«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ВЕНГРИЯҒА БАРАСАҠТАР
+  - 

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры йылдағыса үҙенең сираттағы ижад миҙгелен матур саралар менән асып ебәрҙе.

Театрҙың 104-се ижад миҙгеле Заһиҙә Мусинаның "Килен" повесы буйынса Фирғәт Ғарипов ҡуйған драма менән асылды. Спектакль буйынса эш тураһында һөйләп, ҡуйыусы режиссер проза әҫәре менән тәүгә эшләүен, уны сәхнәгә яраҡлаштырыу өсөн яҙыусы Зөһрә Бураҡаеваға мөрәжәғәт итеүҙәрен әйтте. "Йәмғиәтебеҙҙә бындай теманы асыҡтан-асыҡ ҡуҙғатыу, был турала һөйләү ғәҙәте нисектер юҡ. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың күңелендә кисерештәр уята ул. Спектаклде эшләгәндә лә быны тойҙоҡ", - тине Фирғәт Ғарипов. Әҫәрҙең авторы Заһиҙә Мусина ла яҙғандарының әсәһе яҙмышын сағылдырыуын йәшермәй. "Килен" спектаклендә төп ролде Лилиә Ғәлина башҡара.
Театр тамашасыларын был миҙгелдә шулай уҡ Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй" роман-эпопеяһы буйынса ҡуйылған спектакль дә көтә. Уны театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов сәхнәгә сығара. Спектакль ике өлөштән торор, тип күҙаллай ижади төркөм. Тәүгеһен Яңы йыл байрамына тиклем өлгөртөргә иҫәпләйҙәр. Бынан тыш, кескәй тамашасылар өсөн Евгений Шварцтың "Юғалған ваҡыт тураһында әкиәт"е әҙерләнә. "Быйыл тәүге тапҡыр спектаклдәрҙе йәйгеһен үк - 23 августа күрһәтә башланыҡ. Был бик уңышлы килеп сыҡты, тамаша залдары тулы булды. Сентябрҙә "Театр көҙө" милли театрҙар фестивалендә Саранск ҡалаһында булдыҡ. Ҡабарҙы-Балҡар республикаһының Нальчик ҡалаһына гастролдәргә сыҡтыҡ. Әйткәндәй, Эльбрусты яуланыҡ. Ә ноябрҙә Ҡаҙан ҡалаһына ҙур гастролдәр менән юлланабыҙ. Республика ауыл-ҡалалары буйлап та даими йөрөп торабыҙ һәм эш дауам итәсәк", - тине театр директоры Иршат Фәйзуллин.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Быйыл Х Халыҡ-ара театраль олимпиада Венгрияның Будапешт ҡалаһында уҙа һәм унда Рәсәйҙән М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ҡатнаша. Улар илдең 95 милли театр коллективы араһынан һайлау үткән һәм Олимпиадаға Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған "Джут" спектаклен алып бара. Был спектаклде Венгрияла күрһәтеүҙе ҡабул итеүсе яҡ үҙе үтенгән.

Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.10.23 | Ҡаралған: 366

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru