"Сәхнә бик уҫал шул ул, - шулай тине Ниса апай ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшкәндә. - Башҡа өлкәлә ҡулыңдың эш белеүе, һөнәреңде яратыу етә. Ә сәхнә артыҡ талапсан. Уға барыһы кәрәк. Төҫ-ҡиәфәт... Тауыш... Ваҡыт... Бар булмышың... Хатта тотош яҙмышың..."
75 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылаған, ярты быуаттан артыҡ ғүмерен театрға бағышлаған Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Миңлевәли ҡыҙы Бакирова, ваҡыт тәгәрмәсен кирегә әйләндереп булһа, барыбер сәхнәне һайлар ине, моғайын. "Сәхнә - бала саҡтан минең хыял ине", - тине бит. Тормош уға бер саҡ һайлау мөмкинлеген дә биргән. Остазы, Өфө сәнғәт училищеһында белем биргән хөрмәтле уҡытыусыһы Кәшфи Фәйрүш улы Ғәҙелшин һәләтле студентын Ҡурсаҡ театрына эшкә саҡыра. Өфөлә урынлашыуҙан, фатирлы булыуҙан баш тартып, Ниса апай сәхнәне, 1970 йылдан - Салауат, 1991 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрҙары сәхнәһен һайлай. Остазының һораулы ҡарашына "Сәхнәгә шул тиклем һөйөү уята алғанығыҙға мин ғәйеплеме ни?" - тип яуап биргән ул.
"Актер һәр геройы яҙмышын йөрәге аша үткәрә, ул булып уйлай, уның тормошо менән йәшәй. Характер сифаттарын булмышына һеңдерә. Тормошта бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәгәндәй, барыһы актерҙың үҙ яҙмышына ла йоғонто яһай", - былар ҙа Ниса апай фекерҙәре. 90-сы йылдар аҙағынан алып Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының даими тамашасыһы булараҡ, бөгөн Ниса Бакирова ҡатнашҡан спектаклдәрҙе барлайым. Һәр образ күҙ алдынан үтә, хатта ым-хәрәкәте, тауышы менән йәнләнә, драмаларҙа психологик тәрәнлеге менән тетрәндерә, комедияларҙа самими булмышы, шаянлығы менән алдыра. Бына ул Мостай Кәримдең "Ҡыҙ урлау" комедияһында "урланған әбей" булып, мут йылмайып тоҡ эсенән килеп сыға. Йә "Туғанлыҡ" халыҡ-ара фестивале еңеүсеһе - "Өс таған" спектаклендә сабыр аҡыллы өләсәй булып, Ғабдуллаға тормош һабағы бирә. Йә Флорид Бүләковтың "Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?" трагикомедияһында яҡты күңелле, ҡатмарлы яҙмышлы ҡатын булып баға... Һәр роле яҡын булһа ла, Ниса апайға ошо спектаклдәге Сәлимә образы айырыуса ҡәҙерле. Һөйөклө тормош иптәше, ижадташы, рухташы Филарит Бакиров менән бергә уйнағанғамы, образдың тәрәнлегенәнме - серҙәре күптер. Шуныһына иманым камил, сәхнәлә актриса тыуҙырған ҡатын-ҡыҙ образдары рухи яҡтан көслө, улар һынауҙарға бирешмәй, тормошҡа үсләшмәй, күңелендә ҡояш йәшәтеүсе, уның йылыһын башҡаларға ла өләшеүсе заттарҙан.
Ғөмүмән, Флорид Бүләков драматургияһы Ниса һәм Филарит Бакировтарҙың ижади яҙмышында айырым урын алып тора. "Бүләковты тик Бакировтар ғына уйнай ала", тигән дәбаһа драматург - ҙур баһа, минеңсә. Һүҙ бит ижады Рәсәйҙе, хатта сит илдәрҙе иңләгән драматург хаҡында бара. Ниса апай айырым бер йылылыҡ менән һөйләгән хәтирәләрҙә театр тарихы, уны бар иткән ижад кешеләренең яҙмышы, фиҙаҡәр хеҙмәте сағыла: "Миңә Флорид Бүләков пьесалары буйынса Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған бөтә спектаклдәрҙә лә уйнарға насип булды: "Онотолған доға", "Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы", "Аптыраҡ", "Һөйәһеңме-һөймәйһеңме", "Мәскәү-Васютки", "Эх, күгәрсенкәйҙәрем". Иптәшем - халыҡ артисы Филарит Бакиров менән бергә ижад иткән спектаклдәр булараҡ бик ҡәҙерле улар миңә. Тыуған яҡтары - күрше генә райондар - Мишкә менән Балтас - булғанғамы, драматург менән иптәшем бик яҡын аралашты, һәр саҡ телефондан хәбәрләшеп торҙолар. Хәтеремдә, Ф. Бүләков спектаклдәрен эшләгәндә Филарит йыш ҡабатлай торғайны: "Ҡойо ҡаҙыта бит, ҡойо ҡаҙыта!" Тормошто күргән, оҙаҡ йылдар журналист та булып эшләгән драматург пьесалары ҡатлаулы-ҡатлаулы, характерҙары ла, мәғәнәләре лә тәрәндән-тәрән шул. Уның спектаклдәрендә уйнарға түгел, ошо тәрәнлектә йәшәй алырға кәрәк ине. Иптәшем ҡапыл китеп барғас, "Мәскәү-Васютки" спектакле ҡыҫҡа ғүмерле булды - шуныһы ныҡ үкенесле.
Был психологик драмала беҙ - Бакировтар икәү генә уйнаныҡ. Был спектаклде эшләү бик ҡатмарлы ижади эҙләнеүҙе талап итте..."
Ниса Бакирова башҡорт театры сәхнәһендә характер кимәленә күтәрелгән ҡатын-ҡыҙ образдарын ижад итте. Актриса үҙ булмышындағы иң күркәм сифаттарын героиняларына күсереп, уларға ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ йәшәү бирә алды. Тормошта ла ҡәҙерле ҡатын, ике баланың - Ләйсән менән Марселдең әсәһе, өс ейән-ейәнсәрҙең ҡәҙерле өләсәһе булып, ҡатын-ҡыҙ бурысын лайыҡлы үтәгән һәм үтәй ул.
Ниса апайҙың ролдәрен барлайым да, барыбер ҙә уның ижади биографияһына тормошта утты-һыуҙы кискән, бәхетенә юғалтыуҙар, һынауҙар аша өлгәшкән өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ образдары күберәк яҙған, тигән фекергә киләм. "Сәхнәлә әйткән һүҙҙәрҙән тормошоғоҙға девиз булып күскәне бармы?" - тип һораным актрисанан һөйләшкәндә. Ул ҙур сәхнәгә фатиха биргән Өфө сәнғәт училищеһындағы диплом спектаклен иҫкә төшөрҙө. Америка драматургы Джон Патрик әҫәре буйынса "Ҡәҙерле Памела" фарсы булған ул. Йәшлегендә - ижадының инеш башында Памела инәй образын уйнай Ниса апай. Яҡындарын юғалтып, яңғыҙлыҡҡа дусар булған, хаттар яҙып, Хоҙай менән һөйләшкән Памела Кронки һүҙҙәре: "Кешеләрҙең күңелен төшөрөргә яратмайым. Хоҙай миңә һынауҙарҙы башҡаларға япһармайса, үҙ иңемдә күтәрер өсөн бирҙе". Көслө рухлы, яҡты булмышлы, донъяла изгелектең күберәк булыуына ихлас ышанған, тормошонда ошо инаныуҙарға тоғро ҡалған героиня фекере. Улар актрисаны ғүмер буйы сәхнәлә лә, тормошта ла оҙатып килә.
Иҫәнлек-һаулыҡ һеҙгә, Ниса апай. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры һеҙҙең менән тәрән, Стәрлетамаҡ тамашасыһы һеҙҙең менән бәхетле, тип әйтке килә. Ошо бәхеттең оҙон-оҙаҡ булыуын теләйек.
Рита ФӘТҠУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА