«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ИКЕ ЙӨҘЛӨ" ЯРҘАМ
+  - 


Иҫәндәрме-һауҙарғынамыһығыҙ! Сәләмәт-имен ҡаршыларға яҙһын һәр иртәбеҙҙе барсабыҙға ла. Иң ҙур байлыҡтың һаулыҡ икәнлегенә һәм уның үҙебеҙҙән, яҡындарыбыҙҙан башҡа бер кемгә лә кәрәк түгеллегенә көндән-көн нығыраҡ инанаһың.

Әлбиттә, ҡайҙалыр юғарыла, тын һәм хәүефһеҙ кабинеттар ҡарамағында бар тиҙәр ул халыҡ һаулығын ҡайғырта торған Милли проект. Күрәһең, был документ һаман булһа ғәмәлдәге программаға әйләнмәгән, ә проект көйө ҡалған. Ни өсөн тигәндә, был хаҡта 2019 йылдан алып яҙалар ҙа яҙалар, ә уның "финиш" мөҙҙәте киләһе йылға тиклем тип билдәләнгән, имеш. ФАП-тар төҙөлөү һәйбәт, тик бының менән генә эш бөтмәй шул, иң мөһиме һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтен ойоштороуҙы яҡшыртыу кәрәк. Ысын булһа, был проекттың төп маҡсаты йөрәк-ҡан тамырҙары сиренән үлем һанын кәметеү, ауырыуға тәүге ярҙам күрһәтеү эшен яҡшыртыу... һәм тағы ла әллә күпме файҙалы пункттар бар икән дә! Табипҡа яҙылыу тәртибен ябайлаштырыу, сиратта тороу ваҡытын кәметеү... Һуң, милли проект, тип дүрт йыл яҙыла, чиновниктар докладында йыш телгә алына, ә сирле... был донъяла юҡ инде.
Ысынында, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтендәге элекке проблемалар ҙа бер урында ҡала килә. Миҫалмы? Күп инде улар, әлегә йөрәкте тетрәтеп торған яңыраҡҡы ваҡиғаны алайыҡ, ҡыйын хәл булһа ла. Ошо йылдың 10 мартында Өфөнөң 18-се дауаханаһы клиникаһының коридорында бер ир кеше эскәмйәлә ятып йән бирә. Анализ тапшырырға килгән был кеше ҡапыл үҙен насар тоя башлағас, ишек төбөндә ултырыусы һаҡ хеҙмәткәре табиптар саҡырта. Ҡайһы бер сығанаҡтар яҙыуынса, сирле 15 минутлап медицина ярҙамһыҙ ята; ә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аңлатмаһында әйтелеүенсә, сирле 08.34 сәғәттә поликлиникаға килә, уның хәле мөшкөлләнеүен күргән һаҡ хеҙмәткәре сирлене эскәмйәгә ятҡырып, табип саҡыра. 08.41 сәғәттә ауырыуҙың йөрәге туҡтай, 08.52 сәғәттә тиҙ ярҙам төркөмө килә һәм ярҙам күрһәтә башлай, ләкин 30 минуттан һуң сирленең вафатын рәсми теркәргә мәжбүр була. Яуаптан күренеүенсә, әйтерһең дә, кемдер секундомер тотоп, ошо ваҡиғаны күҙәтеп торған. Дөрөҫ, видео яҙма бар, әлбиттә, ул да күп нәмәне асыҡларға ярҙам итәлер, тик эш үткәс, уның кемгә кәрәге бар? Яуаплылыҡтан ҡотолорға, эйе, кемгәлер файҙаһы тейеүе бар.
Сирлегә ваҡытында ярҙам күрһәтеү-күрһәтмәү мәсьәләһе тикшеренеү органдары вәкәләтендә, әммә инфаркт кисергән хроник йөрәк сирле ауырыуҙарҙың йылдан-йыл арта барыуы һәм әлеге көнгә Рәсәйҙәге бөтөн үлем осраҡтарының 47 процентын тәшкил итеүе, шуға бәйле бындай сирлеләргә айырым иғтибар һәм ярҙам ойоштороу кимәле уйландырмай ҡалмай, әлбиттә. Йөрәк бит шундай "бәйһеҙ" ағза, юҡҡа ғына ла дарҫлай башлай. Ә инде кем бер тапҡыр булһа ла таң һарыһынан поликлиникаға анализ тапшыра килгәне бар, ул сират тулҡыны тәьҫирен татып ҡарағандыр: осо-ҡырыйһыҙ теҙелеп киткән әҙәм, ундағы шау-шыу, талаш, сират боҙоуҙар, тынсыу һауа... Әлеге бәхетһеҙ ирҙең шуларҙы уйлап та йөрәге сыҙамауы бик ихтимал. Мәҫәлән, Сипайловолағы 43-сө поликлиникала анализ тапшырыу өсөн ҡыш булһынмы, йәйме - тышта тороп сират алаһың, сөнки дауахананың "изге" ишектәре 08.30. тулмай асылмай ине, хәҙер нисектер, сөнки күптәр хәҙер шунан 500 метрҙағы "Инвитро"ға барып ҡан тапшырыуҙы һаулыҡ өсөн өҫтөнөрәк күрә. Әлбиттә, пенсияң йә эш хаҡыңдың дүрттән бер өлөшөн ҡалдырып китәһең, уның ҡарауы, бындағы медиктарҙың мөнәсәбәтенән үҙеңде кеше итеп тояһың. 43-сө поликлиникалағы кеүек, бында һиңә аҡырыусы-екереүсе юҡ.
Ошо айҡанлы яңыраҡ интернеттың "Бәйләнештә" сайтындағы бер мәҙәк пост иҫкә төштө. Аноним авторҙың поликлиникаға барып, тейешле кабинетҡа сират көтөүе, табиптың "аҡайып" ҡаршы алыуы, теләр-теләмәҫ кенә хәлен һорашыуы, компьютерҙан күҙен алмайынса ғына дарыуҙар яҙып биреүе бәйән ителә. Бындай һалҡын ҡараштан ризаһыҙ сыҡҡан автор түләүле клиникаға китә һәм бөтөнләй икенсе донъяға килеп эләгә. Әйҙүкләп ҡаршылайҙар быны, эргәһендә өлтөрәп торалар, һуҙып һалып ҡарайҙар, анализ алалар, МРТ-ға ебәрәләр, шунан һуң ғына дауалау курсы тәғәйенләйҙәр. Табип битлеген сискән арала автор уның баяғы түләүһеҙ поликлиника врачы икәнен таный. "Ике йөҙлө табип" тип исемләй автор был яҙмаһын. Ә бит, ысынлап та, был хәл беҙҙең бөгөнгө һаулыҡ һаҡлау системаһының ысын йөҙөн фашлай. Ошоға тиклем киң ҡатлам халыҡҡа билдәле булмаған йәшертен бер "положение" буйынса, түләүле шәхси медицина учреждениелары ОМС (мотлаҡ медицина страховкаһы) системаһы буйынса ҡайһы бер хеҙмәттәрҙе бушлай күрһәтергә тейеш тә бит... "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт хаҡына" партияһы етәксеһе Сергей Миронов, әйткәндәй, түләүле клиникаларҙың ОМС системаһы буйынса бушлай хеҙмәт күрһәтергә тейеш булып та, ғәмәлдә был бурыстарын үтәүҙән баш тартыуҙарын, киреһенсә, түләүле хеҙмәттәрҙе арттырырға йыйыныуҙарын ҡырҡа тәнҡитләп сығыш яһаны һәм был хәлде "сирлеләрҙе яфа сиктереүсе медицина саботажы" тип атаны. Түләүле медицина бындай киң таралған күренешкә әйләнергә түгел, киреһенсә, дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһының өҫтәмә тармағы ғына булып хеҙмәт итергә тейеш, ти депутат. "Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеүҙә дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә төп иғтибарҙы йүнәлтергә тейеш. Бының өсөн иһә һаулыҡ һаҡлауға аҡса бүлеүҙе ике тапҡырға арттырырға кәрәк", - ти Сергей Миронов. Ә инде уның, халыҡҡа бөтөн медицина ярҙамын бушлай итергә, шул саҡ шәхси медицинаның кәрәге ҡалмаясаҡ, тигән фекере бынан алыҫта, ярты быуатлап элекке тарихта тороп ҡалған социалистик ысынбарлыҡты һағыныу тип аңларғалыр, күрәһең. Түләүле коммерция медучреждениеларының ямғырҙан һуң үрсегән бәшмәктәй донъяны баҫып алыуы, уларҙың эшмәкәрлеге юғарылағы чиновниктар мәнфәғәтенә бәйле булыуы, шулай ҙа, С.Мироновҡа беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ аңлашылалыр, шәйт..

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.05.23 | Ҡаралған: 218

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru