Матди яҡтан кеше ни хәтлем бай булып та, рухи йәһәттән ярлы икән, уның тормошо тулы була алмай. Ә рухи байыу ни рәүешле башҡарыла һуң? Халҡыбыҙҙың дине, йыр-моңо, аһәңле шиғриәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре - барыһы ла беҙҙең күңелдәрҙе рухи яҡтан байыта, иманлы итә, әхлаҡлы, матур уй-хисле булырға саҡыра. Шулай уҡ намыҫ, выждан, киң күңеллелек кеүек рухи байлыҡ төшөнсәләрен тәрбиәләүҙә һүҙ көсөнөң әһәмиәте ҙур. Ә һүҙ көсө шиғриәт йәки әҙәби әҫәрҙәр менән бер рәттән ваҡытлы матбуғатҡа ла ҡағыла.
Әлбиттә, барлыҡ гәзит-журналдарҙы ла яҡшы тәрбиә өлгөһө, тип әйтеп булмай, хатта ундай ваҡытлы баҫмалар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ләкин шул иҫәпле генә гәзит-журналдарыбыҙ араһында үҙенең йөкмәткелеге, республикабыҙға, халҡыбыҙға бар булмышы менән хеҙмәт иткән баҫмалар бар. Шулар араһында республикабыҙҙа сығып килгән, күптәргә төрлө өлкәгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап табырға булышлыҡ иткән, кәңәшсе ролен үтәгән, киләсәккә ышаныс өҫтәгән, тарихыбыҙҙың бөтә тәңгәлдәрен дә уҡыусыһына төплө мәғлүмәт аша еткергән "Киске Өфө" гәзите иң юғары баҫҡыстарҙың береһен алып тора.
Гәзит менән танышыуым осраҡлы булды. Студент саҡта әсәйем ауылдан ебәргән күстәнәстәре араһына ҡәҙерләп кенә, айырым шыптырға һалып "Киске Өфө"нөң бишләп һанын ебәргән һәм араһына: "Уҡып сыҡ та, каникулға ҡайтҡанда кире алып ҡайтырһың", - тигән яҙыу ҙа һалған. Гәзиткә күрһәтелгән был тиклем хөрмәткә аптыраным да бер һанын алып уҡый башланым һәм бөтә номерҙарын да уҡып бөтмәй тороп, йоҡларға ятманым. Студент кеше дөйөм ятаҡҡа гәзит-журнал яҙҙырмай бит инде, шуға күрә ҡулға килеп эләккәндә ҡараштырып сыҡһам да, ошо мәлгә тиклем күңелемде ҡуҙғатып ебәрерҙәй баҫмаға тура килгәнем юҡ ине. Ә "Киске Өфө" гәзите мине бер уҡыуҙан "ғашиҡ" итте, сөнки ун алты битлек баҫмала бер кәрәкмәгән мәғлүмәт юҡ, һәр береһе урынлы, ваҡытлы, мөһим, йөкмәткеле.
Хәҙер үҙем яҙҙырып уҡыйым, атай-әсәйем дә һәр ваҡыт алдыра. Шуныһы ҡыуаныс: гәзит үҙенең булмышын юғалтмайынса, беренсе һанынан алған юлынан тайпылмайынса, төрлө замандың төрлө яҡҡа иҫкән елдәренә бирешмәйенсә, алға барыуын дауам итә. Баҫманың тағы бер үҙенсәлеге - еңел булмаған темаларҙы бер кемдең дә маҙаһына теймәйенсә, ялҡытмай ғына бирә алыуында. Ҡайһы бер баҫмалар үҙ мәҡәләләрен шул тиклем ауыр телдә яҙа, уҡып та, аңлап та булмай, ә "Киске Өфө"ләргә был йәһәттән тел тейҙерәһе түгел. Гәзиттәге мәҡәләләрҙең хатаһыҙ, матур итеп яҙылыуы ла күңелемә яҡын. Гәзит менән осраҡлы танышыуҙан башланған дуҫлығыбыҙ ныҡлы, дауамлы булыуын теләйем.
Рөстәм АРҒЫНБАЕВ,
Өфө ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА