«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢДЫҢ РУХИ ТОРОШО
+  - 

Баланың һаулығын ҡайғыртыу, уның тормошон кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү һәр ата-әсәнең төп бурысы. Ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, ҡайһы бер осраҡта ололар матди хәстәрлек менән генә булып, баланың рухи торошоноң ни хәлдә булыуына иғтибар бирмәй, кеше менән аралашыу, йәмғиәттә үҙен нисек тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙе күҙ уңынан ысҡындыра. Һәр кешенең шәхси сиге (личная граница) була һәм бер кемдең дә уны боҙорға хаҡы юҡ. Ошо хаҡта ла әйтергә, аңғартырға, аңлатырға онотабыҙ. Үҙен рәнйеткәндәргә ҡаршы һүҙ әйтеүҙән тыйылған, уларға ҡаты итеп яуап бирергә белмәгән, әйберҙәренә һорауһыҙ тейгәндәрҙе урындарына ултырта белмәгән баланы мәктәптә лә, унан һуң, эштә, шәхси тормошонда ла ҙур ауырлыҡтар көтә. Ул һәр ваҡыт йәмғиәт өсөн ҡорбан ролен үтәйәсәк. Был хәлдән уны нисек араларға? Психологтар кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ. Был хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн улар ата-әсә телмәренән түбәндәге 7 фразаны алып ташларға кәңәш итә.

"Ҡаңғыртма мине, бар, кит әле".

Сабый бер аҙ ҙурайып, тирә-яғын аңлы рәүештә күҙәтә башлағас, телмәре асылғас, уның бихисап һорауҙары барлыҡҡа килә. Үҙе әлегә аңлап етмәгән күп күренеште һәм әйберҙәрҙе белер өсөн ул ата-әсәһенә мөрәжәғәт итә. Эйе, ҡайһылыр осорҙа бындай һорауҙар иҫ киткес күп була. Ләкин ошондай ваҡытта ла баланың һорауҙарына яуап бирер урынға, уға ҡул һелтәп кенә ҡарайҙар икән, балала: "Мин эшкинмәгән, мин бер кемгә лә кәрәк түгел, мине ситкә этеп кенә ҡуйырға, миңә ҡул һелтәп ҡарарға мөмкин", тигән тойғолар барлыҡҡа килеүе мөмкин. Һәм артабан бик кәрәк саҡта ла, уға айырыуса ҡыйын булған саҡта ла ул ата-әсәһенә өндәшмәүе, килеп тыуған хәл тураһында әйтмәүе бар. Был иһә, үҙ сиратында, ҙур бәләләргә килтереүе лә ихтимал. Шуға күрә балағыҙҙың һәр бер һорауына ҡыҙыҡһыныу белдерегеҙ, бөтә эшегеҙҙе ҡуйып тороп, уның һорауына яуап биреүҙе, аңлатыуҙы маҡсат итегеҙ.

"Әй, быларҙың барыһы ла ахмаҡлыҡ, иғтибарға алаһы ла түгел!"

Әгәр ҙә бала менән әңгәмәне "Мин генә дөрөҫ әйтәм, ә һин - юҡ", тигән мөнәсәбәттә алып бараһығыҙ икән, уның үҙ фекерен белдереү хоҡуғына сик ҡуяһығыҙ. Һөйләшеүҙе уның ниндәй дәлилдәре менән риза булыуығыҙ тураһында башлағыҙ ҙа, һуңынан: "Ә был хәлде бына ошолай ҡарарға ла мөмкин бит әле. Бына, ҡара әле...". Былай эшләгәндә, балағыҙҙың фекере һеҙҙең өсөн мөһим икәнлеген аңғартаһығыҙ һәм шул уҡ ваҡытта ике яҡты ла ризалатҡан дөйөм бер фекергә килә алаһығыҙ. Дөйөмләп әйткәндә, үҙегеҙҙең оло булыуығыҙҙы, атай-әсәй икәнлегегеҙҙе өҫтөн ҡуйып, баланың фекерен "тапарға, юҡ итергә" тырышмағыҙ.

"Һин бер ҡасан да..."

Балаға "һин һәр саҡ" йәки "һин бер ҡасан да", тип йыш ҡабатлаһағыҙ, һеҙ уны һаҡланыу йәки яраҡлашыу позицияһын һайларға мәжбүр итәһегеҙ. Ғәйепләү урынына, уға үҙегеҙҙең хис-тойғоларығыҙҙы аңлатырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, "Һин һәр ваҡыт оҙаҡ йыйыныу арҡаһында мин гел генә эшкә һуңлайым", тип әйтер урынға: "Беҙ һуңлаған һайын, мине эштә әрләрҙәр тип ҡурҡам", тиеүегеҙ бөтөнләй икенсе төрлө яңғырай һәм баланы уйларға ла мәжбүр итә. Ғөмүмән, "һәр ваҡыт" һәм "бер ҡасан да" фразаларын телмәрҙән алып ташларға тырышырға кәрәк.

"Шым-шым! Тыныслан әле!"

Балаға бындай һүҙҙәр әйтеүҙән тыйылығыҙ. Был тынысландырыу һүҙҙәре бөтөнләй кире һөҙөмтә тыуҙырырға мөмкин, сөнки уның артында баланың кисерештәренә ҡул һелтәп ҡарау тора. Шәхси сикте һаҡлауҙың мөһим принциптарының береһе - балаға үҙ кисерештәрен, хис-тойғоларын күрһәтергә мөмкинлек биреү. Был рәүешле һеҙ уға тәбиғи булырға мөмкинлек бирәһегеҙ. Шуға күрә, уны тиҙерәк тынысландырырға тырышыу урынына: "Мин һинең ни тиклем күңелең төшкәнлеген аңлайым. Мин һиңә ярҙам итергә теләйем, ни өсөн илайһың, һөйлә әле миңә", тиеү күпкә дөрөҫөрәк.

"Һинең теләгең миңә барыбер"

Был фраза менән һеҙ баланың эске иркен һындырып, тирә-йүндәгеләргә ярарға тырышҡан кеше генә "әүәләйегеҙ". Икенсе тапҡыр үҙенекен дәлилләргә тырышҡан баланы "Һинең теләгең барыбер миңә, мин яҡшыраҡ беләм", тип ҡырт киҫеү урынына, уның менән алтын урталыҡты табыу әмәлен эҙләгеҙ.

"Был дөрөҫ түгел, был аҡылға һыймай"

Ә кем нәҡ һеҙҙең ҡарашығыҙ, фекерегеҙ дөрөҫ, ә уныҡы дөрөҫ түгел, тип әйтте? Ни өсөн һеҙҙең башҡарған эштәрегеҙ дөрөҫ, ә уныҡы - юҡ? Был хәҡиҡәтте кем билдәләгән? Һеҙҙең атай-әсәй булыу тәртибеме? Был рәүешле һеҙ балағыҙҙың инициативаһын юҡҡа сығараһығыҙ. Шуға күрә бында ла ике яҡты ла ҡәнәғәтләндергән ҡарарҙы табырға өйрәнегеҙ - баланы "һындырмағыҙ".

"Һин рәхмәтле була белмәйһең, һин насар..."

Әгәр ҙә бер үк нәмәне даими рәүештә ҡабатлаһаң, һәр кем ошоға ышана башлай, тиҙәр. Ә бала бигерәк тә. Шуға күрә уны яманлаған, бөтөргән, кәмһеткән, бер нәмәгә ҡуймаған һүҙҙәрҙе йыш әйтәһегеҙ икән, тора-бара ул үҙенең ысынлап та шундай икәнлегенә ышанасаҡ.
Ә быға өҫтәп, үҙ балағыҙҙы икенсе балалар менән сағыштыра башлаһағыҙ, уның күңелендә төҙәлмәҫлек яра һаласаҡһығыҙ. Шуға күрә, "һин эшкинмәгән", "ҡулыңдан бер нәмә килмәй" һәм башҡа һүҙҙәр менән ташланыу урынына: "Ярай, була торған хәл, һәр кем шулай өйрәнә", тип әйтһәгеҙ, күпкә яҡшыраҡ буласаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №26, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.23 | Ҡаралған: 148

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru