12 июндә баш ҡала, ғәҙәттәгесә, бер юлы өс байрамды - Рәсәй көнөн, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 449 йыллығын һәм башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуҙы билдәләй.
"Өфө байрам итә!" тип аталған ҡала фестивалендә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем ҡаланың үҙәк өлөшө төп байрам майҙанына әүереләсәк. Чернышевский урамының Мостай Кәрим урамынан Ленин урамына тиклем арауығы "Мәҙәни Арбат"ҡа әйләнәсәк. Бында кәсепселек һәм күргәҙмә зоналары, интерактив майҙансыҡтар эшләйәсәк, музыканттар һәм рәссамдарҙың ижады менән танышырға мөмкин буласаҡ.
Балалар һәм өлкәндәр өсөн башҡорт милли кейеме (селтәр, ҡамсы, биҙәүестәр) элементтарын эшләү, башҡорт шәлен бәйләү, боронғо туҡыу станогында туҡыу, керамика әйберҙәре эшләү, һүрәт төшөрөү, сәйлән үреү, кейеҙ баҫыу, тимер сүкеү, ағас һырлау һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү планлаштырыла, шулай уҡ баллы прәниктәрҙе биҙәргә, ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрә-нергә мөмкин буласаҡ. "Башҡортостан үләндәре" етештергән сәй, үлән төнәтмәләре, бәлзәмдән ауыҙ итергә, шулай уҡ күн, туҙ, ебәк әйберҙәр, тәбиғи косметика, биҙәүестәр, сумкалар һ.б. һатып алырға була.
Чернышевский урамының 83-сө йорто эргәһендәге урын йыһан майҙанына әүереләсәк. Өфө ҡала планетарийы унда "Йыһан эргәлә" тип аталған күргәҙмә ойошторасаҡ, оҫталыҡ дәрестәре, уйын программалары һәм викториналар тәҡдим итәсәк. Барлыҡ теләүселәргә сфера фильмдарын төшөрөү серҙәре тураһында һөйләйәсәктәр. Көн аяҙ булғанда, махсус телескоптан Ҡояшты ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Ленин урамы, 9/11 адресындағы йорт эргәһендәге скверҙа Өфө городовойына ҡуйылған һәйкәл янында Өфө ҡалаһы тарихы музейы урынлашасаҡ. Ул урам "Өфөнө геологик тикшереү тарихы" һәм "XIX быуатта Өфө ҡалаһы башлыҡтары" темаларына урам лекторийы ойошторасаҡ. В.И. Лениндың йорт-музейы ҡаурый ҡәләм менән яҙыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә, ә Башҡортостандың Милли музейы совет фильмдарындағы бейеүҙәр хәрәкәтен башҡарырға өйрәтәсәк.
Ҡаланың китапхана системалары ла үҙ майҙансыҡтарын булдырасаҡ. Китап күргәҙмәләренән тыш, улар ижади лабораториялар, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, "Өс байрам көнө" квизын, "Мин Өфөлә йәшәйем" асфальтҡа һүрәт төшөрөү буйынса балалар конкурсын һәм башҡа саралар ойошторасаҡ.
"Родина" кинотеатры алдында "Театраль Өфө" майҙанында ҡаланың театр коллективтары сәхнәләштерелгән тамашалар тәҡдим итә. Унда Өфөнөң Йәш тамашасы, Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры, Өфө балалар филармонияһы, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сығыш яһаясаҡ.
Главпочтамтҡа тиклем Ленин урамы үҙенсәлекле фиҙаҡәрлек һәм дан проспектына әүереләсәк - бында ҡала округы райондары үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк. Улар тарихтың мөһим осорҙары, хеҙмәт династиялары, Өфөнөң үҫешенә ҙур өлөш индергән төп предприятиелар менән таныштырасаҡ.
"Башҡортостан" дәүләт концерт залы алдындағы майҙанды студенттар биләйәсәк. Юғары һәм урта уҡыу йорттары һөнәргә йүнәлеш биреү зоналары булдырасаҡ, студент ижади коллективтары концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Ошонда уҡ төрки халыҡтарының традицион ризығы - иң ҙур ҡыҫтыбый бешереү ҙә планлаштырыла.
Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА