«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАЛАЛАР УЙЫНСЫҒЫН - ҮҘЕБЕҘҘӘ
+  - 

Быйыл май аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә уйынсыҡтар һәм өҫтәл уйындары етештереүселәрҙе бергә туплау бурысын йөкмәткәйне. Шуға ярашлы, август айында Өфөлә "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйындар фестивале ойоштороласаҡ.

Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығында 16-20 августа Өфөлә уҙырға тейешле "Әйҙә уйнарға" беренсе Бөтә Рәсәй уйындарына әҙерлек һәм уны ойоштороу мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үтте. Унда Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Рәсәйҙең балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина, Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Спорт министрлығы, Өфө хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә улар сараға әҙерлек йәһәтенән бик күп мәсьәләләрҙе тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
"Етештереүселәрҙең Рәсәй баҙарынан китеүе урындағы етештереүселәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Шуға күрә балалар өсөн күңел асыу тауарҙары етештереү өлкәһендә ошондай ҙур сара үткәреү республикабыҙҙа әлеге сәнәғәт тармағын әүҙемләштерергә ярҙам итәсәк. Халыҡ-ара саралар уҙғарыу йәһәтенән тәжрибәбеҙ етерлек, шуға фестиваль юғары кимәлдә үтер тип ышанабыҙ", - тип билдәләне Маргарита Болычева.
Антонина Цицулина һүҙҙәренсә, "Әйҙә уйнарға" фестиваленең төп маҡсатлы аудиторияһы - балалы ғаиләләр. Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы президенты биш көнлөк фестивалде төп пленар сессия менән профессиональ эшлекле программаға һәм әүҙемлектәр менән асыҡ өлөшкә бүлеү тәҡдимен индерҙе.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Өфөлә күмәк мәҙәни саралар ойоштороу үҙенсәлектәре менән уртаҡлашты. Ул уйындар һәм уйынсыҡтар менән бәйле башҡорт персонаждарын һәм әҙәби әҫәрҙәрен файҙаланыу концепцияһын тәҡдим итте. "Билдәле артистар уҡыуында киске әкиәттәр, балалар китаптарының геройҙары менән оҫталыҡ дәрестәре, гастрозона, ҡурсаҡ театрҙары, уйын перфоманстары. Милли музейҙа һирәк осраған боронғо уйынсыҡтар күргәҙмәһен әҙерләйбеҙ", - тип пландары менән таныштырҙы Әминә Шафиҡова.
Фестивалдә тотош илдән балалар уйындары һәм уйынсыҡтар етештереүселәр ҡатнаша. Шулай уҡ республикабыҙҙың "Альтернатива", "Спектр", "Умка" йәмғиәттәре продукцияһы менән танышырға һәм һатып алырға мөмкин буласаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.07.23 | Ҡаралған: 453

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru