Ишеттегеҙме әле? 2024 йылда Рәсәй мәктәптәрендә уҡыусыларҙың дәрескә кейә торған кейеме (форма) ГОСТ талаптары менән етештерелә башлаясаҡ, имеш!
Ә бит был турала, берҙәм мәктәп кейемендә йөрөү хаҡында, бынан бер нисә йыл алдараҡ та һүҙ булып алғайны бит инде. Унда мәктәп кейеменең сифаты еңел, ләкин ныҡ һәм һауа үткәреүсән тауарҙан етештерелергә тейеш, тип әйтеп кителде. Ләкин, асыҡланыуынса, етештереүселәр мәктәп кейеме өсөн сифатлы тауар әрәм иткеләре килмәй икән, шуның өсөн киләһе йылдан "мәктәп формаһы" атамаһы (маркировка) менән сыҡҡан балалар кейеме мотлаҡ яңы ГОСТ талаптары буйынса тегелергә тейеш буласаҡ. Улар уңайлы, матур, аллергия тәьҫире булмаған, балалар йәшәгән урындағы климатҡа ярашлы блузкалар, күкрәксә, пинжәк, йылы кофталар, күлдәк, салбар кеүек комплекттан торасаҡ. Өҫтәүенә, был кейемдәрҙе йыуғанда буяуы сыҡмаҫҡа һәм биш тапҡыр йыуғанда ла кейем ултырмаҫҡа тейеш, тип әйтелә яңы ГОСТ талаптарында.
Ярай, мәле килеп еткәс, күренер: яҡшы яҡҡа үҙгәрерме мәктәп кейеменең сифаты? Үкенескә, эш талап ҡуйыуҙан ғына тормай шул, уның үтәлешен тикшереп тороу өсөн элекке "халыҡ контроле" кеүегерәк талапсан орган да кәрәк. Юғиһә бит, етештереүселәр бөтөнләй бәйелдән аҙҙы: бөгөн беҙҙе ниндәй генә эт ашамаҫ "ризыҡ" менән һыйламайҙар. Иң изге ризығыбыҙ икмәкте ашауҙан да тыя бит хәҙер диетолог һәм нутрициологтар! Билләһи, ауыҙҙары ла ҡыйшаймай, икмәкте "зарарлы" тип атайҙар. Бында табиптарҙың ғәйебе юҡ, әлбиттә, ә бына кем он сифатын боҙа, уға, теләһә ниндәй ҡушымталар, химия өҫтәй; икенсенән, икмәк бешереүселәр үҙ "күстәнәстәрен" дә мул ғына ҡушып бешерә - бына шунан боҙола ла инде файҙалы, изге ризығыбыҙ.
Хәйер, ниндәй төр аҙыҡ-түлекте алһаң да - шул уҡ зыян: һөт һәм унан етештерелгән ризыҡтарға аҡһым, химик матдәләр өҫтәүҙәре хаҡында яҙа мәғлүмәтле сығанаҡтар. Ит-колбаса ризыҡтары эргәһенә яҡын барыуы ла хәүефле. "Таҙа" ит күренгән ризыҡта ла антибиотик, үҫеш гормондары барын уҡып беләбеҙ. Ахыр сиктә, "Бәлки, йомортҡа таҙалыр?" тигән һорау биреп көлдөрҙөләр мине яңыраҡ. - Уның эсенә ниҙер ҡушып булмай бит, ул - бөтөн". Юҡ, хатта йомортҡаларға ла ГОСТ тамғаһы һуғылмай, сөнки тауыҡтарҙы нимә менән һыйлауҙары шулай уҡ билдәле. Ул мәхлүктәр нимә ашай, йомортҡаһы ла - шул. Етештереүселәр хәҙер бөтәһе лә үҙ мәйелдәренә ҡуйылған ТУ тамғаһы менән нимә теләй, шуны эшләп сығарып, кеҫә ҡалынайтыу яғын ҡарай, ә беҙҙең һаулыҡ уларға бар ни, юҡ ни...
Рәсәйҙә ҡасан бөтөн төр аҙыҡ-түлектәргә лә ГОСТ тамғаһы әйләнеп ҡайтыр икән һуң? Тамғаны һуғырға булалыр ҙа ул, тик бына сифатты тикшереү органдарына ул саҡ алһыҙ-ялһыҙ аяҡтан йығылғансы эшләргә, тикшерергә, сифат өсөн көрәшергә тура киләсәк, ә был кемгә кәрәк? Мутлыҡ, урлашыуҙар һәм башҡа енәйәттәр шул тиклем тәрән тамыр ебәргәнен дә беләбеҙ, тик ана шуға ҡаршы нисек көрәшеү юлдарын ғына белмәйбеҙ...
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА