«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘСӘҺЕНӘ ҠАРАП ҠЫҘЫ ТУРАҺЫНДА ФЕКЕР ТӨЙНӘ
+  - 


Бөгөнгө заманда күптәр өсөн ныҡ, тулы, ышаныслы ғаилә ҡороу ауыр мәсьәләгә әйләнә бар. Социаль иҫәпләүҙәр буйынса, айырылышыуҙарҙың 75 проценты һуңғы йылдарға тура килә. Был тенденция демографик хәүеф кенә тыуҙырмай, ә киләсәктә беҙҙең этносҡа юғалыу ҡурҡынысы менән дә янай. Шуға күрә әлеге хәлде тиҙ арала үҙгәртергә кәрәк. Ләкин быларҙың барыһы ла эҙемтәләр генә, һәм беҙгә килеп тыуған хәлдең сығанағына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Беҙҙең йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙар ауыҙынан ир-егеттәрҙе кәмләү, хурлау, улар менән риза булмау һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Улар бөтә нәмәгә һәм һәр кемгә бәлә һала, психологик күҙлектән сығып ҡарағанда, үҙҙәрен йәлләтергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта айырылышыуҙарҙың 80-85 проценты нәҡ ҡатын-ҡыҙҙар инициативаһы менән башҡарыла. Ошо урында "Ә ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан ризаһыҙлыҡ тыуҙырған ир-егеттәрҙе кем тәрбиәләй һуң?" тигән һорау тыуа. Барыбыҙға ла яҡшы мәғлүм - балаларҙы тәрбиәләү менән, күпселек осраҡта, әсәйҙәр шөғөлләнә, балалар баҡсаһында һәм мәктәптә - ҡатын-ҡыҙҙар, юғары уҡыу йортонда тағы ла ҡатын-ҡыҙҙар. Һәм бына -эҙемтәләре.
Ир-ат һүлпән зат, уға мөнәсәбәттәрҙә тотороҡлоҡ һәм ныҡлы тыл кәрәк. Әгәр ҙә ул тотороҡлоҡҡа ынтылмаһа, бәлки, өйләнеп тә тормаҫ ине. Иң тәүҙә ир-егеттәр һайлаған ҡыҙының матурлығына ҡарай. Һәм ошо сибәрлек менән аңы томаланған, күҙҙәре һуҡырайған йәш кеше янындағы гүзәл заттың "ваҡ" етешһеҙлектәренә иғтибар итмәй, ә ҡатын-ҡыҙҙар ошоноң менән файҙалана.
Ирҙәр, ғәҙәттә, 50 йәшкә етәрәк айырылышыу тураһында уйлай башлай йәки ныҡлап айырыла. Улар бындай ҡарарға оҙаҡ килә, оҙаҡ түҙеп, ҡатынының етешһеҙлектәренә күнеп йәшәй. Ләкин һәр түҙемлектең дә сиге була. Шулай итеп, ҡатынының ниндәй етешһеҙлектәре ир-егеттәр тарафынан айырылышыуға килтерергә мөмкин? Иң ауыры - ҡатынының тиҫкәрелеге. Иренең бөтә әүҙемлеге, нимәгәлер ынтылышы ҡатынының аңламауына, һуҡыр тиҫкәрелеккә барып төртөлә. Бындай ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыт үҙҙәре әйткәнсә эшләнеүен теләй. Улар ирҙәренең генә түгел, ә киләсәктә балаларының да тормошон боҙорға мөмкин. Улын килененән көнләшәсәк, ҡыҙының ире лә, үҙенең тормош иптәше кеүек үк, ҡатыны һүҙенән сыҡмаған әҙәм булыуын теләйәсәк.
Ир-ат логика менән йәшәй. Ул бөтә нәмәне нигеҙләй, һәр эштең дә, тегеләй йәки икенсе төрлө эшләгәндә, ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәген миҫалдар менән аңлатырға тырыша, ләкин ҡатыны уны ишетмәй һәм ишетергә теләмәй.
Ғәҙәттә, ундай ирҙәр аҡыллы, юғары белемле, һөйкөмлө булалар. Ләкин үрҙә һүрәтләнгән ҡатын менән тормош юлы үтеү уны иртә ҡартайта. Быларҙың барыһы ла даими көсөргәнлектән һәм стрестан килеп сыға.
Егеттәрҙең матурлыҡҡа иғтибар итеүен белгән сибәр ҡыҙҙар үҙҙәренә иң перспективалы, амбициялы, интеллигент егеттәрҙе һайлап ала. Ә аҡыллы, яҡшы күңелле, әммә йөҙгә әллә ни матур булмаған ҡыҙҙарға икенсе пландағыраҡ егеттәр менән хушһынырға тура килә. Ләкин улар үҙҙәренең аҡылы, ирҙәренә булған иғтибары, уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыуы, һәр эште лә кәңәшләшеп эшләүе менән үҙҙәренең ошо "икенсе" сорт ирҙәрен юғары "сортлыға" әйләндерәләр.
Ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы - ырыуҙы дауам итеү һәм ғаиләнең, ырыуҙың, халыҡтың хәүефһеҙлеге һәм кешелектең эволюцион үҫеше өсөн иңендә яуаплылыҡ ятҡан ир-егеткә ныҡлы терәк булыу. Ир-атҡа тормошта ныҡ ҡатмарлы маҡсат йөкмәтелгән. Быйыл "Һау йәмғиәт" форумында Рәсән Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе Аполихин, 52 процент ир-егеттәр 65 йәшкә тиклем етә алмай донъя ҡуя, тип белдерҙе. Ирҙәр араһында иң киң таралған сирҙәр - яман шеш һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары. 40 йәштән 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙә, беҙҙең тикшереүҙәр ваҡытында бауыр һимеҙлеге күренеше асыҡланды. Артабанғы тикшереүҙәр барышында бының сәбәбе алкоголь эсемлектәр ҡулланыуҙан түгел, ә даими рәүештә стресс кисереүҙә икәнен асыҡланыҡ, тине ул үҙенең сығышында. Ир-егеттәр стресты ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ауырыраҡ кисерә, шуға күрә уларҙы бынан һаҡларға кәрәк.
Ир-ат ҡасан юғары бейеклектәр яулай? Әлбиттә, уның артында ышаныслы терәк, тыл булған саҡта! Әгәр ҙә ул үҙен ышаныслы тотһа, уны һәр ваҡыт ҡабул итеүҙәренә, бер ҡасан да хыянат итмәүҙәренә ышанған хәлдә ул юғары уңыштарға өлгәшәсәк.
Психологиянан сығып ҡарағанда, ирҙәр бер маҡсатлы. Әгәр ҙә уның өйөндә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар тыуһа, ул һәр ваҡыт ошо турала, ҡатынының ни өсөн һөйләшмәүе, нимә менән ҡәнәғәт булмауы хаҡында уйлаясаҡ һәм эшенә тейешле иғтибар бүлә алмаясаҡ. Ҡатыны ғаилә тормошондағы бурыстарҙы дөрөҫ бүлә белгән, уны күтәрмәләп торған ирҙәр үҙ-үҙҙәренә ышаныусан булалар һәм юғары бейеклектәр яулайҙар.
Айырылышыу алдында торған ирҙәр үҙҙәренән насар уҡыған, төҫкә-башҡа ла күрекһеҙ генә булған курсташтарының яҡшы һәм аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙы кәләш итеп алыуы арҡаһында, уларҙы бар йәһәттән дә уҙҙырыуҙары тураһында белдерәләр. Уларҙың ҡатындары өсөн ирҙәре - донъя үҙәге, тормошта иң мөһим урынды улар өсөн ирҙәре һәм балалары алып тора.
Һәр әсәй улына иң яҡшы ҡатын тура килеүен теләй. Ләкин уларҙың: "Иң мөһиме, яҡшы кеше булһын һәм һинең уны яратыуың", - тиеүҙәре дөрөҫ түгел. Иң мөһиме - ҡатыны ирен яратһын. Ул ваҡытта ире ғаиләһе өсөн ул барыһын да эшләйәсәк. Әгәр ҙә кеше, айырыуса ҡатын-ҡыҙ, ярата икән, ул үҙе лә яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк һәм эргә-тирәһен дә яҡшыға үҙгәртәсәк.
Нимә ул мөхәббәт? Мөхәббәт - яуабына бер нәмә лә көтмәйенсә, бар булмышыңды биреү. Гүзәл зат йортта нәҡ үҙе хужа икәнлеген аңларға тейеш, ире түгел, ә үҙе. Нәҡ ҡатын кеше йортта яҡшы кәйеф тыуҙыра, уңайлыҡтар булдыра, йәм һәм ҡот бирә. Ҡатындың кәйефе ниндәй, йорттағы мөхит тә шундай була.
Ирҙәргә нимәнән ҡурҡырға кәрәк? Ҡатын-ҡыҙҙың һәм ҡатынының тиҫкәрелегенән. Үсексән ҡатындарҙан һаҡ булығыҙ. 2-3 айлап ире менән һөйләшмәгән ҡатындар була. Аҡыллы ҡатын, ире ғәйепле саҡта ла, хәлде ыңғайға бороп ебәреү өсөн үҙе тәүге аҙымды эшләй, сөнки, әйтеп үткәнемсә, өйҙәге мөхитте нәҡ ҡатын булдыра.
Ирҙәр хис-тойғоларға бирелеп кенә өйләнергә тейеш түгел, ниндәй һайлау эшләгәнен аңлап эш итергә бурыслы, сөнки ул яңылышлыҡ эшләһә, уны төҙәтеү өсөн эҙләнеүҙәрен дауам итәсәк. Был ваҡытта инде ғаиләлә бала тыуа, намыҫлы ир үҙенең ғаиләһен ташламаясаҡ һәм ғүмер буйы түҙеп йәшәйәсәк.
Ирҙәрҙең балалары менән түгел, ә ҡатыны менән айырылышыуын аңларға кәрәк. Һөйөү һәм аңлашыусанлыҡ булмаған ғаиләлә йәшәгән балаларға икеләтә ауыр.
Ирҙәр айырылышыу яҡлы түгел, сөнки айырылышыу һәр ваҡыт насар, улар яҡшы, дөрөҫ тормош иптәше һайлау яҡлы. Кеше өсөн иң мөһиме - тормошта дөрөҫ һөнәр һәм тормош иптәше һайлау.
Барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙан тора. Өйҙәге мөхит, ирҙең ғүмер оҙайлығы, уның һаулығы, һөнәри баҫҡыстан нисек күтәрелеүе, ғаиләләге мөнәсәбәттәр, ике яҡлап та туғандар менән мөнәсәбәт - барыһы ла ҡатындан тора. Һәм иң мөһиме, балаларҙың ниндәй булып үҫеүҙәре лә ҡатындан тора. Ғаиләлә тәрбиә менән атай кеше шөғөлләнергә тейеш.
Беҙҙең халыҡта "Кәләш һайлағанда уның әсәһенә ҡара", тигән мәҡәл бар, сөнки донъяуи ҡарашты әсәй кеше һала. Шуға күрә ир-егеттәргә, буласаҡ ҡәйнәгеҙгә ҡарап, ҡыҙы тураһында фекер төйнәгеҙ, тип әйтергә теләйем. Ир-егеттәргә һәм уларҙың әсәләренә аҡыл теләйем, сөнки аҡыллы ир-егет үҙенә ҡатынды дөрөҫ һайлап ала.
Ҡатын-ҡыҙҙар, тормошта аҡыллыраҡ булығыҙ, һеҙ - милләттең киләсәге.

Шамил БАТЫРШИН,
Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы,
психология магистры.

"Киске Өфө" гәзите, №18, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.23 | Ҡаралған: 210

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru