«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОРАТАУҒА АРТЫЛ БАҪҠЫС БУЙЛАП
+  - 

Мәғлүм булыуынса, Ишембай районындағы Торатау тәбиғәт ҡомартҡыһы ғына түгел. Ул башҡорт халҡы өсөн тарихи объект булараҡ та бик әһәмиәтле. Сөнки был тау халҡыбыҙҙың боронғо тарихы менән тығыҙ бәйләнгән.

Торатау 1965 йылдан алып тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын йөрөтә һәм дәүләт тарафынан һаҡлана. Унда Башҡортостандың Ҡыҙыл китабынан үҫемлектәрҙең 16 төрө үҫә, шуларҙың һигеҙе - Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабынан. Кешеләр тауға менгәндә был үҫентеләр тапала һәм уларҙың һәләк булыу ихтималлығы ҙур ине. Шиханды, ундағы флораны, фаунаны һаҡлау маҡсатында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тауға күтәрелеү өсөн хәүефһеҙ баҫҡыс төҙөлдө, экоһуҡмаҡ һалынды.
"Беҙ Торатау шиханына баҫҡысты астыҡ", - тип яҙҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында һәм республиканың "Торатау" геопаркы биләмәһен артабан үҫтереү буйынса ҙур пландары булыуын билдәләне. Экоһуҡмаҡтың оҙонлоғо - 412 метрҙан ашыу, бөтәһе 697 баҫҡыс. Баҫҡысты төҙөү өсөн 75 тонна металл ҡулланылған. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, туристар өсөн тәбиғәт ҡомартҡыларын асып, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәү, бай үҫемлек һәм хайуандар донъяһын һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. "Баҫҡыс үҙенсәлекле флораны һәм фаунаны кеше йоғонтоһонан һаҡларға мөмкинлек бирә. Мин Башҡортостан халҡынан һәм ҡунаҡтарынан тәбиғәткә һаҡсыл ҡарауҙарын һорайым. Барыһын да ғәжәйеп гүзәл төбәгебеҙгә саҡырам", - тип өҫтәне Радий Хәбиров.
...Көн менән төн тигеҙләшкән көндө йыл һайын ғаилә менән Торатауға менергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Быйыл да барырға насип булды. Быға тиклемгеләренән айырмалы, менеп төшөүгә 2 сәғәт кенә ваҡыт китте. Экобаҫҡыстан күтәрелеү бик уңайлы. Туристар туҡтап ял итеп алһын һәм тәбиғәткә ҡарап һоҡланһын өсөн эскәмйәләр ҡуйылған. Ямғыр һәм елдән ышыҡланыр урындар ҙа бар. Һуҡмаҡ ярайһы киң генә. Менеп төшөүселәр бер-береһенә ҡамасауламай. Кеше бик күп булыуға ҡарамаҫтан, тығын да юҡ. Ололар ҙа, бәләкәй балалар ҙа бер ауырлыҡһыҙ күтәрелә ала. Экобаҫҡысҡа тиклемге юлда ла уңайлыҡтар булдырылған, ял итеп алырға эскәмйәләр урынлаштырылған.

Ләйсән СӘЛИХОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.23 | Ҡаралған: 315

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru