«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР ҠАНАТЫ...
+  - 


Башҡорт аты - башҡорт балы менән бер рәттән, халҡыбыҙҙың ғорурлығы булып тора. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик боронғо замандарҙа Көньяҡ Уралда йәшәгән ҡырағай аттарҙы ҡулға эйәләштереп, йылҡы малы башҡорт халҡының көнкүренешендә төп урын биләгән йорт хайуанына әүерелгән.

...Башҡорт атына нигеҙ булып торған ҡырағай аттар 19-сы быуатҡа тиклем Уралда йәшәгән. Уларҙы халыҡ тарпан тип атаған. Ҡырағай аттар 18-се быуатта бөтә Евразия ҡитғаһында таралған була. Әммә артабан, ер эше үҫешеп, баҫыуҙар артып, кешеләр күбәйгәс, тарпандарға йәшәү өсөн киң яландар ҡалмай. Бынан тыш, кешеләр тарпандарға һунар итә. Шул рәүешле 19-сы быуатта ҡырағай аттар юҡҡа сыҡҡан. Уларҙың ҡулға эйәләштерелгән нәҫелдәренән төрлө йылҡы тоҡомдары барлыҡҡа килгән, шул иҫәптән башҡорттарҙың бик борон ата-бабалары эйәләштергән ат тоҡомо Башҡорт аты булып танылған. Сөнки был аттар тик башҡорттарҙа ғына үрсетелгән.
Әйткәндәй, ҡулға эйәләштерелгән иң боронғо аттың һөлдәһе тап Башҡортостанда табылған. Октябрьский ҡалаһы составында булған Мулла исемле башҡорт ауылы янында һәм Дәүләкән ҡалаһында табылған Таш быуат кешеләренең тораҡтарында донъялағы иң боронғо эйәләштерелгән аттарҙың һөйәктәренә тап була археологтар. Уларҙың йәше 8-9 мең йыл. Тимәк, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик боронғо заманда, йәғни таш быуатта уҡ тарпандарҙы ҡулға эйәләштергән һәм шуларҙан килә лә инде данлы Башҡорт аты тоҡомо.
...Бәлки, ата-бабаларыбыҙ атты унан да элегерәк өйрәтеп алғандыр. Сөнки Бөрйән районындағы арҙаҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһендә лә ат һүрәттәре бар (2-се һүрәттәрҙе ҡарағыҙ). Был һүрәттәрҙең йәше 16-18 мең йыл, тип билдәләй ғалимдар. Әйткәндәй, Шүлгәнташ мәмерйәһе башҡорт халҡының бөйөк эпосы "Урал батыр" менән туранан-тура бәйле булғанын барығыҙ ҙа беләлер, моғайын. Шүлгәнташ эргәһендә Йылҡысыҡҡан күле бар. Тап ошо күлдән йылҡылар сыҡҡан, тип бәйән ителә бит эпоста. Дейеүҙәр менән һуғышҡан Урал батырҙың иң тоғро дуҫы Аҡбуҙат була. "Аҡбуҙат" эпосында Урал батырҙың улы Һәүбән Шүлгән мәмерйәһенә ҡасып йәшеренгән дейеүҙәрҙе ҡыйрата, Аҡбуҙатты ҡотҡара һәм атаһының алмас ҡылысын алып ҡайта. Ошо Аҡбуҙаттан башҡорт аттарының нәҫелдәре таралған, тип бәйән итә ҡобайыр.



Борон башҡорт халҡы йылҡыны күпләп көткән булған. Һәр бер башҡорт ғаиләһенең кәмендә 50 баш йылҡыһы булған, ә хәллерәк кешеләр 300-400 баш йылҡы тотҡан. Ә инде байҙарҙың йылҡыларының иҫәбе-һаны булмаған. Уларҙың йылҡы өйөрҙәре меңдән ашыу булған. Шуға ла уларҙың теүәл һанын бер кем дә белмәгән. Яҡынса иҫәпләгәндәр. Башҡорт аты әрһеҙ, сыҙамлы, егәрле мал. Аҙыҡты йыл әйләнәһенә үҙе табып ашаған. Йәйен киң болондарҙа, ҡышын тибендә йөрөгән. Ҡышҡы бурандарҙа аттарҙы көтөүселәр билдәле бер ышыҡ урынға алып барып ҡуйыр булғандар. Ул урын "ҡурғы" тип аталған, йәғни әсе һыуыҡтан ҡурғап торған урын. Мәҫәлән, Йылайыр районында Ташҡурғы тигән урын бар.
...17-18 быуаттарҙа башҡорт аттары Рәсәйҙә танылыу яулай. Сыҙамлы булған өсөн уларҙы почта хеҙмәтендә киң ҡулланалар. Егеүле башҡорт аттары алһыҙ-ялһыҙ, ашамайынса, 8 сәғәт эсендә 120-140 саҡрым араны үтә алған. Ә бына башҡа аттарҙа бындай сыҙамлыҡ юҡ, уларҙың тиҙ арала хәлдәре бөтә. Оҙайлы юлда йөрөү өсөн башҡорттар үҙ аттарын махсус методика буйынса өйрәткән, сыныҡтырған. Арҙаҡлы ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов түңгәүер башҡорттарында ат өйрәтеү серҙәре һәм түңгәүер бәһлеүәне Көтөр батыр тураһында бына ниндәй риүәйәтте ата-бабаларынан ишеткән: "Көтөр батырҙың ике туғай тулы аты булған. Ул аттарының теүәл генә иҫәбе-һанын белмәгән. Тик көтөүселәренең иҫәбенсә, йылҡыһы мең баштан артыҡ булған. Көҙ көнө тубыҡҡа хәтле ҡар яуһа, илле-алтмышлап ир-егет көн дә ат өйрәткән. Ошо осорҙа улар аттарҙы өс мәртәбә таңашырған, йәғни тирләгән аттың башын үргә бәйләп, ашатмай, эсермәй тотҡандар. Бына шундай ғәмәлдән һуң ат бер ваҡытта ла янмай, арымай. Ул бик сыныҡҡан була. Был аттар һәр бер яуға сабырға әҙер була. Ошо өйрәтелгән аттарҙы икенселәренән айырыу өсөн әлеге беҙҙең тамға (Түңгәүер ырыуы тамғаһы) эшләнгән тимерҙе ҡыҙҙырып, аттың янбашына баҫҡандар".
...Өйрәтелгән яҡшы аттары менән башҡорттар яу сапҡандар. Башҡорт аттары ҡыйыу, еңел йөрөгән, хужаһына ярҙамсы булған. Тамғалы башҡорт аты 19-сы быуаттағы рус рәссамы А.О. Орловскийҙың картинаһында ла сағылыш тапҡан. 1812 йылғы Ватан һуғышында 10 меңдән ашыу башҡорт яугиры ҡатнашҡан. Һәр бер яугир хәрби походҡа ике ат менән сығырға тейеш булған. Береһендә һыбай йөрөһә, икенсеһендә кәрәк-яраҡ әйберҙәре тейәлгән булған. Оҙон юлда атын алмаш-тилмәш ял иттергән (1-се һүрәтте ҡарағыҙ).
...19-сы быуаттың аҙағында Өфөгә тиклем тимер юл һалынғас, Башҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланыуға килеүселәр һаны бермә-бер арта. Был эшкә тимер юл буйында урынлашҡан башҡорт ауылдары, Дим буйы башҡорттары (хәҙерге Дәүләкән, Әлшәй районы башҡорттары) әүҙем ҡушылып китә. 20-се быуат башында башҡорт ҡымыҙы Рәсәйҙә киң танылыу яулай. Башҡорттар хәҙер ҡымыҙ етештереп, һатыу кәсебендә ҙур уңыштарға өлгәшә (3-сө һүрәтте ҡарағыҙ). Башҡорт аты биргән ҡымыҙҙы улар, шешәләргә тултырып, тимер юлындағы пассажирҙарға һаталар, ярайһы уҡ яҡшы килем алалар.



...Башҡорт тоҡомло аттар революцияға тиклем үк Парижда бөтә донъя ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша, һуңынан, 1923 йылда, Мәскәүҙә үткән СССР-ҙың 1-се ауыл хужалығы күргәҙмәһенә лә ҡуйыла. Башҡортостан күргәҙмәһенә аттарҙы Баймаҡ районы Темәс ауылынан Хөсәйен Әбүбәкиров исемле ир-уҙаман алып бара. Мәскәүҙә башҡорт тирмәһе ҡуйыла.
20-се йылдарҙа Башҡортостанда ҡымыҙ етештереү эше дәүләт кимәлендә башҡарыла. Бының өсөн Өфөлә "Башҡымыҙпром" исемле предприятие ойошторола. Хәҙер инде ҡымыҙ бәләкәй көбөләрҙә түгел, ҙур мискәләрҙә эшләнгән.
...Башҡорт аттары легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡанлы яуҙа ла, күңелле ял сәғәттәрендә лә башҡорт аты башҡорт яугирының тоғро дуҫы була (4-се һүрәтте ҡарағыҙ).
Бөгөнгө көндә башҡорт аттары ҡайтанан тергеҙелә, хәҙер инде уларҙы, боронғо кеүек, ҡыш көндәрендә тибенлектә лә күрергә була. Йыл һайын Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале гөрләп уҙа. Бөгөнгө көндә ҡайһы бер халыҡтар башҡорт атын үҙҙәренеке итеп күрһәтергә маташһа ла, башҡорт аты - башҡорт аты булып ҡаласаҡ, сөнки уның меңәр йылдар башҡорт халҡы менән бәйле бай тарихы бар.



Азат ЯРМУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.08.23 | Ҡаралған: 169

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru