Ирекһеҙҙән килеп сыҡты был тәжрибә. Бер йыл телевизорһыҙ йәшәнек. 9 Майҙағы хәрби парадты ҡарағандан һуң егерме йыл һин дә мин эшләп ултырған "йәшнигебеҙ" ҡапыл һүнде лә ҡуйҙы. Япон техникаһы булһа ла, уның да эшләү ваҡытының нормаһы үтәлгәндер, күрәһең. Төҙәттереп тә маташманыҡ, яңыһын да алманыҡ. Баҡса миҙгеле башланғас, эштән буш ваҡытта шунда ашыҡтыҡ. Инде көҙ етеүгә, телевизорһыҙ йәшәүгә өйрәнеп тә бөткәйнек. Уның кәрәген дә тойманыҡ. Шулай итеп, хәҙер бер йыл үткәс, ниндәйҙер һығымта яһарға ла мөмкиндер кеүек.
Ғәҙәттә, эштән ҡайтыу менән аш бүлмәһенә инәһең дә киске ризыҡ әҙерләргә тотонорҙан алда телевизорҙы тоҡандырып ебәрәһең. Яңылыҡтар тыңлайһың. Артабан төрлө тапшырыуҙар бер-береһен алмаштыра. Сериалдар ҡарай башлаһаң, айырылып булмай, артабан нимә булырын белге килә. Шулай аҙналар, айҙар үтә. Зомбиға әйләнеп, "ҡара йәшник"кә текләп ғүмер уҙа. Ашағанда ла ҡарайһың. Ирең икенсе каналды тоҡандырһа, йән көйә, әрләшеп тә китәһең.
Хәҙер рәхәт. Һәр кем үҙ эше менән була. Ә сериалдарға килгәндә, шуны әйтер инем: һәр беребеҙҙең тормошонан әллә ниндәй сериалдар төшөрөрлөк - яҙмыштар, ғибрәттәр тулып ята. Телевизорҙан эҙләргә лә түгел, эргәлә генә. Бер ҡыҙ Бразилия сериалындағы Марияны йәлләп илап ултыра икән. Ике туған апаһы тегегә ныҡ ҡына итеп: "Ниңә һин әллә ҡайҙағы Мария өсөн күҙ йәше түгәһең? Әсәйегеҙ Мариянан кәмме ни? Йәшләй генә ирһеҙ ҡалып, икегеҙҙе үҫтерәм, кеше итәм, тип ниндәй нужа һурпалары эсмәй! Бына кемде йәлләргә кәрәк", - тигәс, теге: "Ысынлап та, апай, ҡалай дөрөҫ әйттең, минең был хаҡта уйлағаным да юҡсы", - тигән. Уйларға кәрәк шул. Ә телевизор беҙҙең өсөн уйлай, хәл итә. Үҙенә буйһондора, уныңса уйларға бойора, үҙебеҙсә фекерләү һәләтенән айыра.
Яңылыҡтарға килгәндә, һуғыш, үлтереш, һуйыш, янғын, һәләкәт, авариянан башҡа ниндәй яҡшы хәбәр ишетелә? Шуларҙы тыңлап, былай ҙа эштән арып ҡайтҡан, үҙ проблемаларыңды нисек хәл итергә белмәгән өҫтөнә әлегеләре йөрәгеңде тотоп ултырырға мәжбүр итә, төн буйы йоҡламай кисереп сығаһың. Яҡшы тигән хәбәрҙәре лә ташҡа үлсәйем инде: бер данлыҡлы футболсы 179 мең һумға алтын телефон алған икән. Был беҙҙең кеүек 15 мең һумға эшләп йөрөгән журналист өсөн шатлыҡмы? Ике йылдан ашыу ашамай-эсмәй йыйһаҡ та ундай телефонды алырға хәлебеҙҙән килмәйәсәк. Кәрәге лә юҡ. Бәйләнеш өсөн мең һумлығы ла ярап ҡала. Йәки бер эстрада мэтрының Францияның Ниццаһында тәүлегенә 500 евро түләп ял итеп ятыуын белеү кемгә кәрәк? Меҫкен эш хаҡын тартып-һуҙып ипотека түләргәме, фатирға айлыҡ түләүҙән ҡотолорғамы тип баш ватҡан кешеләрҙе кәзекләү генә ләбаһа был яңылыҡ тигәндәре. Ул 500 евроны үҙебеҙҙең һумдарға әйләндерергә лә ҡурҡыныс. Ниндәй номерҙыр инде "биш йондоҙло" отелдәрендә? Ниндәй түшәктәрендә ятҡыраларҙыр ҙа нимәләр ашаталарҙыр... Билеттарын 5-7-шәр меңгә һатып, бөтә Рәсәй буйлап концерт күрһәтеп, фонограммаға ауыҙ асып-йомоп, халыҡтан - хәйер, дөрөҫ түгел, ябай тамашасы ундай тамашаға йөрөй алмай, олигархтарҙан йыйған аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән шоу-бизнес әһелдәре сит илдәрҙә фатирҙар һатып ала, донъя сигенә барып ял итә, ә Башҡортостандыҡылар үҙебеҙҙең "Янғантау"ға ла барып етә алмай...
Беҙ кәрәк яңылыҡты телевизорһыҙ ҙа ишетәбеҙ. Бының өсөн интернет та, радио ла, гәзит тә бар. Мин үҙем, мәҫәлән, төрлө баҫмаларҙы сағыштырып уҡып барам. Ә беҙҙең "Башҡортостан", "Киске Өфө" гәзиттәрендә кәрәгенсә генә, етерлеге генә бирелеп тора. Шөкөр, донъянан артта ҡалған юҡ.
Уҡыу тигәндән, телевизор эшләмәгәне бирле бик күп китаптарҙы ҡарап сығырға тура килде. Ҡарап сығыуҙы биттәрен асып ябыу тип аңларға ярамай. Минең үҙемдең уҡыу алымым бар. Кәйефемә, ваҡытыма ҡарап, төрлө китапты алып, өлөшләп уҡырға яратам. Мәҫәлән, Светлана Алексиевичтың "Секонд-хенд ваҡыты" тигән йыйынтығын әллә нисә ай буйына уҡыйым. Уның бер нисә битенән һуң баш ауырта, йөрәк ҡаға башлай. Тотош уҡыу һис мөмкин түгел. Авторҙың ете китабы ла шундай документаль публицистика жанрында яҙылған. Әҫәрҙәре 35 телгә тәржемә ителеп, фильмдар төшөрөлөп, утыҙға яҡын төрлө халыҡ-ара премияға лайыҡ булған китаптарында үткәнебеҙҙең, бөгөнгөбөҙҙөң тарихи дөрөҫлөгө сағыла. Сәстәр үрә торорлоҡ, ҡот осҡос хәҡиҡәт! Шуларҙы уҡығандан һуң телевизорҙан мең иләктән иләп күрһәтелгән йәки шаштырылған, арттырылған ваҡиғалар ҡыуыҡ кеүек кенә булып ҡала...
Тағы нимә бирҙе был телевизорһыҙ бер йыл? Донъяға бөтөнләй икенсе төрлө ҡарай башлайһың икән дә. Күберәк эшләргә, яҙырға тырышаһың. Башҡа төрлө уйҙар, фекерҙәр йышыраҡ килә. Ижадҡа көн дә ваҡытты бүлергә форсат та табыла. Яҙғаныңа етдиерәк ҡарайһың. Ниндәйҙер тамаша күрге килһә, театрға, концертҡа бараһың. Яҡташтар, ҡәләмдәштәр, фекерҙәштәр менән аралашаһың. Ваҡытты ҡәҙерләргә өйрәнәһең. Уҡыуҙан арып китһәң, башты ял иттереп, сканвордтар сисеп алаһың. Ул да белем бирә, хәтерҙе яңырта.
Бер ваҡыт билдәле фән докторы менән урамда һөйләшеп киттек. Аҙаҡ телефондарҙы алышырға булып, уның номерын һораным. "Ә мин кеҫә телефонынан файҙаланмайым", - тип аптыратты. Ғәжәпләнеүемде күргәс: "Ә нимәгә ул миңә? Урамда һөйләшергә кәрәкмәй. Өйҙә лә, эштә лә стационар аппарат бар. Кеҫә телефонының бөтөнләй кәрәген тапмайым, алғаным да булманы", - тине.
Бер уйлаһаң, ниңә ғәжәпләнергә? Әле генә аптырайбыҙ, элек йәшәгәнбеҙ ҙәбаһа. Ҡайһы бер замана техникаһына үҙем дә һаман булһа махсус өйрәнмәйем бит. Мәҫәлән, бөтә нәмәне лә ҡулдан яҙам, компьютерҙа йыймайым. Хәйер, быныһы - бөтөнләй икенсе һөйләшеү темаһы.
Шулай итеп, замананан артта ҡалып, тәүтормош кешеләре мәмерйәлә йәшәгән кеүек, телевизор эсендәге сит донъяларҙы өйгә индермәй генә йәшәп ятҡан көн. Үҙ өйөңдә, мәмерйәләге һымаҡ. Бәлки, кемдәрҙер өсөн был сәйер тойолор, әммә ошо бер йыл ваҡыт минең үҙ-үҙемә ҡайтыу йылы булды. Ә кеше өсөн үҙ-үҙе, йәне, булмышы менән һыйышып йәшәүҙән дә мөһимерәк нәмә юҡтыр. Тап шул беҙгә йән тыныслығы бирә лә. Ә йәнең тыныс булмаһа, йәшәүҙәре, ай-һай, еңел түгелдер, хатта онотолор өсөн көнө-төнө телевизор ҡараһаң да...
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА