Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби журналистар менән осрашты. Һөйләшеү фронт һыҙығындағы хәл, махсус хәрби операциялағыларға ярҙам һәм тәьмин итеү саралары, илдә хәрби хәл индереү кәрәклеге тураһында барҙы. Һөйләшеү башында Владимир Путин махсус хәрби операция маҡсаттарының үҙгәрешһеҙ ҡалыуын, уларҙың нигеҙле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Улар ағымдағы хәлгә ҡарап үҙгәрергә мөмкин, ләкин бер нәмәне лә үҙгәртмәйәсәкбеҙ", - тине Президент. Билдәле булыуынса, махсус хәрби операцияның маҡсаты - "Украинаны демилитаризациялау һәм денацификациялау".
Украинаның контрһөжүме тураһында
Владимир Путин 4 июндә башлаған контрһөжүмде ошо маҡсатта әҙерләнгән резервтарҙы файҙаланып, күләмле тип атаны. Әммә, уның әйтеүенсә, Украинаның Ҡораллы Көстәре бер участкала ла уңышҡа өлгәшмәгән. Юғалтыуҙар беҙҙә Украина менән сағыштырғанда ун тапҡырға аҙыраҡ.
Мобилизацияның икенсе тулҡыны
Рәсәй Федерацияһы Президенты белдереүенсә, әлеге ваҡытта мобилизацияның кәрәге юҡ. Был турала Оборона министрлығы ла билдәләне. Владимир Путин көҙгөһөн өлөшләтә мобилизация сиктәрендә фронтҡа 300 мең ир-егет саҡырылыуы хаҡында хәтергә төшөрҙө. Әле ирекмәндәр менән әүҙем эш алып барабыҙ. Һуңғы аҙнала ғына 9,5 мең кеше килешеү төҙөгән. "Ағымдағы йылдың ғинуарынан контракт буйынса һалдаттар менән эшләй башланыҡ һәм әлеге ваҡытта 150 меңдән ашыу кеше, ирекмәндәр менән бергә 156 мең кеше йыйҙыҡ. Был хатта минең өсөн дә көтөлмәгән хәл: сөнки 156 мең кеше үҙ теләге менән Ватан һағына баҫҡан", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Илдә хәрби хәл индерергә кәрәкме?
Президент Владимир Путин Рәсәйҙә хәрби хәл кәрәклеген күрмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Украинала контрразведканың бик ҡаты режимы һәм хәрби хәл индерелеүен билдәләне ул. "Әммә беҙгә әле быны эшләргә кәрәкмәй, тип уйлайым. Беҙгә бары тик хоҡуҡ һаҡлау органдарының һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшен камиллаштырырға һәм киңәйтергә кәрәк", тине Путин.
"Срочниктар"ҙың яҙмышы
Дәүләт башлығы махсус хәрби операция зонаһына хәрбиҙәрҙе ебәреү кәрәкмәй, тине. Әммә сик буйы төбәктәрендә улар хәүеф янаған осраҡта хәрби бурысын үтәргә тейеш, тип белдерҙе. "Белгород, Курск өлкәһе - был биләмәләрҙә улар элеккесә именлек тәьмин итә. Ә хәүеф янаған осраҡта улар изге бурысын үтәргә һәм Ватанды яҡларға тейеш", - тип өҫтәне Путин.
Бынан алда "Башинформ" Башҡортостан Республикаһы яҙғы призыв барышында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә 5500 меңдән ашыу хеҙмәткә алыныусыны ебәрәсәге тураһында хәбәр иткәйне. Яҙғы саҡырыу ағымдағы йылдың 15 июленә тиклем дауам итә. Уның Украинала махсус хәрби операция үткәреү менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ. Элекке кеүек үк, ул закон менән билдәләнгән ваҡытта һәм планлы рәүештә үтә. Бөтә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар Рәсәй Федерацияһы территорияһындағы хәрби частарҙа хеҙмәт итәсәк.
Төбәк һәм федераль түләүҙәр тураһында
Владимир Путин Оборона министрлығына дошман техникаһын юҡ иткән өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға түләүҙәр менән хәлдәрҙең нисек барғанын асыҡларға вәғәҙә бирҙе. Хәрби журналистар менән осрашыу барышында ҡатнашыусыларҙың береһе, уның мәғлүмәттәре буйынса, әлегә бер яугир ҙа кәрәкле сумманы алмаған, тип белдерҙе. Шулай уҡ төбәк түләүҙәре буйынса һорауҙар булды. Суммалар төрлө - 50 меңдән алып 200 мең һумға тиклем. Дәүләт башлығы төбәктәргә өҫтәмә түләүҙәр күләме буйынса туранан-тура күрһәтмәләр бирә алмауҙарын һыҙыҡ өҫтө-нә алды, сөнки улар ирекле. Шулай ҙа ул губернаторҙар менән һөйләшергә вәғәҙәләне.
Хөкөм ителгәндәрҙе ярлыҡау
Рецидив булған осраҡта төрмәнән фронтҡа эләккән махсус хәрби операция ағзаһы закон буйынса яуап бирергә тейеш, тине ил Президенты.
Башинформ алдараҡ яҙғанса, Дәүләт Думаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандар өсөн енәйәт яуаплылығын күҙҙә тотҡан закон проектын ҡарарға әҙерләнә. Яңылыҡтар хеҙмәткә ингәнгә тиклем ҡылынған бәләкәй һәм урта ауырлыҡтағы енәйәттәр өсөн мобилизацияланған һәм контракт буйынса эшләүсе һалдаттарҙы яуаплылыҡтан азат итеүҙе күҙҙә тота. Яуаплылыҡты бүләкләүҙән йәки эштән бушатыуҙан һуң алып ташлау тәҡдим ителә.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|