«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АРЫҪЛАНДАР ТӨЙӘГЕ
+  - 

Мәғлүм булыуынса, быйыл башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, улыс старшинаһы, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тула. Был мөһим тарихи ваҡиғаны Кинйә Арыҫлановтың яҡташтары бер нисә айҙан тантаналы рәүештә билдәләргә йыйына. Ошо йәһәттән оло шәхестең тыуған төйәге - Кинйәабыҙ ауылы төҙөкләндерелә, юлдарға асфальт түшәлә башланы.

Күптән түгел Кинйәабыҙҙа булып үткән һабантуйҙа райондың күренекле шәхестәренә Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыу уңайынан булдырылған юбилей миҙалдары тапшырылды. Улар араһында көйөргәҙеләрҙең танылған яҡташтары - ғалим-офтальмолог Марат Аҙнабаев, йәмәғәт эшмәкәре Румил Аҙнабаев, яҙыусылар Ғәлим Хисамов, Миңлегөл Хисамова, Зөһрә Ҡотлогилдина һәм башҡалар бар ине.
Әйткәндәй, Кинйәабыҙ Бөйөк Ватан һуғышында өс Советтар Союзы Геройы - Хәсән Ғайсин, Сәлмән Биктимеров һәм Ғәфиәтулла Арыҫлановтарҙы биргән ҡаһармандар төйәге булараҡ та киң билдәле. Бөгөн дә Көйөргәҙе арыҫландарының уландары ил именлеге өсөн махсус хәрби операцияла батырлыҡтар күрһәтә. Танылған шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина "Йәншишмә" гәзите менән берлектә бер нисә тапҡыр Башҡортостан яугирҙарына бүләктәр, һәр төрлө кәрәк-яраҡ, күстәнәстәр әҙерләп ебәргәйне. Ошо көндәрҙә генә шағирәнең "Башҡортостан" республика нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан Тыуған ил, тыуған төйәк, уның батыр улдары хаҡында шиғырҙары тупланған "Китте ирҙәр Донбассҡа, илде утҡа һалмаҫҡа" тип аталған кескәй генә йыйынтығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ яугирҙарыбыҙға оҙатылды. Ватаныбыҙҙан ҡош телендәй генә бер сәләм булып, был шиғырҙар башҡорт егеттәренә рух көсө өҫтәр, уларҙың батыр арыҫландар төйәге улдары икәнлектәрен иҫтәренә төшөрөп торор.

Фирүзә ИШБИРҘИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.23 | Ҡаралған: 419

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru