«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙ УЛЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ, ХАЛЫҠ УЛЫ БУЛДЫ...
+  - 


Батырҙарын, арҙаҡлы шәхестәрен күтәргән милләттең киләсәге бар, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Республикала был йәһәттән ҙур эштәр башҡарыла. Ошо көндәрҙә Өфөлә билдәле тарихсы, тарих фәндәре докторы, башҡорт археологияһына нигеҙ һалыусы ғалим Нияз Мәжитов йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Тантанала уның яҡындары, коллегалары, уҡыусылары, яҡташтары йыйылды.

- Нияз Абдулхаҡ улы - археологияның бик күп серҙәрен асҡан титандар дәүеренән. Археология фәнендә ул иң сағыу эҙ ҡалдырҙы, уның хеҙмәттәре республиканы яңы кимәлгә сығарҙы. Илдең археология картаһында Башҡортостан бөгөн иң ҡыҙыҡлы археологик мираҫ объекттарына бай субъект булып тора, - тине тантананы асып ваҡиғаны ойоштороусы, БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. - Нияз Мәжитов Көньяҡ Уралдың киң күләмле урта быуат археологик ҡомартҡыларын аса һәм тикшерә. Уларҙың классификацияһын эшләүгә, Урал-Волга буйының тимер быуаты һәйкәлдәрен, ялан Евразияһы халыҡтарының этномәҙәни һәм социаль-иҡтисади тарихын осорҙарға бүлеүгә ҙур өлөш индерә.
БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы Салауат Ҡолбахтин билдәләүенсә, Нияз Абдулхаҡ улы арҡаһында республиканан ситтә лә башҡорттар һәм уларҙың тарихы, бай мәҙәни мираҫ тураһында белделәр. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының хәҙерге рәйесе, Нияз Абдулхаҡ улының уҡыусыһы Юлдаш Йосопов Мәжитов кеүек шәхестәрҙең республика, башҡорт халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне: "Нияз Мәжитов ғалим булараҡ ҡына түгел, ә әүҙем гражданлыҡ позицияһы, йәмәғәтселек эшмәкәрлеге менән дә йәмғиәттә лайыҡлы урын алып торҙо - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының беренсе рәйесе, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе булды. Нияз Абдулхаҡ улы фән, мәҙәниәт өлкәһендә лә, йәмәғәт эшмәкәрлегендә лә һөҙөмтәле эш алып барҙы. Беҙ уның иҫтәлеген мәңгеләштерергә, Башҡортостан өсөн ниндәй роль уйнағанын аңларға һәм баһаларға тейешбеҙ", - тине ул.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры Сергей Емелин әйтеүенсә, тарих - ул фәндән ҙурыраҡ. Бының шулай икәнен Нияз Мәжитов миҫалында ла күрергә мөмкин. "Нияз Абдулхаҡ улы тарих фәне аҡһаҡалдарының береһе булды һәм бөйөк археолог ине. Үҙенең эшмәкәрлеге менән ул фәнни мәктәп кенә булдырып ҡалманы, ә бөйөк ғалим булды, төрлө тармаҡтарҙа эшләүселәрҙе, шул уҡ ваҡытта күңелендә һәр саҡ тарихсы булып ҡалыусыларҙы, йәне-тәне менән нимәгәлер мөкиббән бирелеүселәрҙе, ижади ҡарашлы һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәрҙе ылыҡтыра алды, - тине ул һәм институтта беренсе тапҡыр билдәле Троя алтыны күргәҙмәһенең Мәскәүҙәге Пушкин музейынан сығарылып, Өфөгә килтерелеүе тураһында белдерҙе. - Был ваҡиға ла осраҡлы түгел - Башҡортостан тарихсылары һәм археологтары - Нияз Абдулхаҡ улының уҡыусылары һәм уның эшен дауам итеүселәр был эштә әүҙем ҡатнашты.
Нияз Мәжитовтың ҡыҙы, тарих фәндәре кандидаты Әлфиә Солтанова сараны ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдереп, атаһы тураһында хәтирәләре менән бүлеште. "Ваҡыт үткән һайын кешенең бөйөклөгө асыҡ күренә. Бөгөн ошо сараға килеүселәрҙең һәм атайымды хөрмәтләп иҫкә алыусыларҙың күп булыуы уның бушҡа йәшәмәгәнен күрһәтә. Халҡына, фәнгә, мәғарифҡа биргән көсө мөмкинлеге, һәләте уға хәтер булып өсләтә әйләнеп ҡайта", - тине Әлфиә Нияз ҡыҙы. Коллегаһы, тарих фәндәре докторы Нәзир Ҡолбахтин Мәжитовты үҙенең рухи атаһы тип атаны. "Иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу - бөйөк ғалимға ихтирам билдәһе ул. Нияз Абдулхаҡ улы минең өсөн уҡытыусы ғына түгел, рухи атай булды. Оҙаҡ йылдар бергә эшләнек. Уның саҡырыуы буйынса заманында Археология, боронғо һәм урта быуат тарихы кафедраһында 13 йыл мөдир булдым, ә ул - кафедра профессоры ине. Уны юғалтыуҙы үҙ атайым вафат булған кеүек ҡабул иттем, әле лә йөрәк һыҡрай, - тине ул. - 1970-1990 йылдарҙа республикала Нияз Мәжитов менән Раил Кузеев кеүек ике титан эшләне. Уларҙың һәр ҡайһыһының фундаменталь йүнәлеше бар ине, шул уҡ ваҡытта уларҙың эргәһенә тарихсыларҙың тотош армияһы тупланды, уларҙың үҙ мәктәбе булды. Улар, үҙ темаларын өйрәнеүҙән тыш, башҡа бик күп проблемаларҙы тикшереү буйынса йүнәлеш бирҙе. Икеһенең дә уҡыусылары, аспиранттары бихисап ине һәм 30 йыл дауамында улар тарих фәне үрендә торҙо. Улар киткәс, тарих фәне лә түбәнәйә башланы. Уларҙы алмаштырырлыҡ кешеләр юҡ кимәлендә. Факультетыбыҙҙа 1990 йылдарҙа 13 фән докторы эшләне. Әгәр Нияз Мәжитов менән Раил Кузеев ғалим булһа, беҙ улар менән сағыштырғанда өйрәнсек кенә инек. Мин профессор, тарих фәндәре докторы булһам да, үҙемде ошо бөйөк кешеләрҙең тиңе тип түгел, ә уҡыусыһы тип иҫәпләйем. Бөгөн беҙгә Мәжитов кеүек ҡеүәтле локомотив кәрәк".
Башҡортостанда Мәжитов мәктәбе йәшәй һәм үҫешә. Археологик белемде, тикшеренеүҙәрҙе популярлаштырыу буйынса ҙур эш алып барыла. Нияз Мәжитов һәр саҡ ошо хыял менән йәшәне һәм уны алға һөрҙө. Уның фиҙаҡәрлеге арҡаһында республикала фәнни тикшеренеүҙәр системалы рәүештә алып барыла башланы. Археологияға йәштәр килде.
Өфө фән һәм технологиялар университетының тарих һәм дәүләт идаралығы институты директоры Әминә Уразова белдереүенсә, ҡасандыр Нияз Мәжитов эшләгән юғары уҡыу йортонда уның башлаған традицияларын уҡыусылары һаҡлап, дауам итә. "Институт базаһының һаҡлау фондында археология коллекциялары тупланған, Нияз Мәжитов исемендәге археология музейы булдырылған. Археологияны өйрәнеүсе талиптар беренсе курстан башлап археологик тикшеренеүҙәргә йәлеп ителә. Республикабыҙ ингән Евразия киңлеге Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Тажикстанды, Рәсәйҙең Евразия киңлеген берләштерә. Заманында башында Нияз Абдулхаҡ улы торған археология фәне бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың геосәйәси идеяларын тормошҡа ашырыусы булып тора. Республика Башлығы Радий Хәбиров юҡҡа ғына Евразия күсмәндәре цивилизацияһы музейын булдырыу тураһында ҡарар итмәне", - тип билдәләне ул.
Тантанаға йыйылыусыларҙың һәр ҡайһыһынан һораһаң да, улар Нияз Абдулхаҡ улының булмышындағы ыңғай сифаттарҙы сәғәттәр буйы һөйләр ине, моғайын. Ул ысын мәғәнәһендә атай улы ғына түгел, республика улы, халыҡ улы булды, бар ғүмерен башҡорт халҡын донъя кимәленә сығарыу маҡсатына арнаны һәм быға өлгәште лә. Беҙгә иһә уның эшен артабан да популярлаштырырға, дауам итергә, асыштарын һаҡларға ғына кәрәк.

Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.05.23 | Ҡаралған: 161

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru