«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ
+  - 


Бөгөн үҙ атына атланған Ғилмишәриф тә, үҙ хужаһын атландырып манеж буйлап уҡ һымаҡ атылған бурыл айғыр ҙа һуңғы көндәрҙә уларҙы солғап алған ғазаплы бәләләрҙән әрселеп, күңелдәрен тыныслап таң сыҡтылар. Училищеның казармалары ла икенсе төрлөрәк. Ике ҡатлы ағас һәндерә урынына тимер карауат, курсанттар ятып йөрөгән одеял-түшәктәре лә яңыраҡ. Нисә әйтһәң дә, училище инде, бында уҡыған курсанттары ла башҡасараҡ күренә. Нигеҙҙә, заманына күрә төплө белем алған бер сама йәштәр. Ашатыу-эсереү ҙә бүтәнсәрәк. Эскадронда өсөнсө тип йөрөтөлгән норма урынына курсанттарға аҙыҡ-түлек паегының туғыҙынсыһын бирәләр. Был инде һәр курсантҡа көнөнә илле грамм һары май, етмеш биш грамм ит һәм кеше башына бирелгән арыш икмәгенең ике йөҙ грамы аҡ икмәк тигән һүҙ.
Бындағы курсанттарҙың киске самоподготовка ваҡытында үҙ-ара һөйләшеүҙәре лә бөтөнләй икенсе. Эскадронда буш ваҡытта ҡыҙылармееңтар араһында һүҙ күберәк ауылда тороп ҡалған ҡатын, бала-саға, мал-тыуар, утын-бесән тураһында барһа, бында бөтөнләй киреһенсә. Казармала өйкөм-өйкөм булып йыйылып ултырған курсанттарҙың дөйөм хәбәре тик фронт хаҡында ғына. Бөтә халыҡ фронтҡа ашҡына, хатта ҡайһы бер сабырһыҙыраҡтарының станция аша фронтҡа үткән эшелонға тағылып алғы һыҙыҡҡа ҡасып китеү осраҡтары ла булғылап тора икән. Бына бөгөн дә ҡыҙыл мөйөштәге ваҡ ҡына флагтар менән төрлө урынынан ҡаҙалып бөткән СССР-ҙың картаһы алдында өйөлөп торған курсанттар араһында шаулы ғына һөйләшеү булып алды. Дүрт һанлы, төп кеүек йыуантыҡ бер курсант уртаға сыҡты ла, тоҡорой ҡулына ҡылыс тотҡан шикелле, һауала һелтәнә-һелтәнә һүҙгә кереште.
- Бында туғыҙынсы паек кимереп нишләп ятырға? Ҡорал бирһендәр ҙә фронтҡа оҙатһындар.
- Дөрөҫ, дөрөҫ! Беҙ барып немецтың яғаһынан алмаһаҡ, кем булдыра алһын уны?
- Беҙҙең ҡылыстар ҡайралған, аттарыбыҙ әҙер, команда ғына булһын, унан күҙе тонған фашисты нишләтергә белербеҙ беҙ!
Бындай һүҙҙәр - ғәҙәттә, "кавалерия - ҡыҙыл армияның кендеге", "ҡайҙа данлыҡлы атлы ғәскәр - унда еңеү" тигән традицияларҙа тәрбиәләнгән, үҙен бөтә төр ғәскәрҙән өҫтөн ҡуйып танау сөйгән курсанттар хәбәре. Ғөмүмән, кавалеристар - борсаҡ шыттырыбыраҡ һөйләшә, шапырыныуҙы ярата торған, тәкәбберерәк халыҡ. Араларындағы бер нисә кеше баҙнатһыҙ ғына икеләнеү кеүегерәк һүҙ ысҡындырҙы:
- Әле ошо көнгә тиклем беҙ ысын пушкаларҙан атҡаныбыҙ ҙа юҡ бит әле.
- Программа буйынса ҡаралған "Кавалерия полкы эскадроны оборонала" тигән тактик занятиеларҙы ла үтмәгәнбеҙ, ул нисек була инде?
Икеләнеүсе был бер нисә кешене ҡалғандары шундуҡ бөрөп алдылар:
- Ағас пушканан аттың да инде, шул һиңә етмәгәнме ни?
- Бер көн күрше артдивизионда пушкаларҙың атҡанын ҡарап торҙоң бит, еткән!
- Хәҙер оборонаны түгел, һөжүм итеүҙе өйрәнергә кәрәк, шул оборонаны яҡшы белгән өсөн Волгаға килеп еттек бит инде!
- Бында ятып барыбер һуғышырға йүнләп өйрәнеп булмай инде ул, тиҙерәк фронтҡа, вот все! Фронт үҙе өйрәтер әле.
Ә ҡайһы берәүҙәре үтәрәк тә фәстереп ебәрә. Бөгөн кискә казармаға ҡайтып ингән курсанттар ауыҙынан Ғилмишәриф тағы ла ҡыҙығыраҡ, тағы ла мөһимерәк һүҙҙәр ишетте. Улар араһында үҙенең ике яҡҡа тырпайып торған ажар мыйығы менән дә, оло йәше менән дә айырылып торған сверхсрочник, взвод командирының ярҙамсыһы, башҡаларға ҡарағанда ла ашараҡ һуҡтырып ебәрҙе. Ҡыҙыл Армияның күренекле полководецтары тураһында һүҙ сыҡҡас, ул ике күҙенең береһен дә йоммай: - Әгәр ошо беҙҙең атлы ғәскәр булмаһа, Ҡыҙыл Армияла телгә алырлыҡ йүнле хәрби начальник булыр инеме? - тип үҙенә үҙе һорау бирҙе лә ҡул бармаҡтарын бөгә-бөгә һанарға кереште. Ленинград фронтында, Мәскәү аҫтында фашистарҙың кәрәген биргән армия генералы Жуков кем? Һуғыштан алдағы атлы полк, атлы дивизия командиры. Һигеҙ йыл буйы Белоруссияла атлы дивизия менән командирлыҡ итеүе бушҡа түгел. Атлы дивизия Ҡыҙыл Армияның стратегик* ғәскәре ул. Әгәр ул атлы ғәскәрҙә хеҙмәт итмәһә, иптәш Сталин уны Халхин-Голға япондарға ҡаршы Совет ғәскәрҙәре төркөмөнә командующий итеп ебәрәме? Сроды ла ебәрмәй. - Үҙен һырып алған, уның хәбәренән ҡыҙыҡһынып күҙҙәре янып торган йәш кавалеристарға ул бер ҡараш һирпеп алды ла һүҙен дауам итте: - Ана, беҙҙең батька Вербицкий уның полкында эскадрон командиры булып хеҙмәт иткән. Ул Жуковты үҙен дә, кешене лә йәлләмәй торған, бик талапсан командир ине, тип һөйләй. Взвод командиры ярҙамсыһы рәтендәге бер нисә кеше уны хуплап һүҙгә ҡыҫыла:
- Хоть беҙҙең Семен Михайлович Буденныйҙы ал. Атлы ғәскәр менән командалыҡ итмәһә, ул разе маршалға тиклем барып етә алыр инеме?
Уның һүҙен башҡалар ҙа элеп ала:
- Ә маршал Тимошенко кем? Граждандар һуғышы ваҡытында Деникинды ҡыйратып, Врангелды Ҡара диңгеҙгә алып барып ауҙарған Беренсе Атлы армияла комбриг булған түгелме?
Башҡалар ҙа уның һүҙен ҡеүәтләй:
- Конечно, булған. Дөп-дөрөҫ.
- Ә маршал Ворошилов? Беренсе Атлы армияла ул да атҡа атланып хәрби Совет ағзаһы булып йөрөгән дә баһа.
- Ә генерал-лейтенант Рокоссовский?
- Уныһы кем һуң?
- Фашисты Мәскәүгә ебәрмәй тотоп торған. 16-сы армияның командующийы.
- Һанап китһәң, күптәр әле ул. Беҙ уның эре-төрөһөн, газетала баҫылғандарын ғына беләбеҙ.
Ҡайҙандыр килеп араға ҡыҫылған музыканттар взводының трубачы ла тауыш сығарып ҡуйҙы:
- Әллә кавалеристар Ҡыҙыл Армияның командирҙары араһында ғына тип уйлайһығыҙмы? Бик тәрән яңылышаһығыҙ. Мировой лирик тенор Сергей Яковлевич Лемешев башта кем булған тип уйлайһығыҙ? Белә белһәгеҙ, ул да беҙҙең брат-кавалерист. Йырсы булырҙан алда ул башта кавалерия училищеһына инеп уҡып сыҡҡан, белдегеҙме?
- Ә батшаның күренекле генералдары Брусилов, Игнатьев һәм башҡалары кем? - тип кемдер был һүрелә башлаған әңгәмәне оҙайтырға теләп тауыш бирә.
- Ҡуй әле, шул батшаға тәрилкә тотоп йөрөгән генералдарыңды!
- Эй, уларҙың бысағымамы кәрәктәре? Совет атлы ғәскәренән үҫеп сыҡҡан үҙебеҙ кеүек ярлы-ялпы генералдар бөткәнме?
Шулай итеп, бөтә күренекле йүнле командирҙар барыһы ла ҡасандыр атҡа атланып, улар һымаҡ уҡ ат ҡойроғона йәбешеп йөрөгән ябай атлылар булыуын, әгәр инде кавалеристар әйтмәксе "ат ергә бәреп һуҡмаһа, шпорҙар ҡамасауламаһа" бындағы әңгәмәлә ҡатнашҡан һәр икенсеһе, полкты булмаһа ла, кәм тигәндә эскадронды дошман өҫтөнә атакаға ташларға әҙер икәнлегенә ысын күңелдәренән ышанып, һәр кем үҙ йомошона тарала. Ҡыҙыҡ халыҡ ул кавалеристар!
Ситтә генә һүҙгә ҡушылмай былар хәбәрен тыңлап торган Ғилмишәриф тә эстән генә уларҙың күбеһенең фекерен хуплай. Ул да фронтҡа ашҡына, тик уны бер генә нәмә борсой - үҙ Әүхәҙие кем менән ҡала? Ярай ҙа һуң үҙ айғырын уға бөтөнләй беркетһәләр, ҡайһылай ҙа шәп булыр ине. "Башҡа курсанттарҙың барыһының да үҙҙәренә беркетелгән аттары бар ҙа һуң. Мин кемдән кәм. Уға атланабыҙ тип бер тапҡыр маташып ҡаранылар ҙа инде. Бының аҙағы ни менән бөттө? Етмәһә, мин училищела башҡа курсанттар хоҡуғында ла түгел. Минең буйһонған хужам хәҙергә майор Пустовой бит әле. Мин бында ла шул ат өйрәтеү менән ғүмер уҙҙырырмын микән?" - тип уфтана Ғилмишәриф.
"Подъем"дан һуң ат һарайында Әүхәҙиҙе таҙартып бөтөүгә башҡа курсанттар үҙ аттарының саңын йәһәт кенә ҡаҡҡылап алдылар ҙа эскадронлап стройға теҙелделәр. Бына гел генә туры төҫтәге аттарға атланған беренсе курсанттар эскадроны ат һарайы эргәһенән Ғилмишәрифтең былай ҙа ашҡынған йөрәген елкендереп ер һелкетеп үтеп китте. Фуражкаһына һыймаған сәсен сикәһенә сығарып алғы шеренгыла барған бер курсант, баҫҡан өҙәңгеләренә майшәм кеүек күтәрелә биреп, йыр башлап ебәрҙе:
Если есть запас патронов,
То товарищу отдай.
Бөтә эскадрон ул башлаған көйҙө йоҡонан уянып мыжғый башлаған ҡаланы, иртәнге һалҡынса һауаны яңғыратып берҙәм эләктереп алды ла ҙур дәрт менән артабан дауам итте:
Эй, вы поля, зеленые поля,
Красна кавалерия, садись на коня.
Да, да, эй вы поля...
Ғилмишәриф бөтә бөтмөшө менән стройға ынтылды. Бер ниндәй дошман да ҡаршы торалмаҫлыҡ, алдындағы бөтә кәртәләрҙе лә емереп үтерлек булып тойолған бына-бына һуғыш яланына оҙатылырға тейешле эскадронға ашҡынды.
Майор Пустовой Ғилмишәриф менән индивидуаль занятиеларға күсте.
Башҡа учебный эскадрондар өсөн программа буйынса спорт ярыштарына өйрәнеү, ат сабыштырыу, конкурҙа ҡуйылған төрлө бейеклектәр аша һикереүҙәр ҡаралһа ла, училищеның командованиеһы уны ныҡ ҡына ҡыҫҡартып, подразделениеларҙы тиҙерәк һуғышҡа әҙерләү занятиелары менән алыштырҙы. Курсанттар "Эскадрон оборонала", "Атлы полк дошманға ҡаршы һөжүмдә" тигән занятиелар, яҡын бойҙа ҡылыс менән эш итеү, атлы ғәскәр атакаһында эйәр өҫтөндә карабиндан атыу алымдарын өйрәнделәр. Үҙ аттарын әкренләп атыш тауышына, ғөмүмән, киләсәк һуғыш шау-шыуына өйрәттеләр. Һуңғы ваҡыттарҙа "Училище бөтөнләйе менән фронтҡа оҙатыла икән", "башта уның бер нисә эскадронын ғына ебәрәләр икән" тигән хәбәр көндән-көн ҡуйыра, йышая башланы. Бер көн шулай ошо хәбәрҙе ҡаға-һуға булһа ла ишетеп ҡалған Ғилмишәриф, ҡаты режимда тороп эстәре тартылып, бөтә тороҡ оҙон кәүҙәһе тағы ла һомғоллана төшкән айғырын етәкләп һарайҙан сығып килгәндә, майор Пустовойға тап булды. Хәҙер ул үҙ командирын бик һирәк осрата башланы. Иртән тора ла үҙ атына атланып эскадрондарға олаға. Ғилмишәрифкә ике аҙнаға расписание төҙөп биргән дә уның менән тик бер нисә спорт алымдарын өйрәнеп бөткәс, имтихан алған шикелле генә осратып үҙ фекерен әйтә лә тағы юғала. Ә бына бөгөн һарай ишегендә үҙе күренде. Ғилмишәриф теҙгенде һул ҡулына алды ла уң ҡулы менән честь бирҙе. Майор ҡайҙалыр ашыға ине, шуның өсөн үҙ ҡыҙылармеецының һуңғы көндәрҙәге эше менән артыҡ ҡыҙыҡһынып торманы. Ләкин ниндәйҙер һораулы күҙ ҡарашы менән төбәлгән Ғилмишәриф эргәһенән майор былай ғына үтеп китә алманы. Асығын ғына әйткәндә, донъяның байтаҡ әсе-сөсөһөн татыған төрлө ат эйәренә ышҡып тиҫтәләгән салбар туҙҙырған майор күптәнән инде ошо Ғилмишәриф һымаҡ ат йәнле, әйткәнде урын-еренә еткереп башҡара торған, арыу-талыуҙы белмәй бөтә ғүмерен атҡа бағышлаған кешене эҙләй ине. Әмәлгә ярағандай, бына уның ҡулына "күктән көткәнен ерҙән килтереп бирҙе хоҙай". Аты ла, үҙе лә сыҙамлы, беше ике йән майор күңеленә хуш килде. Майор ҙа эстән генә генералды өгөтләп ошо егеткә офицер званиеһы бирҙереп, үҙенең урынына, ваҡытлыса ғына булһа ла, ҡалдырып фронтҡа китеү теләге менән яна ине.

(Дауамы. Башы 29-36-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.23 | Ҡаралған: 219

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru