«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫУҘАН ҠОРО СЫҠМАНЫЛАР
+  - 

Оҙон телесериалдарҙан торған "Менттар һуғышы" мажараларын ҡарап, уның сюжеттары күбеһенсә уйҙырмаға ҡоролған тип уйлаусылар булһа, улар ныҡ яңылыша ине, әлбиттә. Хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы әҙәм ышанмаҫлыҡ мажараларҙың фашлана башлауы ҡайһы бер тамашасыларҙы сериалдарҙың бөгөнгө тормошобоҙҙан алынған дөп-дөрөҫ күсермәһе икәненә ышанырға мәжбүр итте.

Хәйер, уға тиклем дә халыҡтың хоҡуҡ һаҡсыһы формаһындағы кешеләргә ышанысы ярайһы ҡаҡшағайны инде. Коррупцияға ҡаршы "көрәшеүсе" - фатирында 9 млрд һум, йәғни 1,5 тонна аҡса һаҡлаған "күренекле" полковник Захарченко миҫалы үҙе генә ни тора! Коррупция хаҡында "Менттар һуғышы" һәм шуға оҡшаш башҡа фильмдарҙа ла хатта уға тиң герой юҡ. Уғрылыҡҡа, ришүәтселеккә ҡаршы намыҫлы хоҡуҡ һаҡсыһы формаһына йәшеренгән мафия әһелдәре, асыҡланыуынса, беҙҙең арала, йәнәшәбеҙҙә генә йөрөй икән дә... Гәзит уҡыусы хәтерләһә, ошо уҡ осорҙарҙа "Киске Өфө"лә оҫта ришүәтсе - "алтын гаишник" Илдус Шәйбәков хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Уның иһә, "алтын прокурорҙар" тигән ҡушаматлы енәйәт төркөмөндә азға булып тормаһа ла, үҙенең эш биләмәһендә законһыҙ юл менән дөйөм суммаһы 44 миллион һумдан ашыу байлыҡ туплауы асыҡлана.
Әлбиттә, хоҡуҡ һаҡлау органдарында намыҫлы, ғәҙел хеҙмәткәрҙәр ҙә күп, ләкин әле һүҙ уларҙың тап киреһен кәүҙәләндергән енәйәтселәр хаҡында бара. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙән килгән хәбәр бынан 5 йыл элек үк фаш ителгән "прокурорҙар мафияһы" эшен тағы хәтергә төшөрҙө. Эйе, 2018 йылдың көҙөнә тиклем Башҡортостан прокуратураһында төбәк күҙәтеү ведомствоһы начальнигы урынбаҫары Олег Горбунов етәкселегендә ойошторолған енәйәт төркөмө хакимлыҡ итә. Улар юғары вазифалы һәм хәлле генә граждандарҙы үҙҙәре тәғәйенләгән хаҡҡа енәйәт эҙәрләнеүенән ҡотҡарыу һәм енәйәт эштәрен туҡтатыу менән шөғөлләнгән. Эштәрҙең ҡатмарлығына ҡарап, улар енәйәт эшен ябыу өсөн 5-тән башлап 20 миллионға тиклем аҡса алған. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы мэрының шул ваҡыттағы урынбаҫары Александр Филиппов ришүәт алыусыларға 10 млн аҡса биргән. Дәүләт тарафынан ышанып тапшырылған вәкәләттәрен шәхси маҡсаттарҙа һәм байығыу өсөн файҙаланып, ошондай аҫтыртын һәм зыянлы эштәрҙе күп ҡыла был төркөм. Ләкин бындай ҡырын эштәрҙең ҡасан да булһа осо килеп сыға бит ул. "Прокурорҙар мафияһы" пирамидаһының ахыры Өфө ҡалаһы Совет районы прокуроры Рәмил Ғарифуллиндың ҙур суммала ришүәт алған ваҡытында тотолоуынан башлана. Был хоҡуҡ һаҡсыһының өйөндә үткәрелгән тентеү һөҙөмтәһендә дөйөм суммаһы 1,4 млрд һумлыҡ "серегән" байлыҡ тупланыуы асыҡлана. Үҙ ҡулы аҫтында эш итеүсе Ғарифуллиндың хәлен ишетеп, Башҡортостан прокурорының беренсе урынбаҫары, мафия башлығы Горбунов ашығыс рәүештә отставкаға ғариза яҙа һәм илдән ҡасырға була, ләкин Мәскәү аэропорттарының береһендә ҡулға алына. Ул миллионлаған һум ришүәт алыуҙа ғәйепләнә һәм үҙенең әшнәләре - прокуратураның енәйәт эштәрен алып барыуға күҙәтеү идаралығы начальнигының элекке урынбаҫары Артур Шәретдинов менән бая телгә алынған Рәмил Ғарифуллин янына тикшереү изоляторына оҙатыла. Был төркөм эшендә ҡатнашҡан тағы ла Өфө ҡала советы депутаты Вадим Рамаҙанов, эшҡыуар Фәйим Мөхитов һәм адвокат Рәшит Сафыевтар ғәйепләнә. Экс-прокурорҙарҙың енәйәт эштәре буйынса тикшереүҙәр бик оҙаҡҡа һуҙыла. Күрәһең, хоҡуҡ һаҡсыларының законды мөмкин тиклем оҫта урап үтеү буйынса тәжрибәләре бай булалыр. Беҙҙең закон нигеҙҙәре "фантазияһы" бай һәм "ни ҡылһа ла үҙ ҡулында" мөмкинлеге менән вазифаһы булған бер генә кешегә һыуҙан ҡоро сығырға ярҙам итмәне...
Башта әйтелеүенсә, был төркөмдөң енәйәт эше аңлы рәүештә Өфөлә үткәрелмәй, сөнки, "өйрәнгән яу" һуғышырға яҡшы, тигәндәй, кем белә, урындағы судьялар араһында ла енәйәтселәргә мәрхәмәт белдерергә йыйыныусы әшнәләре юҡ түгелдер, тигән ҡараштан сығып, эш Мәскәүҙә, Бабушкин район судында ҡарала башлай.
Ниһайәт, дүрт-биш йылға һуҙылған был эш буйынса ошо йылдың 30 майында Мәскәү суды хөкөм ҡарарын иғлан итте. Прокурорҙар мафияһы башлығы Олег Горбунов 17 йылға иркенән мәхрүм ителде һәм был срокты ул ҡаты режимлы колонияла үткәрәсәк. Унан шулай уҡ 40 млн һум күләмендә штраф түләтеләсәк. Уның әшнәһе Рәмил Ғарифуллин - 16 йылға (өҫтәүенә 20 млн штраф), Артур Шәретдинов - 8,5 йылға (20 млн штраф), Рәшит Сафыев - 8 йылға (20 млн штраф) хөкөм ителде. Ғәҙел суд ил күләмендә киң яңғырауыҡ алған был эштә аралашсы-"йомошсо" сифатында ҡатнашҡан Фәйем Мөхитов менән Вадим Рамаҙановты ла йәлләп торманы: уларҙың тәүгеһе - 7 йыл (20 млн штраф), ә икенсеһе 5 йыл колонияға (8 млн һум штраф) хөкөм ителде.
"Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә", "Беҙ тоҡта ятмай", "Бурлыҡ - хурлыҡ" тип халыҡ белмәй әйтмәгән бит.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.23 | Ҡаралған: 172

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru