«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БУЛДЫРА АЛАҺЫҢ! ҠУЛЫҢДАН КИЛӘ!
+  - 

Эшкинмәгән, булдыҡһыҙ, башһыҙ... Ошондай һүҙҙәрҙе ата-әсәнең үҙ балаһына әйткәнен йыш ишетергә тура килә.
Бәлки, улар быға әллә ни мәғәнә лә һалмайҙыр, әһәмиәт бирмәйҙер, әммә баланың күңеленә ғүмерлек яра һалыныуы бар. Берәй мөһим эшкә тотонор алдынан әлеге һүҙ ҡылт итеп иҫенә төшөп, "Мин булдыра алмаҫмын шул", "Ҡулымдан килмәҫ" тигән шик уянһа, үҙ-үҙенә ышанысы кәмейәсәк.
"Беҙҙең кеүек кешеләрҙән профессор тыумаҫ инде. Үҙебеҙ ауылда ғүмер иттек, балаларыбыҙ ҙа әллә ҡайҙа китмәҫ". Ата-әсәнән ошондай һүҙҙәрҙе лә ишетергә мөмкин. Ауылда йәшәү насармы ни? Кәрәкле һөнәр алып, тыуған ерендә һоҡланғыс ғүмер иткән кешеләр аҙмы? Йәшәй белгәндәр һәр ерҙә "ожмах" ҡора ала. Ата-әсәнең тырышлығын күргән бала киләсәктә улар кеүек булырға ынтыла. Балаһын "Президент буласаҡ!" тип үҫтергән ҡайһы бер милләт вәкилдәренән беҙгә лә өлгө алырға кәрәк. "Афарин, булдыра алаһың, ҡулыңдан килә", - тип дәртләндереп тороу кемгә оҡшамаҫ? Бала ла ата-әсәһенең, яҡындарының ышанысын аҡлар өсөн тырышасаҡ.
Кешегә бит ҡайһы саҡ бер һүҙ ҙә етә: донъянан төңөлгәндә - башын ҡалҡытырға, һөрлөккәндә - тороп баҫырға, ышанысын юғалтҡанда - өмөтләнергә... Ошо йәһәттән донъя мәҙәниәтенән һәм әҙәбиәтенән миҫалдар килтереп үтәйем.
...Неаполь фабрикаларының береһендә эшләгән ун йәшлек малай йырсы булырға хыяллана, әммә уның тәүге уҡытыусыһы: "Һин йырлай алмаясаҡһың. Тауышың тәҙрә ярығынан өргән елгә оҡшап тора", - тип белдерә. Малайҙың күңеле төшә. Бошонҡо ҡиәфәттә ҡайтып ингән балаһын күргән әсә, ябай крәҫтиән ҡатыны, улын ҡосаҡлап ала ла: "Һин йырларға өйрәнәсәкһең, ышанам. Күреп торам: уңыштарың һиҙелә", - ти. Әсәгә балаһына йыр дәрестәренә түләргә аҡса йыйыр өсөн яланаяҡ йөрөргә лә тура килә. Ошондай ҙур ышаныс малайҙың тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Донъяла билдәле йырсы Энрике Карузоны кем генә белмәй хәҙер!
...Лондондың галантерея магазиндарының береһендә эшләгән малай таңғы 5-тән тороп бинаны йыйыштырырға, ҡол һымаҡ тәүлегенә 14-әр сәғәт бил бөгөргә мәжбүр була. Ауыр һәм бер төрлө эште күрә алмаҫ хәлгә етә ул. Ике йыл интеккәндән һуң, артабан түҙемлеге етмәйәсәген аңлай. Бер көндө таң менән тора ла, тәғәм ризыҡ ҡапмайынса, йәйәүләп әсәһе янына юллана. Ул 15 саҡрым алыҫлыҡта ялланып эшләгән була. Малай әсәһенә илай-илай барыһын да һөйләп бирә, ҡабат магазинға ебәрмәүен үтенә. Ҡайтанан барырға тура килгән хәлдә, үҙ-үҙенә ҡул һаласағын белдерә. Унан элекке уҡытыусыһына оҙон итеп хат яҙа. Өлкән педагог малайҙың бик аҡыллы, башҡа эшкә һәләтле булыуын әйтә һәм үҙен уҡытыусы һөнәрендә һынап ҡарарға тәҡдим итә. Ошо һүҙҙәр малайҙың яҙмышын үҙгәртеп кенә ҡалмай, инглиз әҙәбиәте тарихына ҙур өлөш индерә. Был егет 77 китап яҙа, әҫәрҙәре өсөн миллион долларҙан ашыу аҡса ала. Бына шулай тыуа донъяла билдәле Герберт Уэллс исемле яҙыусы!
Был ваҡиғаларҙы әллә ҡасан, әллә ҡайҙағы Италияла, Бөйөк Британияла булған хәл тип кенә ҡабул итмәйек. Киләсәктәге бөйөк яҙыусылар, йырсылар, рәссамдар, архитекторҙар әле беҙҙең ғаиләләрҙә үҫә, мәктәптәрҙә белем ала. Уларға иғтибарлыраҡ булайыҡ, бәләкәй генә уңышын күреп, маҡтайыҡ, бергә ҡыуанайыҡ, ауыр һүҙ әйтеп, күңелен рәнйетмәйек, хыял ҡанаттарын һындырмайыҡ.
Маҡтағандан, яратҡандан бала боҙолмай. Киреһенсә, иғтибар етмәгәнлектән ҡаты бәғерле булып буй еткереүе ихтимал. Кәмһенеп үҫкән бала уңышҡа өлгәшә алмай.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.08.23 | Ҡаралған: 188

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru