«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРКАЛАР АРҠАЛАРҒА ТӨШМӘҺЕН
+  - 

Өфөнөң Аксаков исемендәге баҡсаһын яңыртып төҙөү барышында инеү төркөмө аркаһы ҡутарып ташланған. Ошо турала "Архзащита" активистары хәбәр итте.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте "Башинформ" агентлығына ошо мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн раҫлап, һүҙ барған конструкцияны тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, уның авария хәлендә булыуы хаҡында аныҡлыҡ индерҙе. Тимәк, ошо арка ҡала кешеләренең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙырған була.
"Аксаков баҡсаһындағы инеү төркөмөнөң ниндәй хәлдә булыуы барыһына ла билдәле ине, һәм ул һуңғы йылдарҙа граждандар өсөн ҡурҡыныс тыуҙырған объектҡа әйләнде. Шуға күрә авария хәлендә ҡалған арка, кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, ябылғайны, ә граждандарға Пушкин урамы яғынан хеҙмәткәрҙәр инеп-сығып йөрөй торған ҡапҡанан йөрөргә тәҡдим ителде. Аксаков исемендәге баҡсаның Үҙәк инеү төркөмө мәҙәни мираҫ объекты булғас, беҙ был мәсьәләнең ниндәй етди икәнен аңлайбыҙ. Махсуслаштырылған ойошма тарафынан тикшерелгәндән һуң объект конструкцияларының авария хәлендә булыуы раҫланды", - тип белдерҙе мэрияның матбуғат хеҙмәте.
Әйтергә кәрәк, конструкция бөтөнләйгә юҡ ителмәйәсәк. Реставрациянан һуң арканы, тәүҙә нисек булған, шул рәүешле тергеҙеү ҡаралған. Эштәрҙе сентябрь аҙағына теүәлләү планлаштырылған. Объект "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Комфортлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә яңыртыла торған йәмәғәт арауыҡтары исемлегенә индерелгән. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәләренең береһендә Башҡортостан Башлығы ҡала хакимиәтенә Өфө ҡалаһының йәмғиәт арауыҡтарындағы барса авария хәлендәге аркаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушты. Иҫкергән конструкциялар алып ташланғас, улар урынына тәбиғи таштарҙан яңылары ҡуйыласаҡ.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Өфө хакимиәте Аксаков исемендәге баҡсала урынлаштырылырға тейешле ике арт-объектты ҡуйыусыларҙы билдәләне, улар "Ал сәскә" һәм "Бала саҡ" тип аталасаҡ.
Килешеүҙәр баштан уҡ билдәләнгән максималь хаҡҡа төҙөлгән, объекттарҙың дөйөм хаҡы - 16,8 млн һум. Скульптура композициялары патинланған бронзанан яһалырға һәм сентябрь аҙағына гранит постаменттарға ҡуйылырға тейеш.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2022 йылда ҡалабыҙҙың барса райондарының 10 популяр йәмәғәти биләмәләренән тап Аксаков исемендәге баҡсаны һәм уның тирә-яғын төҙөкләндереү өсөн өфөлөләр иң күп тауыш биргән.
Биләмәне бер нисә функциональ зоналарға бүләсәктәр. Аксаков баҡсаһында тарихи аллея, йәйге амфитеатр, күл яры буйы зонаһы, әҙәби ҡунаҡхана, ваҡиғалар майҙансығы, хәүефһеҙ ябыулы балалар майҙансығы, скейт майҙансығы, асыҡ китапхана, төрлө бәүелсәктәр буласаҡ. Шулай итеп, бында иң бәләкәй балаларҙан алып оло быуын кешеләренә тиклем уңайлы ял мөхите булдырыласаҡ.
Төҙөүселәр шулай уҡ быуаны сүп-сарҙан һәм ылымыҡтан таҙартырға, яр буйын төҙөкләндерергә һәм унда матур эскәмйәләр ҡуйырға вәғәҙә итә. Реконструкция тамамланғас, быуаға аҡҡоштар ебәреләсәк.

"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.08.23 | Ҡаралған: 211

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru