Йыл һайын Учалы районы Ҡотой ауылында "Олотау йыйыны" була. Быйыл был фестивалдә һигеҙ йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Бишенсе йыл рәттән уҙғарылып килгән был йыйында мини-футбол буйынса ярыштар уҙғарыла, етеҙҙәр, хәрәкәт һөйөүселәр, еңеү дәрте ташып торғандар бер-береһен уҙыуҙа көс һынаша. Уйындарҙың шарты үтә лә ябай: командалағы ярышсылар бер ауыл кешеләре булырға тейеш. Ябай шарт, әммә ошо ябайлыҡҡа тәрән мәғәнә һалынған - уйынсылар тыуған ауылының данын яҡларға тейеш. Бына ҡайҙа ул дәрт-дарман!
Тыуған ауыл данын яҡлау беҙгә бала саҡтан уҡ һалынған ҡот (код) бит ул! Егет саҡта күрше ауылдар менән әҙ яғалашманыҡ ауыл данын яҡлап. Был осраҡта әлеге шул сәмде футбол уйыны аша тормошҡа ашырып, еңеүсе титулын яҡларға була, саң борҡоһа борҡойҙор, ҡан ҡойошҡа барып етмәй, Аллаһ һаҡлаһын!
Туҡһандан ашыу ауылдашлы ҡотойҙарҙың маһирлығына һоҡланырға ҡала. Улар өсөн "Олотау йыйыны" ҙур ваҡиға, алдан әҙерләнеп ҡаршы ала улар ҡунаҡтарын. Шулай булмай һуң, башҡорттоң ҡунаҡсыллығын әле берәү ҙә инҡар итә алғаны юҡ. Еңеүсегә башҡорт тоҡомло ат бүләк итәләр, һай, йомарт та һуң учалылар! Уларҙың был башланғысы әле республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә билдәлелек алды.
Быйыл беренсе урынды әбйәлилдәр, дөрөҫөрәге, асҡарҙар яуланы (һүрәттә). Был еңеүгә нисек өлгәшеүҙәре тураһында һорап, команданың капитаны Зөлфәт Үтәғоловҡа мөрәжәғәт иттек.
- Бынан биш йыл элек башланған ярышта тәүге тапҡыр 2021 йылда ҡатнаштыҡ. Бер ятаҡта йәшәгән, бергә футбол тубы типкән танышым, Ҡотой ауылы егете: "Ярышта ҡатнашырға теләгегеҙ юҡмы?"- тип һорап яҙҙы. Тиҙ арала алты кешенән торған команда йыйып, юлға сыҡтыҡ. Һөҙөмтә лә шул ҡабалан башланған ғәмәл кеүек булды - ун алты команда араһында дүртенсе урын алып ҡайттыҡ. Ярыштан бигерәк, ойоштороусыларҙың ихласлығы хайран итте. Шундай матур ҡаршы алдылар, ҡунаҡ иттеләр. Үҙенә күрә мини-һабантуйға тартым ине был сара. Ҡайтҡас, әлбиттә, егеттәргә һөйләнек, киләһе йылға яҡшы итеп әҙерләнеп барырға килештек. Икенсе йылына ун кеше барҙыҡ, финалға сығып, икенсе урын яуланыҡ. Быйыл командабыҙҙа ун өс кеше булды. 32 команда араһында беренсе урынға сыҡтыҡ...
Бына шулай ҡыҫҡа ғына хәрбиҙәрсә һөйләп бирҙе капитан еңеүҙәренең тарихын. Аңлашыла, был еңеү өсөн улар әҙ тир түкмәгәндер, өс тиҫтә команданы еңеү өсөн әллә күпме күнекмә үткәргәндәрҙер. Зөлфәт үҙе математика уҡытыусыһы, икенсе коллегаһы урыҫ теленән уҡыта. Якутияла! Ярыштарҙа отпускаға ҡайтҡан ваҡытында ҡатнаша. Бер нисә футболсы күрше Мәғнит ҡалаһының металлургия комбинатында эшләй, суд приставында, полицияла хеҙмәт иткәндәре лә бар - бала саҡтан бергә футбол уйнап үҫкән Асҡар малайҙары, күптән ир ҡорона ингән ир-уҙамандар - иң йәшенә 24 булһа, олоһона - 34. Ауыл данын яҡлай алғандар ил данын да яҡлай алыр. Был бәхәсһеҙ!
Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|