«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа
III - IV быуаттарҙа Көньяҡ Урал далаларындағы тарихи шарттар

Көньяҡ Уралда хасил булған барса ҡаласыҡтар "ҡала" һүҙе ингән һүҙбәйләнештәр менән аталып йөрөтөлгән, ә археологтар тарафынан улар ике сәбәп арҡаһында теркәлмәй ҡалған: а) йә улар ошо хаҡта халыҡтан һорашып тормаған, б) йә иһә урындағы халыҡ был турала бер ни ҙә белмәгән. Ғәмәлдә бындай мәғлүмәттәр бары урындағы башҡорт халҡында ғына һаҡланып ҡалған, улар ата-бабаларының тарихи хәтеренә һаҡсыл мөнәсәбәттә була. Әле бәйән ителгән мәғлүмәттәргә өҫтәп, тағы ла бер иғтибарға лайыҡ фактты килтереп була:
Урта Волга буйы ҡаласыҡтары, күрәһең, шулай уҡ "ҡала" һүҙе менән аталып йөрөтөлгән. Миҫал өсөн б.э. IV - IX быуаттарына ҡараған тотош бер мәҙәниәткә исем биргән Именьков ҡаласығын атарға була. Ошо ҡаласыҡ атамаһының ике өлөштән - "имень (имән)" һәм "ко (ҡала)" һүҙҙәренән хасил булғанына төшөнөүе ҡыйын түгел. Көньяҡ Урал ҡаласыҡтарының боронғо үҙатамаларын асыҡлау күп нәмәләр хаҡында һөйләй. Беҙгә әҙәби сығанаҡтарҙан Көньяҡ Ҡаҙағстан, Урта Азия биләмәләренең бар булған тип әйтерлек боронғо һәм иртә урта быуаттар ҡәлғәләре һәм ҡаласыҡтары атамаларының "ҡала" һүҙе менән тамамланыуы билдәле (мәҫәлән, Ҡыҙ-ҡала, Кават-ҡала һ.б.). Был атамалар Көньяҡ Уралдағы "ҡала-тау" ҡаласыҡтарына тулыһынса тап килә. Бында оҡшашлыҡ топонимик атамаларҙа ғына түгел, тип уйларға кәрәк.
Ошо айҡанлы Көньяҡ Уралдың дала һәм таулы-урманлы райондарының Боронғо дәүерҙең күп мең йыллыҡтары дауамында үрҙә аталып киткән төбәктәрҙең күсмә ҡәбиләләре өсөн көтөүлектәр булыуы һәм көньяҡ менән сауҙа-иҡтисади, сәйәси, этник бәйләнештәрҙең әүҙемлеге кимәле менән Көньяҡ Урал халыҡтарының ижтимағи-сәйәси, этномәҙәни үҫеш кимәле бәйле булыуы хаҡында иҫкә алыу артыҡ булмаҫ.
Ошо хәлдәрҙе иҫәпкә алып, беҙгә Көньяҡ Урал ҡаласыҡтарының ("ҡала-тау"ҙарының) ошондай бәйләнештәрҙең туранан-тура йоғонтоһо һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәнлеге һәм көньяҡ аналогтарындағы кеүек үк ижтимағи функциялар үтәгәнлеге хаҡында тулы нигеҙле фекер йөрөтә алабыҙ. Бер үк ваҡытта ошо мәҙәни яҡынлыҡ аталған төбәктәр ҡәбиләләре араһындағы яҡын нәҫелдәшлек бәйләнештәрен сағылдыра. Шулай итеп, "ҡала-тау" төшөнсәһе Көньяҡ Урал ҡаласыҡтарының боронғо тәбиғи асылын (йөкмәткеһен) тулыраҡ аса. Ҡаласыҡ атамаларына ошондай аныҡлыҡ индереү зарурлығына тағы бер сәбәп булып Төньяҡ Дала Евразияһының урман-дала зонаһы археологтары практикаһында ҡала төшөнсәһенең хәҙерге эре сәнәғәти ҡалалар мәғәнәһендә интерпретацияланыуы торҙо, ә быны методик яҡтан ҡабул итеп булмай.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.10.23 | Ҡаралған: 191

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru