«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА ТАБЫРҒА БУЛДЫҢМЫ? ӘҘЕРЛӘН, ПЛАНЛАШТЫР!
+  - 

Тәрбиәне бала тыумаҫ элек башлаған кеүек, уның сәләмәтлеген хәстәрләүҙе лә бәпес алып ҡайтыу хаҡында уйланғанда уҡ башларға кәрәк. Йәғни, һәр сабый планлаштырылған булырға тейеш. Бигерәк тә бала табырға әҙерләнгән ҡатын-ҡыҙ барлыҡ тикшеренеүҙәрҙе үтеп, дауаланып, һуңынан ғына ауырға ҡалһын ине. Юғиһә, беҙҙә киреһенсә килеп сыға: ауырға ҡалалар ҙа, шунан ғына дауалана башлайҙар. Әммә ауырлы саҡта ҡайһы бер препараттарҙы ҡулланыу бөтөнләй ярамай. Ата-әсә ошо теләкте - баланы планлаштырыуҙы - ҡағиҙә итеп алһын һәм һау-сәләмәт балаға ғүмер бирһен һәм сабыйының - ҡыҙмы ул, малаймы - сәләмәтлеген даими рәүештә контролдә тотһон ине.

Ҡыҙ баланы әсәй кеше буласаҡ әсәй итеп тәрбиәләргә бурыслы. Был иң элек ҡыҙ баланың гигиенаһына, уны дөрөҫ итеп йыуындырыуға ла ҡағыла. Сөнки дөрөҫ йыуындырыу ҡыҙҙарҙың енес ағзаһында елһенеүҙәр булдырмаҫҡа ярҙам итә. Хәҙер әсәйҙәр балаға памперс кейҙерә лә, үҙенә эш еңеләйтә. Был һис ярамаған эш. Памперсты көнөнә бер-ике сәғәткә, урамда йөрөгәндә йәки берәй ергә барғанда, бала аҫтын еүешләп, һыуыҡ үткәрмәһен өсөн генә кейҙерергә мөмкин. Ә башҡа ваҡытта ул йүргәктә йәки кейемдә булырға тейеш. Юҡһа, бала памперста оҙаҡ йөрөһә, уның сат араһы сейләнеп китә, аллергик реакциялар булыуы ихтимал, елһенеү, мацерация һ.б. күренештәр башланыуы мөмкин. Эйе, памперстар әсә өсөн бик уңайлы, әммә киләсәктә балаңды ниндәй физиологик үҙгәрештәр көтөүен берәү ҙә әйтә алмай.
Ҡыҙҙар үҫә барған һайын, йәшенә ҡарап, уға енси тәрбиә биреү зарур. Ваҡыты еткәс, 11-13 йәштәрҙә ҡыҙҙарҙың күрем циклы башлана. Әсә кеше ҡыҙ баланы ошо ваҡиғаға алдан әҙерләргә тейеш. 11-13 йәшендә ҡыҙҙарҙың күреме килмәй икән, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тимәк, фолликуляр аппаратта ниндәйҙер проблемалар бар. Һәм ҡыҙҙың сәләмәтлеге ныҡлы дауалау талап итә. Ҡайһы берҙә ҡыҙҙар 18-19 йәштә генә табиптарға мөрәжәғәт итәләр. Әгәр ҙә уларҙы әсәләре иртәрәк алып килһә, ул ваҡытта сирҙе кисектерергә була. Ә һуңлаған осраҡта ярҙам итеү мөмкин түгел. Шуны ла әйтергә кәрәк, ҡатын-ҡыҙға тыумыштан әсәнән генетик банк-база бирелә һәм беҙ шуның менән йәшәйбеҙ, тыумыштан һалынған потенциалды - миллиондан ашыу күҙәнәкте яйлап ҡына кәметәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ ошо хаҡта белергә тейеш.
Хәҙер ҡыҙҙарҙы бәләкәй йәштән үк гинеколог тикшерә. Сөнки бәүел-енес системаһында төрлө ауырыуҙар, төрлө кисталар, кольпит, вагиниттар таралыуы күҙәтелә. Ҡайһы бер ваҡытта яралғы икәү булып, береһе икенсеһен "ашауы" ла ихтимал. Хатта бала әсә ҡарынында булғанда уҡ киста барлыҡҡа килә. Улар тиҙ үҫмәй, әммә уларҙың эсендә сәсме, тырнаҡмы һ.б. була. Шуға балаға бер йәш тулғас, тулы медицина тикшереүе үткәрелә һәм ата-әсәләр быға битараф булмаһын ине. Гинеколог бит ҡыҙҙарҙы вагиналь йәки ректаль йәһәттән генә ҡарамай, ә бәләкәй таз һөйәгенең төҙөлөшөн, күкрәк биҙҙәренең нисек үҫешеүен, ниндәйҙер тайпылыштар бармы-юҡмы, ағзаларҙың дөрөҫ үҫешәме-юҡмы икәнлеген тикшерә. Әгәр шундай тайпылыштар күҙәтелә икән, бында инде саң ҡағырға кәрәк. Сөнки йәш буйынса һәр ағза үҫешенең үҙенең билдәле күләме бар.
Ниндәй кейем кейергә икәнлеген дә әсәй кеше аңлатырға тейеш. Заман шауҡымына бирелеп, ҡыҙҙар селтәрле, синтетика эске кейем йәки стрингиҙар кейә. Иң яҡшыһы - кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән кейем. Стрингиҙар кейгән осраҡта бактериаль вагиноз, кольпит, вагинит барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хәҙер ҡыҙҙар салбарҙа йөрөүсән. Әммә киләсәктә әсә булырға теләгән ҡыҙҙар йәки ейән-ейәнсәр һөйөргә хыялланған әсәләр ҡыҙҙарына салбар һайлағанда ла уның ниндәй булыуына иғтибар итергә тейеш. Мәҫәлән, ныҡ тар һәм билдән түбән булған салбарҙар кейеү сәләмәтлек өсөн ныҡ зарарлы. Даими рәүештә шундай салбарҙа йөрөгән ҡыҙҙарҙың янбашында ҡан әйләнеше боҙола, таз һөйәктәре деформацияланыуы мөмкин. Биле түбәнәйтелеп тегелгән салбарҙарҙа йөрөү шулай уҡ һыуыҡ алдырыуға, эске ағзаларҙың елһенеүенә килтерә. Хроник елһенеү йәш саҡта берәүҙе лә борсомай, ә аҙаҡ инде улар барыбер үҙенең мәкерле эшен эшләйәсәк. Хатта бер ерем дә ауыртмай, тигәндә лә бындай ҡыҙҙар мотлаҡ беҙҙең буласаҡ клиенттарыбыҙ.
40 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙ ярты йылға, йылына бер тапҡыр мотлаҡ рәүештә гинекологта тикшерелергә, консультация алырға, йылына бер тапҡыр УЗИ, маммография үтергә тейеш. Һөт биҙҙәрен йыл һайын тикшертеп тороу зарур, сөнки күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар яман шеш 3-4-се стадияға еткәс кенә мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ кәүҙә ауырлығына иғтибар итеү ҙә кәрәк. Ҡапыл ауырлығығыҙ артып йәки ҡапыл кәмеп китте икән, эндокринологҡа барып ҡаралыу кәрәк.
Олоғая бара гормональ фон түбәнәйә бара һәм был осорҙа организмға өҫтәмә ярҙам күрһәтергә йәки менопауза осорона еңел инергә ярҙам итергә кәрәк. Ә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, бер нәмә лә борсомай, борсоған хәлдә инде һуңғы сиккә килеп терәлмәй икән - табиптарға мөрәжәғәт итмәй. Мин эшләгән осорҙа бер генә ҡатын-ҡыҙҙың да профилактика маҡсатында ғына табипҡа килгәне булманы. Дауалауға ҡарағанда сирҙе иҫкәртеү күпкә еңелерәк һәм яҡшыраҡ. Ләкин ҡатын-ҡыҙҙың ғәҙәттә профилактик тикшереү үтергә ялҡауы килеүсән. Ә бит үҙен ысын ҡатын-ҡыҙ тип иҫәпләүселәр даими рәүештә гинекологҡа, стоматологҡа күренергә һәм... сәстәренә һәр саҡ прическа эшләп йөрөргә тейеш.

Әлфирә ЮЛДАШБАЕВА, врач.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.23 | Ҡаралған: 198

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru