булып Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаның "Изге дәрестәре" тора. Уның дәрестәренән һуң уҡыусылар яҡшы яҡҡа үҙәгәрә - эшләргә теләк тыуа, һәр кем үҙенең маҡсатын күрә. АНОД остаздары ҡасандыр үҙҙәре Лиза Ҡыям ҡыҙының уҡыусылары булып, хәҙер уның методикаһы буйынса эшләй. Ул олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар һәм уларҙы әҙерләүселәрҙең остазы булып тора.
Әңгәмәне уҡыған уҡыусылар араһында, бәлки, "Их, шул лицейҙа уҡыһаң ине!" тигән хыял да тыуыр. Һеҙҙең уҡыу йортона ҡабул итеү талаптары ниндәй?
- Беҙ 5-9-сы һәм 10-сы синыфҡа уҡыусылар ҡабул итәбеҙ, бының өсөн 5-7-се синыфтар математика, рус теле, инглиз теленән тест үтергә тейеш. 8-9-сы синыфтарға ошо предметтарға өҫтәп, физика фәненән дә һынау буласаҡ. 10-сы синыфҡа өс йүнәлеш буйынса уҡыусылар ҡабул итәбеҙ. Технология профиле буйынса математика, рус теле, информатика һәм физиканан тест үтергә кәрәк. Тәбиғи-фәнни профиль - математика, рус теле, биология һәм химия. Социаль-иҡтисади профиль - математика, рус теле, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү. 5-9-сы синыфҡа һайлап алыу 1 апрелдән 15 июнгә тиклем дауам итһә, 10-сы синыфтарға - 20 июндән 30 июлгә тиклем.
Шулай итеп...
"Уҡыусылар беҙгә килгәс тә үк уҡый, олимпиадала ҡатнаша торған мөхиткә эләгә", - ти Айнур Зиннур улы. Ысынлап та, белем усағының белем сифатын, яулаған ҡаҙаныштары, уңыштарын күреп тә шундай һығымта яһарға була. "Һәр кем ундай уңыш ҡаҙана алмай", - тиер, бәлки, күптәр. Әммә РИЛИ-ҙа Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙының методикаһын, уның тормош ҡиммәттәрен, күп йылдар дауамында туплаған тәжрибәһен ҡулланалар һәм уҡыусыларҙа үҙ көсөңә ышаныу, өмөт тәрбиәләйҙәр, бейеккә осорға ҡанат ҡуялар, маҡсатлылар мөхите булдыралар.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА